Ғайсар
Ғайсар — башҡорт ир-ат исеме.
Ғайсар |
Этимологияһы
үҙгәртергәҒайсар исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә ғәрәп теле аша ингән, ҡайнар шишмә; император тигән мәғәнәгә эйә[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәАҫылғужин Ғайсар Бәхтегәрәй улы (1 ғинуар 1944 йыл) — хеҙмәт ветераны, 1971—2004 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатының сым һуҙыу цехы бригадиры, мастеры һәм өлкән мастеры. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.
Миңдеғолов Ғайсар Ғәйфулла улы (9 ғинуар 1992 йыл) — йырсы, музыкант.
Фамилияла
үҙгәртергәДәүләкән Ғайсаров (1786 йыл — ?) — хәрби эшмәкәр, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашҡан.
Бикбалта Ғайсаров — хәрби эшмәкәр, хорунжий, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан.
Ғайсаров Мирза Ҡолислам улы — Башҡорт атлы дивизияһының разведка взводы командиры, яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллинаның атаһы.
Ғайсаров Ғөзәйер Ғайсар улы (1914 йыл — 1990 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, III дәрәжә Дан ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.
Ғайсаров Артур Борхан улы — Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзы рәйесе (2016).
Атаһы исемендә
үҙгәртергәМусин Сәфәр Ғайсар улы (5 ноябрь 1948 йыл) — хеҙмәт ветераны, 1965—2007 йылдарҙа Салауат ҡалаһының «Салаватстрой» төҙөлөш тресының балта оҫтаһы, ташсыһы, мастеры (1995 йылдан). Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры (1975, 1977, 1986). Фёдоровка районының почётлы гражданы.
Топонимикала
үҙгәртергәҒайсар (ауыл) — 1920—1930 йылдарҙа Һамар өлкәһе Быҙаулыҡ йылғаһы буйында, Байҡары руднигы ҡасабаһы янында урынлашҡан ауыл.
Мәҙәниәттә
үҙгәртергәҒайсар — Флорид Бүләковтың «Ҡыҙҙар ни өсөн илай» әҫәре геройы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |