Яңы Ҡалҡаш (рус. Новый Калкаш) — Башҡортостандың Стәрлебаш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 226 кеше[1]. Почта индексы — 453171, ОКАТО коды — 80248840006.

Ауыл
Яңы Ҡалҡаш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Стәрлебаш районы

Координаталар

53°28′55″ с. ш. 55°26′39″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 248 840 006

ОКТМО коды

80 648 440 126

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Яңы Ҡалҡаш (Рәсәй)
Яңы Ҡалҡаш
Яңы Ҡалҡаш
Яңы Ҡалҡаш (Башҡортостан Республикаһы)
Яңы Ҡалҡаш

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 226 106 120 46,9 53,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Ауыл тарихы

үҙгәртергә

Ауылға 19 быуат аҙағында Стәрлетамаҡ өйәҙе Тәлтем‑Юрматы улусы Ҡалҡаш/Иҫке Ҡалҡаш ауылы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ҡалҡаш ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. Ул Стәрле йылғаһы буйында урынлашҡан.
1896 йылдағы мәғлүмәттәр буйынса, 21 йортта 100 кеше йәшәгән. Ауыл халҡы игенселек менән шөғөлләнгән. Мөгәзәй булған. 1906 йылда таш сығарыу шөғөлө теркәлгән. 1920 йылда Төхвәтулла ауылы (старшина Төхвәт Ибраһимов исеменә бәйле) булараҡ иҫәпкә алынған. 20‑се йылдар аҙағында башлап хәҙерге Яңы Ҡалҡаш исемен һәм статусын йөрөтә. Халҡы: 1906 й. — 274 кеше; 1920—338; 1939—282; 1959—261; 1989—203; 2002—228; 2010—226 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельд­шер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.[2].

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә