Яубаҫаров Хәсән Хәйретдин улы
Яубаҫаров Хәсән Хәйретдин улы (1900 йыл — 29 апрель 1998 йыл) — граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарынданда ҡатнашыусы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
Яубаҫаров Хәсән Хәйретдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 1900 |
Тыуған урыны | Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 29 апрель 1998 |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | Умартасы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәБалалыҡ йылдары
үҙгәртергәЯубаҫаров Хәсән Хәйретдин улы 1900 йылда Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусының Аҡбулат (хәҙер Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы Ҡыҙыл таң) ауылында ярлы крәҫтиәндәр Яубаҫаров Хәйретдин Сәйфетдин улы һәм Гөлзәминә Ямалетдин ҡыҙы ғаиләһендә тыуа. Улар ғаиләһендә тағы ла ағаһы һәм апаһы була. Хәсән өс йәшендә әсәһенән, ә ете йәшендә атаһынан етем тороп ҡала. Өс етем баланы әсәләренең атаһы Үҫәргән улусы Иҙәш ауылында йәшәгән Әхмәҙиев Ямалетдин ҡартатаһы үҙ ғаиләһенә алып ҡайта ҡайта. Бер нисә йыл Хәсән ауыл мәҙрәсәһендә бик яҡшы уҡый. Уға ун йәш тулғанда Ямалетдин ҡартатаһы донъя ҡуя. Зиһенле балаға артабан уҡыу теймәй, ул байҙарҙа малайлыҡта йөрөй, әсәһенең ҡустыһы Хөснөтдиндең ғаиләһен ҡарарға ярҙамлаша.
Граждандар һуғышында
үҙгәртергәХәсәнгә ун туғыҙ йәш тигәндә ауыл аша үткән аҡтар отряды уны үҙҙәре менән хеҙмәткә алып китә. Хәрби часть Ҡустанайҙа торғанда Хәсән ваба сире менән ауырый һәм госпиталдә дауалана. Госпиталгә егет янына аҡ офицер кейемендәге яҡташы Сабит Илғолдин килеп йөрөй һәм уңайы сыҡҡан һайын Хәсәнде ҡыҙылдар яғына сығырға өгөтләй. Агитация һөҙөмтәһеҙ ҡалмай, Хәсән яҡташтары Әбүләйес ауылынан Сөләймән һәм Назар ауылынан Әйүп Бикташев менән Беләүле станцияһында торған ҡыҙылдар яғына сығырға була. Аҡтар Яйыҡ күперен бик ныҡ һаҡлаған була, шуға күрә август айының һуңғы һыуыҡ бер төнөндә улар Яйыҡ йылғаһын йөҙөп сыға һәм ҡыҙылдарға ҡушыла. Вабанан ныҡлап һауығып өлгөрмәгән егеттәр өсәүһе лә ҡаты ауырып йығыла. Уларҙы башта Ырымбур госпиталенә оҙаталар, ләкин етешле ҡарау етмәгәнлектән насарланған Хәсәнде башта Һамар ҡалаһы, артабан Сызрань ҡалаһы дауаханаһына оҙаталар. Фронтҡа ебәреүҙәренән тамам өмөтөн өҙгән Хәсән Хәйретдин улы көсләшеп тигәндәй госпиталдән сыға һәм военкоматка килә: уны эшсе батальонына оҙаталар. Ул пароходтан утын сығарыу эшенә тотона. Бер айҙан һуң ике йөҙ илле кеше араһында уны Царицын фронтына оҙаталар. Артабан уны яҙмыш Түбәнге Новгород ҡалаһына килтерә. Бында Хәсән бронепоезд һаҡлаусы десантсылар отрядына эләгә. Ҡыш буйы ул ошо ҡалала һаҡсы булып хеҙмәт итә. Артабан уларҙы Польша фронтына ебәрәләр. Варшаваға етергә ҡырҡ саҡрым ҡалғас, поляктар уларҙы кире ҡыуа, ҡорал етешмәй, шунлыҡтан уларҙың отряды, дошманға эләкмәһен өсөн, бронепоезды шартлатырға мәжбүр була, ә бронечасть поляктар ҡамауына эләгә. Ҡамауҙы төркөмдәргә бүленеп йырып сығырға приказ бирелә. Хәсән ике иптәше менән, ғәйәт ҡатмарлы юлдар үтеп, урмандар аша көнсығышҡа ынтыла, бер нисә тапҡыр саҡ-саҡ ҡына аҡтар ҡулына эләкмәй ҡала. Егеттәр Смоленск ҡалаһындағы үҙҙәренең штабына килә һәм бронечастың иҫән ҡалған өлөшөнә килеп ҡушыла. Уларға Врангелдән тартып алынған өр-яңы бронепоезд бирәләр, был бронепоезды ҡыҙылдар «III Интернационал» тип атаған була. Хәсән Яубаҫаров был юлы бронепоездың үҙенә эләгә һәм 1923 йыл уртаһына тиклем шунда пулеметсы булып хеҙмәт итә. Артабан уға хәрби хеҙмәттә ҡалырға тәҡдим итәләр, һәм Хәсән апаһының ауылы Әбүләйескә ялға ҡайта. Апаһы Хәбирә Хәсәндең ҡабат хәрби хеҙмәткә китеүенә ҡырҡа ҡаршы төшә һәм ҡустыһын ауылда ҡалырға күндерә. Бер йылдан ул күрше Абзан ауылынан Мырҙабулатова Разифа Әбүталип ҡыҙына өйләнә. Улар икәүләшеп байҙарға ялланып эшләй: бер йыл тайға йөрөһә, икенсе йыл башмаҡҡа йөрөп, тормошон бөтәйтә.
