Яҡтыкүл (шифахана)

Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районындағы күп йүнәлешле бальнеология курорты

«Яҡтыкул» шифаханаһы — Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районындағы күп йүнәлешле бальнеология курорты[1]. 1937 йылда ял йорто булараҡ нигеҙ һалына башлай. Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1971 йылдың 12 мартындағы 106-сы ҡарары нигеҙендә «Яҡтыкүл» шифаханаһы урындағы әһәмиәткә эйә бальнеоклиматик курортҡа әүерелә. Өфө ҡалаһынан 317 км алыҫлыҡта, Яҡтыкүл ярында, диңгеҙ кимәленән 450 метрҙа урынлашҡан.

Яҡтыкүл
Нигеҙләү датаһы 1971
Дәүләт  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Әбйәлил районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Яҡты Күл, Ташбулат ауыл Советы, Әбйәлил районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй

Дауалау йүнәлештәре үҙгәртергә

«Яҡтыкүл» шифаханаһы — шифалы ләм менән дауалауға йүнәлтелгән климат шифаханаһы. Әбйәлил районында, Силәбе өлкәһе Магнитогорск ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа 42 километрҙа япраҡлы урман тоҡомдары паркында урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡышы уртаса һалҡын (ғинуарҙың уртаса температураһы −20°С), йәйе йылы (июлдең уртаса температураһы +18-24°С). Яуым-төшөм — йылына уртаса 350 мм.

1932 йылда йәйге пионер лагеры булараҡ асыла, 1937 йылдан алып Магнитогорск металлургия комбинатының ял йорто, 1950 йылдан — «Банное» ял йорто, 1958 йылдан — «Яҡтыкүл», 2003 йылдан — «Яҡтыкүл» шифаханаһы" дәүләт унитар предприятиеһы исемен йөрөтә. Терәк-хәрәкәт, периферик нервы, бәүел-енес системалары, аш һеңдереү, тын алыу ағзалары сирле пациенттар өсөн тәғәйенләнгән. Шифахана йыл әйләнәһенә эшләй, 209 урынға иҫәпләнгән (2011).

Төп дауалау факторҙары: климат, ҡымыҙ, Безымянное-1 күленең минераль ләмдәре. Бальнеотерапия, ләм менән дауалау, диетотерапия, дауалау физкультураһы, массаж, физиотерапия, фитомотерапия, спелеотерапия һ. б. ҡулланыла[2].

Тарихы үҙгәртергә

«Яҡтыкүл» күле янында урынлашҡан күлдәр ләмдәренең шифаһы элек-электән билдәле булған. Тәүҙә урындағы халыҡ уларҙы быуындар һыҙлауын баҫыу маҡсатында файҙаланған, ә һуңынан шифалы ләм ятҡылыҡтарын яңынан разведкалау шифахана булдырыу мөмкинлеген бирә.

1932 йылда бында йылдың йылы ваҡытында ғына эшләгән пионер лагеры асылған. Капиталь төҙөлөш XX быуаттың 40-сы йылдарында башланған. 1941 йылда Магнитогорск ҡалаһының металлургия комбинаты эшселәре һәм хеҙмәткәрҙәре өсөн ял йорто төҙөлөшөн тамамлай. Ләкин Бөйөк Ватан һуғышы «Банное» тип исемләнгән ял йортон асыуҙы кисектерә. Ял йорто 1950 йылда ғына асыла. 1956 йылдан алып ял йорто БАССР-ҙың Профсоюздар курорттарына идара итеү советына буйһона. Ә инде 1958 йылда бында Мулдаҡкүлдән килтерелгән батҡаҡты файҙаланып, шифахана-курорт дауалау-һауыҡтырыу курстары тәғәйенләнә башлай. Дауалау үҙенсәлектәренә эйә булған пелоидтарҙы өҫтәмә разведкалау шифахана биләмәһенән ни бары 4 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Безымянное-1 батҡаҡ күленең асылыуына килтерә. Уның шифалы ләме әлегә тиклем шифаханала ҡулланыла.

Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1971 йылдың 12 мартындағы 106-сы ҡарары «Яҡтыкүл» шифаханаһын урындағы әһәмиәткә эйә бальнеоклиматик курорт тип иғлан итә.

Бөгөн был бер үк ваҡытта 200 кешене ҡабул итергә әҙер заманса комплекс, уның составында ике торлаҡ корпусы, дауалау корпусы менән берләштерелгән бальнео-батҡаҡ менән дауалау бүлеге, Ял итеү үҙәге, ашхана бар.

Бында дауалау методикаһында тәбиғи ләм һәм яһалма әҙерләнгән радон уңышлы файҙаланыла. Заманса шифахана-курорт процедуралары менән бергә, тәбиғи дауалау факторҙары шифаханала дауалауҙы мөмкин тиклем һөҙөмтәле һәм хәүефһеҙ итә, ә уңайлы шарттар шифахананы идеаль ял һәм дауалау биләмәһенә әйләндерә. Шуға күрә бында йыл һайын меңәрләгән республика халҡы һәм ҡунаҡтары килә. Ял итеүселәрҙең 60%-ы ҡабаттан килә, сөнки хроник сирҙәр менән ауырығанда табиптар йыл һайын шифаханала дауаланырға кәңәш итә[3].


Бөгөнгөһө үҙгәртергә

Шифахана ҡышын — 150, йәйен 250 карауатҡа иҫәпләнгән. Бальнеологик процедуралар (радон, ынйы, өйөрмә, ылыҫлы, һыу аҫты душ-массажы ванналары), электр менән дауалау, массаж, дауалау физик күнегеүҙәре, диета ҡулланыла. Клиника, биохимия, бактериология лабораториялары, функциональ диагностика кабинеттары, рентген, теш табиптары, дауалау физкультураһы залы һ. б. эшләй[4].

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

«Яҡтыкул» шифаханаһы йыл һайын Мәскәү, Һамар, Сочи ҡалаларында үткәрелгән «Здравница» Бөтә Рәсәй форумдарында «Иң яҡшы бальнеошифахана» (2006, 2012, 2022) номинацияһында, «Ләм менән дауалауҙың иң яҡшы технологиялары» (2009, 2010, 2012, 2013), «Тәбиғәттең дауалау факторҙарын файҙаланыу буйынса иң яҡшы шифахана» (2008, 2011), «Иң яҡшы климат-терапия һәм климат-профилактика технологиялары» (2011, 2013) номинацияларында көмөш һәм алтын миҙалдарына һ. б. маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды[5].

Шифахана тураһында ваҡытлы матбуғат үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Иванов В. Н. Якты-Куль — здравница Зауралья. Уфа, 1982.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә