Юрмаш (Ғафури районы)

Юрмаш (рус. Юрмаш) — Башҡортостандың Ғафури районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 175 кеше[2]. Почта индексы — 453063, ОКАТО коды — 80221819009.

Ауыл
Юрмаш
рус. Юрмаш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ғафури районы

Ауыл биләмәһе

Имәндәш ауыл Советы (Ғафури районы)

Координаталар

54°10′45″ с. ш. 56°44′06″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1930

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1930

Элекке исеме

Иҫке Тайыш, Суҡҡайын

Халҡы

175[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453063

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 221 819 009

Код ОКТМО

80 621 419 141

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Юрмаш (Рәсәй)
Юрмаш
Юрмаш
Юрмаш (Ғафури районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Юрмаш


Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 175 88 87 50,3 49,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Юрмаш ауылы Имәндәш ауыл Советына инә. Район үҙәгенән төньяҡ‑көнсығышта 54 саҡрым һәм Аҡкүл тимер юл станцияһынан төньяҡ‑көнсығышта 60 саҡрым алыҫлыҡта Еҙем йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылға 1930‑сы йылдарҙа Иҫке Тайыш ауылы [3] кешеләре (Салауат Һиҙиәтов менән Монасип Ямалетдинов) Тайыш исеме менән нигеҙ һала. Ауыл эргәһендә Суҡҡайын күле урынлашҡан. Элек ауыл Суҡҡайын тип тә йөрөтөлгән.

Уҡлыҡая аръяғында ике аҡлан бар: береһе — Бала Юрмаш, икенсеһе — Оло Юрмаш. Юрмаш ауылына шул аҡландарҙың исеме бирелгән. Тәүҙә ауылда 60-70-ләп йорт булған. Халыҡ бойҙай сәскән, солоҡсолоҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. 1925—1926 йылдарҙа «Юрмаш» колхозы ойошторола. Беренсе рәйес Монасипов Бәхтегәрәй була, ул 1932 йылда кулактар ҡулынан һәләк була[4].

1950 йылдан хәҙерге исемен йөрөтә. Халҡы: 1939 йылда — 398 кеше; 1959 йылда — 424 кеше; 1989 йылда — 224 кеше; 2002 йылда — 214 кеше; 2010 йылда — 175 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡарағай урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар[5].

Урамдары

үҙгәртергә

Исемдәре:[6]

Коллектив урамы (рус. Коллективная (улица))

Октябрь урамы (рус. Октябрьская (улица))

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә

Видеояҙмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә