Ҡондорош (рус. Кондуруш) — Рәсәйҙәге йылға, Башҡортостан Республикаһының Йылайыр һәм Баймаҡ райондары биләмәләрендә аға. Йылға тамағы Йылайыр йылғаһының уң яҡ яры буйлап 54 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 22 км тәшкил итә.

Ҡондорош
Ҡайҙа ҡоя Ялан Йылайыры (йылға)
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Оҙонлоҡ 22 km
Карта

Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылы янында элекке йәйләү урыны Ҡондорош буйы исемен йөрөтә. I Бөрйән улусы, Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер Баймаҡ районы территорияһы) составына Ҡондорош исемле ауыл ингән. Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районында Кундуровка ауылы бар. 1800 йылғы рәүиз мәғлүмәттәрендә Кундуровка ауылы телгә алына, унда яһаҡлы татарҙар һәм хеҙмәтле казактар йәшәй, барыһы 230 кеше[1].

Этимологияһы үҙгәртергә

Л. Рашоньи Мағаш, Иҙәш, Ҡондорош, Бигәш атамаларын венгр теле менән бәйләй, уның ватандашы Д. Немет та этнонимия өлкәһендә башҡорт-венгр изоглостарын таба. Ж. Ғ. Кейекбаев венгрҙар менән бәйле атамалар төркөмөн тағы ла киңәйтә. Гидрономия өлкәһендә тикшеренеүҙәр башҡорт топонимияһында фин-уғыр сығышлы топонимдарҙың булыуын иҫбатлай[2].

Башҡорт теле белгесе М. Усманова фекеренсә, йылға атамаһы болғар-венгр ҡондор һүҙенән һәм -ош аффиксынан барлыҡҡа килгән[1].

Һыу реестры мәғлүмәттәре үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Урал бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Һаҡмар йылғаһы инешенән Оло Эйек йылғаһына һыуҙарын ҡойғанға тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — юҡ. Йылға бассейны — Яйыҡ (Рәсәй бассейны өлөшө)[3]/

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәттәренә ярашлы[3]:

— Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000512112200005089

— Кодтар буйынса гидрологик өйрәнеү (ГӨ)— 112200508

— Бассейн коды — 12.01.00.005

— ГӨ буйынса томы — 12

— ГӨ буйынса сығарылыш — 2

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Минсылыу Усманова. Имя отчей земли. Уфа, «КИТАП», 1994, 189-сы бит
  2. https://kitaptar.bashkort.org/storage/books/iVH0prU9PG1vCkam1CLGHljaQSY0QnUJVyc7ck9E.pdf БАШКОРТ АССР-ының ТОПОНИМДӘР ҺҮЗЛЕГЕ
  3. 3,0 3,1 Государственный водный реестр РФ: Кондуруш. Архивировано 21 август 2012 года.

Һылтанмалар үҙгәртергә