Арский ташы
Арский ташы — Башҡортостандың комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағында тора.
Арский ташы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Арский ташы Викимилектә |
Характеристикаһы
үҙгәртергәАрский ташы ҡомартҡыһы Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында, Белорет районы Арский ташы ауылынан 350 метрҙа ята. Урманлы тауҙа «Арский ташы»[1] ял итеү базаһы урынлашҡан, төньяҡ-көнбайышҡа табан 10 километрҙа — Белорет ҡалаһы. комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы 0,8 гектар ерҙе биләй.
Тәбиғәт ҡомартҡыһы Ағиҙел йылғаһының иҫке улағында уң яҡтан ҡаялы ярҙан ғибәрәт. Органоген эзбизташтан барлыҡҡа килгән. Ҡая бейеклеге яҡынса 20-25 метр тирәһенә барып етә һәм дуға формаһында йылғаның боронғо улағы буйынса 100 метрға тиклем һуҙыла.
«Арский ташы» — Башҡортостан Республикаһының комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы (1956) һәм 1965 йылдан тәбиғәт ҡомартҡыһы[2].
Урманлы тау территорияһында Арский ташы тип аталған текә ҡая бик алыҫтан иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. Бейеклеге — 30 метр тирәһе. Ҡая Девон геологик осорондағы аҡһыл һоро эзбиздән тора. Ҡаяның өҫтөндә тектоник сатнауҙан барлыҡҡа килгән ярыҡтар күренә, бер урында ер ҡатламы емерелгән.
Тау башында һәм унан төньяҡтараҡ ҡарағай урманы үҫә. Ландшафтар: ҡарағай һәм ҡарағастарҙан торған асыҡ төҫтәге ылыҫлы урман; боронғо дәүерҙән ҡалған реликттар һәм дарыу үҫемлектәре: шиверекия подольская, солнцецвет монетный, володушка многожилковая, һары умырзая, василёк Маршалла һәм башҡалар[3]. Реликттар себер сығышлы. Арский ташы ҡаяларында 30 төрҙән ашыу ксерофит һәм мезофиттар бар. Ә Арский ташы тирәһендәге ҡарағай урманында 40 төргә яҡын үлән үҫә.
Топонимикаһы
үҙгәртергәТәбиғәт ҡомартҡыһының атамаһы Арский ташы ҡаяһынан алынған.
Риүәйәттәр буйынса, был яҡтарҙағы 1773—1775 йылдарҙа Крәҫтиәндәр һуғышы барышында Белорет заводы управляющийы Арский баш күтәреүселәргә ҡорал биреүҙән баш тартҡаны өсөн үлтерелә. Арский ташы ауылында йәшәүселәр был урынға 1767 йылда Пенза губернаһынан күсерелә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Гареев Э. З. Геологические памятники природы Республики Башкортостан. Уфа. «Тау» 2004.
- Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Урочище Арский камень . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
- Арский ташы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 29 июль 2021)
- Урочище Арский камень 2016 йыл 21 ноябрь архивланған.. Уникальные геологические объекты России.
- Арский камень стал одной из визитных карточек Башкирии 2018 йыл 9 ноябрь архивланған.. Общественная электрогазета РФ.
- Скала Арский камень 2016 йыл 21 ноябрь архивланған.. Русское географическое общество. Башкирское отделение.
- Арский камень 2016 йыл 21 ноябрь архивланған.. Белорецкий район РБ.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ База отдыха «Арский камень» 2016 йыл 21 ноябрь архивланған.
- ↑ Постановление кабинета министров Башкирской АССР № 465 от 17 авгеста 1965 года «Об охране памятников природы Башкирской АССР»
- ↑ Арский камень. Природопользование Урала