Коллективлаштырыу һәм колхоз тормошо
үҙгәртергә1929 йылда ауылда коллективлаштырыу башланып китә: Хәсән Яубаҫаров Йылайыр кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы) Әбүләйес ауылында ун биш кешенән торған артель төҙөй. Уны артелдең рәйесе итеп ҡуялар. Артель эшен башлап ебәреүҙә уға юрист Юныс Бикбов ярҙам итә. Хөкүмәт был артелгә орлоҡ, ҡорамалдар менән ярҙам итә. Ул йылды иген бик ныҡ уңа, шуға күрә 1930 йылда артелгә бөтә ауыл халҡы инә. Беренсе артелдең атамаһы «Көрәш» була. Шулай итеп Граждандар һуғышында сыныҡҡан, донъяға дөрөҫ ҡарарға өйрәнгән Хәсән Хәйретдин улы Әбүләйес ауылы халҡын колхозға туплаусы һәм ул колхоздың беренсе рәйесе була. Артабан колхоз үҫешә, Хәсән Хәйретдин улы, партия ҡайҙа ҡушһа, шунда эшләй: ул колхоз фермаһы мөдире лә, бригадир ҙа була.
Бөйөк Ватан һуғышында
үҙгәртергәБөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1942 йылдың ғинуарында ауылдаштары менән бергә фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшер өсөн фронтҡа китә. Ул артиллерия-уҡсылар полкына эләгә, танкыға ҡаршы атыу ҡоралының, гаубица пушкаһының тоҫҡаусыһы була. 1942 йылдың авгусында Ржев эргәһендәге ҡаты һуғыштарҙың береһендә ул немец снайперы пуляһынан ҡаты яралана. Госпиталдә дауаланып терелеп сыҡҡас, ул ҡабаттан фронтҡа үҙ часына эләгә, Курск дуғаһындағы алыштарҙа ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», «1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән. Һуғышты 1945 йылдың яҙында Шауляй ҡалаһын алғанда тамамлай: бындағы алышта ул тағы ла яралана һәм Кенигсберг (хәҙер Калининград) ҡалаһындағы госпиталдә август аҙағына тиклем дауалана.
Һуғыштан һуңғы йылдары
үҙгәртергәАртабан тыуған ауылы Әбүләйестәге ғаиләһе: улы, алты ҡыҙы янына әйләнеп ҡайта һәм ауылда колхозды нығытыу эшенә тотона. Хәсән Хәйретдин улы колхозда рәйес, бригадир, колхоз умартасылығының ҡортсоһо, ферма мөдире булып алтмыш биш йәше тулып хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй. Тик ул бер ваҡытта ла эшһеҙ тороп өйрәнмәгәс, ялда булыуына ҡарамаҫтан, ырҙын табағы мөдире булып етмеш биш йәше тулғансы һәм артабан Өфө ҡалаһындағы балалары үҙҙәренә күсереп алып киткәнсе тынғы белмәй туған колхозында эшләй. Өфө ҡалаһында ла ул буш ятмай, Калинин районының ветерандар советы ағзаһы була. Бик күп миҙалдар һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән.
Хәсән Хәйретдин улы ҡатыны Разифа менән ете бала үҫтергән, шуларҙың бишеһе-уҡытыусылар.
Ике һуғыш ветераны Яубаҫаров Хәсән Хәйретдин улы Өфө ҡалаһында 1998 йылдың 29 апрелендә вафат була һәм Тимашево зыяратында ерләнгән.
Хәсән Хәйретдин улының Бөйөк Ватан һуғышында үҙе сығарған бәйете:
Мин уйлайым, йәнейем, зәңгәр төндә
Ауылымды, һөйгән йәремде. Һағынамын йәшел болондарҙы, Йәйелеп ятҡан иркен ҡырҙарҙы. Мин иҫләйем ауыл кистәрен, Яҙғы матур һабан туйҙарын. Йәшеллеккә сумған тау биттәрен, Боролоп аҡҡан йылға буйҙарын. Мин һәләтле егет һуғыштарҙа, Көслө ҡорал минең ҡулымда, Теләгем бер-еңеү дошмандарҙы, Яҡты минең барыр юлым да. Яныҡайым, биргән ҡулъяулығың Күҙ йәштәрем һөртөп туҙҙы инде, Яныҡайым, минең йәш ғүмерем Сит ерҙәрҙә йөрөп уҙҙы инде. Төн ҡараңғы, төндәр уртаһында Һаҡлап торам тыуған илемде. Граната менән тимер мылтыҡ Талдырҙы бит минең билемде. Ишапай ҙа буйы ҡалды инде, Һары ғына сәскә алды инде. Һағынышып ҡына, һарғайышып Хат яҙырға ғына ҡалды инде. Салғы ла ғына алып сабыр инем Туған Ишапайым буйҙарын. Инде генә ҡайтып күрә алмамын, Йәмле генә Ишапай буйҙарын. Ишапай ҙа буйын буйлағанда Ятып ҡалды минең дилбегәм, Ҡалманы ла ятып, ай, дилбегәм, Ятып ҡалды тыуған илгенәм. Ишапай ҙа тауы бейек икән Менеп кенә тәсбих әйтергә, Мине белгән, күргән дуҫ-иштәрем
Доға ҡылһын инде ҡайтырға.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- «Башҡортостан» 1991 йыл, 26 февраль. № 40 (20835)
- «Йәшлек» 1996 йыл, 8 май № 36 (4571)
- Исянгулов Ш. Н. Абуляисово: материалы по истории деревни. — Туймазы: ТИЦ — филиал ГУП РБ ИД «Республика Башкортостан», 2015. — 164 с.