Мулдаҡкүл
Мулдаҡкүл (Мулда́к; башҡ. Мулдаҡ күл). Урындағы халыҡ телендә — Тоҙлокүл. Башҡортостандың Әбйәлил районында урынлашҡан йомоҡ тоҙло күл.
Мулдаҡкүл | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
![]() Мулдаҡтауҙан күлдең күренеше | |
Страна | |
Регион | Башҡортостан |
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге | 406 м |
Оҙонлоғо | 3,1 км |
Киңлеге | 2 км |
Майҙаны | 6,2 км² |
Күләме | 13,1 км³ |
Иң ҙур тәрәнлек | 2,5 м |
Уртаса тәрәнлек | 2,1 м |
Һыу йыйыу майҙаны | 49,6 км² |
РДҺР | 12010000311112200000568 |
![]() |
АтамаһыҮҙгәртергә
Мулдаҡкүлде урындағы халыҡ Тоҙлокүл тип йөрөтә.
Күлдең атамаһы буйынса түбәндәге легенда йәшәй. Хәлле һәм абруйлы ир уҙаманының ҡыҙы ярлы егеткә ғашиҡ була. Атаһы ҡыҙын фәҡирлек яҙмышына дусар иткеһе килмәй, йәштәрҙең саф хистәрен бер ҙә аямай, тиң булмаған никахҡа ҡаршы була. Ғашиҡтар ҡасып китергә ҡарар итә, ләкин ҡыҙ атаһының һаҡсылары уларҙы ҡыуып етә. Егетте үлтерәләр, һәм ул дала уртаһында бейек Мулдаҡтау булып ҡалҡа. Һөйгән йәрен юғалтҡн бәхетһеҙ ҡыҙ бик оҙаҡ күҙ йәштәрен түгә һәм тоҙло Мулдаҡкүлгә әйләнә.
ГеографияһыҮҙгәртергә
Магнитогорск ҡалаһынан көнбайышҡа ҡарай 15 км йыраҡлыҡта, Мулдаҡтау янында, Озерный (Әбйәлил районы) ауылы эргәһендә ята.
Мулдаҡ Йәнгел менән Кесе Ҡыҙыл йылғалары араһындағы һыуайырғыста урынлашҡан.
Күлдең һөҙәк ярҙарында тоҙло тупраҡҡа яраҡлашҡан үҫемлектәр: һимеҙут (солерос), татырут (бескильница), һыу боросо, ҡаҙ үләне, европа һимеҙуты, ҡамыш үҫә. Тоҙ күплектән урман бик һирәк.
Ярҙың айырым урындарында һыу төбөндә шифалы тоҙло ләм тупланмалары бар. Шулар нигеҙендә «Яҡтыкүл» шифаханаһы төҙөлгән. Был ләмде Башҡортостандың күп кенә башҡа шифаханалары ла файҙалана.
Күл карст сығышлы. Карбон тау тоҡомдарында (аргиллит ҡатламдары булған эзбизташ) барлыҡҡа килгән. Төньяҡ- көньяҡ йүнәлешендә һуҙылған йоморо симметрик соҡор эсендә урынлашҡан.
Төбө ләмле. Йомоҡ күл. Минераль ләмдең дөйөм күләме сама менән 1 млн т тирәһе. Тулыланыу сығанағы — ҡатнаш. Һыуы тоҙло. Хлорид-магнийлы (12,6 г/л).
Мезотроф күл, йәғни, биоген элементтарға бай. Ярҙары һөҙәк, ҡомло. Ландшафты — еҙүлән-ҡылғанлы дала.
Реестр күрһәткестәреҮҙгәртергә
РФ биләмәләрендә һыу хужалыҡтарын районлаштырыу буйынса Һыу ресурстары Федераль агентстлығы әҙерләгән геомәғлүмәт системаһы күрһәткестәре[1]:
- Һыу объектының коды 12010000311112200000568
- Гидрологик өйрәнелеү (ГӨ) буйынса коды 212200056
- Бассейн коды — 01.05.00.001
- (ГӨ) 12 буйынса том номеры
- (ГӨ) 2 буйынса сығарылыш
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ РФ-ың дәүләт һыу реестры : Мулдаҡкүл . Архивировано 27 август 2012 года.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- [1] 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған.
- Мулдаҡкүл тураһында легенда
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
Газета «Выбор» № 118—119 (10044-10045) от 11.08.2015. Статья «Край тысячи озёр».