Яҡупова Ғиффәт Хәниф ҡыҙы
Яҡупова Ғиффәт Хәниф ҡыҙы (15 декабрь 1923 йыл — 2013 йыл) — педагог. 1962—1995 йылдарҙа Ауырғазы районы Талбазы мәктәбенең урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ленин ордены кавалеры (1976).
Яҡупова Ғиффәт Хәниф ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Совет Рәсәйе |
Тыуған көнө | 15 декабрь 1923 |
Тыуған урыны | Ғүмәр, Таштамаҡ ауыл Советы (Ауырғазы районы), Ауырғазы районы, СССР |
Вафат булған көнө | 2013 |
Вафат булған урыны | Талбазы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | мәктәп уҡытыусыһы, учитель русского языка |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәҒиффәт Хәниф ҡыҙы Яҡупова 1923 йылдың 15 декабрендә (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа 20 июлдә) Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы) Ғүмәр ауылында тыуған. Үҙ ауылының башланғыс мәктәбен тамамлағас, ул 1936 йылда Талбазы ете йыллыҡ мәктәбендә уҡыуын дауам итә.
Кесе йәштән уҡытыусы булырға хыялланған ҡыҙ Кушнаренко педагогия училищеһына уҡырға инә һәм уны 1942 йылда тамамлай. Йәш педагог хеҙмәт юлын Нуриман районының башланғыс мәктәбендә башлай. Унда һәләтле, тәжрибәле уҡытыусы булып таныла[1].
1962 йылда үҙе уҡып киткән Талбазы мәктәбенә ҡайта. Урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай. «Башкортостан уҡытыусыһы» журналы Ғиффәт Хәниф ҡыҙы тураһында түбәндәгеләрҙе яҙа:
Уның һәр дәресе - бала өсөн яңылыҡ. Быға уҡытыусы методты оҫта һайлай белеү, программа материалын тормош менән бәйләп биреү, дәрестә техник саралар, күргәҙмә, дидактик материалдарҙы урынлы файҙаланыу аша ирешә. Урыҫ теле уҡытыусыһы булараҡ, Ғ.Х.Яҡупова уҡыусыларҙы ижади яҙма эштәргә өйрәтеүгә, дәрестә балаларҙың фекерләү һәләтлектәрен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә, уҡытыуҙы тәрбиә менән тығыҙ берлектә алып бара[2] |
1973 — 1978 йылдарҙа ул уҡытҡан йәштәрҙең 50-һе юғары уҡыу йорттарына инә, 13-ө хужалыҡ етәксеһе, агроном, инженер булып эшләй, күптәре — хеҙмәт алдынғылары.
Ғ.Х.Яҡупова бер аҙ мәктәп директоры урынбаҫары, директор булып та эшләй.Әммә иң ҙур хеҙмәт уңыштарын яулауы урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булған дәүергә тура килә. Уның педагогик хеҙмәт стажы 50 йылдан ашыу, шуның 33 йылы Талбазы мәктәбендә үтә[1].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергәҒиффәт Хәниф ҡыҙы йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Ул оҙаҡ йылдар урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының мәктәп-ара методик берекмәһе етәксеһе, мәктәп партия ойошмаһы сәркәтибе, мәғариф селтәрендә пропагандист булып эшләй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәУҡытыу-тәрбиә эшендә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн Ғиффәт Хәниф ҡыҙы Якупова 1976 йылда илебеҙҙең ул замандағы иң ҙур наградаһы — Ленин ордены, төрлө осорҙа миҙалдар менән бүләкләнә[1].
- Ленин ордены (1976)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- К.Ғ.Яйыҡбаев. «Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре». — Өфө: «Китап», 2003 й. — С. 207—2208-се б.б.
- «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы,№ 11,1978 й.,21-се б.