Яңы Ивановка (Ишембай районы)

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Ишембай районындағы ауыл


Яңы Ивановка (рус. Новоивановка) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 51 кеше[1]. Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453220, ОКАТО коды — 80 231 865 007.

Ауыл
Новоивановка
Новоивановка
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ишембай районы

Координаталар

53°29′43″ с. ш. 56°09′14″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 231 875 010

ОКТМО коды

80 631 475 136

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Новоивановка (Рәсәй)
Новоивановка
Новоивановка
Яңы Ивановка (Ишембай районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Новоивановка
Яңы Ивановка (Ишембай районы) (Ишембай районы)
Новоивановка

Яңы Ивановка ауылы башлыса 1910-1912 йылдарҙа Рәсәй империяһының Черниговский губернияһы, Суражский өйәҙенән килгән белорустарҙан барлыҡҡа килә. 1909 йылдарҙа Столыпин реформаларын индереү һөҙөмтәһендә Поленок Иван Иванович етәкселегендәге крәҫтиәндәр төркөмө үҙҙәре һәм туғандары өсөн Башҡортостандағы ерхужаларынан ер һатып ала. Төпләнгән урынды Иван Поленок исеме менән Ивановка утары тип атайҙар. 1940 йылғы архив мәғлүмәттәргә ярашлы, ауылда 311 кешенән торған 85 йорт иҫәпләнгән[2].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 51 30 21 58,8 41,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географическое положение

үҙгәртергә

Ишембай — Петровск юлының Яңы Георгиевка ауылы районындағы тармағында урынлашҡан.

Алыҫлығы:[3]

  • район үҙәгенә тиклем (Ишембай): 12 км,
  • ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Сәлих): 5 км,
  • яҡындағы тимер юл станцияһына тиклем (Салауат): 30 км.

Урамдары

үҙгәртергә

Урам исеме[4]:

  • башҡ. Хоҙайбирҙин (урамы) — рус.  Худайбердина (улица)
  • башҡ. Урман (урамы) — рус.  Лесная (улица)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә