Йөрәктау (Стәрлетамаҡ районы)
Йөрәктау (рус. Юрактау) — Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 227 кеше[1]. Почта индексы — 453154, ОКАТО коды — 80249812006. ОКТМО коды — 80649412126. ИФНС коды — 0268.
Ауыл | |
Йөрәктау Йөрәктау | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Тарихы
үҙгәртергәАуыл атамаһы яҡын ғына урынлашҡан тау исеменән алынған. XVIII быуат башында Ағиҙелдең уң ярында Стәрлетамаҡтан көньяҡ-көнсығышҡа табан урынлашҡан был ауыл Бөтә Рәсәй V рәүиз документтарында Йөрәктау-Мокшино булараҡ теркәлә. Ул заманда тораҡ пунктында аҫаба башҡорттар, уларҙың припущинниктары-типтәрҙәр һәм суҡындырылған сыуаштар йәшәй. 163 аҫаба башҡорт 35 ихатаны, 36 ерһеҙ башҡорт - 5, 24 типтәр - 4, 90 сыуаш 12 ихатаны биләй. 1859 йылда үткәрелгән X халыҡ иҫәбен алыу документтарында Стәрлетамаҡ өйәҙе XXVII Башҡорт кантонының 7-се йортонда йәшәгән 25 ир-егеттең исемлеге лә бирелә[2].
Юрматы олоҫоноң Ҡармыш түбәһе башҡорттары 1764 һәм 1776 йылдарҙа үҙҙәренең аҫаба ерҙәренә типтәрҙәрҙе индерә, уларҙан тыш ауылда яһаҡ татарҙары ла йәшәй, яһаҡ татарҙарының 14-е 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыуы билдәле.
1920 йылда 69 ихатанан торған ауылда 349 кеше йәшәй[2].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәДөйөм халыҡ һаны[1] | |||||
Халыҡ һаны | 2002—2009 халыҡ үҙгәреше | ||||
2002 | 2009 | кеше | % | ||
175 | 227 | +52 | +29,71 |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Стәрлетамаҡ): 28 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Алатана): 3 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Стәрлетамаҡ): 28 км
Урамдары
үҙгәртергә- Яр (урамы) (рус. Береговая (улица))
- Тыныслыҡ (урамы) (рус. Мира (улица))
- Яр буйы (урамы) (рус. Набережная (улица))
- Шоссе (урамы) (рус. Шоссейная (улица))
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Ғәлекәйев Ҡотлозаман — 1812 йылғы Ватан һуғышы яугиры, "1812 йылғы Ватан һуғышын иҫкә алыу" миҙалы кавалеры[2].
- Мирзанов Бәхтейәр Ғүмәр улы (10.11.1892—17.07.1941) — уҡытыусы, шағир һәм журналист[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Коллектив авторов. История башкирских родов. Юрматы. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2018. — Т. 30, часть 1. — С. 183. — 840 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Мирзанов Бәхтейәр Ғүмәр улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 7 ноябрь 2017)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә1. История башкирских родов. Юрматы. Уфа. изд. "Китап", 2018, стр. 840., 2 000 экз."