Оҫҡонош

Башҡортостандағы йылға

Оҫҡонош (рус. Уськунуш) — Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районының Ялан Йылайыры йылғаһының уң ҡушылдығы. Оҙонлоғо — 13 км. Ялан Йылайыр йылғаһына тамағынан 16 км өҫтәрәк ҡушыла.

Оҫҡонош
Ҡайҙа ҡоя Ялан Йылайыры (йылға)
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы һәм Йылайыр районы
Карта

Һыу реестрҙары

үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Яйыҡ һыу бассейны округына ҡарай, йылғаның һыу хужалығы участкаһы — Һаҡмар йылғаһы, Оло Эйеккә ҡушылғандан алып тамағана тиклем. Йылға бассейны — Яйыҡ (һыу бассейнының Рәсәй өлөшө)[1].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:

  • Һыу объектының дәүләт һыу реестрындағы коды — 12010000512212200005116
  • Гидрологик өйрәнелеү коды — 112200511
  • Гидрологик өйрәнелеү буйынса том һаны— 12
  • Гидрологик өйрәнеү буйынса сығарылыуы — 2

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Бәләкәй генә Оҫҡонош йылғаһының оло тарихы ла бар: ул барып ҡушылған Ялан Йылайыры (Яман Йылайыр) йылғаһы русса рус. Крепостной Зилаир тип тә йөрөтөлә. Был йылғаның исеме башҡорттарҙың фажиғәле тарихы менән бәйле. Алдау юлы менән ерҙәре тартып алынғас, башҡорттар ризаһыҙлыҡ күрһәтеп, ерҙәренә килеп ултырған баярҙың утарын яндыра. Шунан һуң губерна хакимиәте башҡорттарҙы был урындарҙан ҡыуа, ә баярға утар булып ҡалған ауыл Крепостной Зилаир[3] тип атала башлай.

Топонимикаһы

үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлегендә аңлатылыуынса, атама оҫҡон тигән ҡырағай һарымһаҡтан алып ҡушылған. Башҡортостанда был һүҙ менән аталған топонимдар бер нисә: мәҫәлән, Күгәрсен, Ишембай райондарындағы Оҫҡонно йылғалары, шулай уҡ һуңғыһында Оҫҡонтау тигән тау ҙа бар[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Ускунуш (Окау)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  2. Государственный водный реестр РФ: Ускунуш. Архивировано 20 сентябрь 2012 года.
  3. Башкирские һәм легендалары риүәйәттәре тупланған. 2016 йыл 12 ноябрь архивланған. Төҙөлөш, вступительная булыу, аңлатмалар Фәнүзә Надршина: — Өфө, Башҡорт китап нәшриәте, 1985, — 288 с.
  4. Словарь топонимов Республики Башкортостан — Уфа: Китап, 2002. — Б. 155. — 256 б. — ISBN 5-295-03192-6.