Юныс (исем)
Юныс — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Юныс исеме бар.
Этимология
үҙгәртергәЮныс исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән. Пәйғәмбәр исеменән алынған. Шулай уҡ күгәрсен (сығышы боронғо йәһүд теленән килә) мәғәнәһендә[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәМөхәммәт Юныс (бенг. মুহাম্মদ ইউনুস; 28 июнь 1940 йыл) — Бангладеш банкиры, иҡтисад профессоры. Нобель тыныслыҡ премияһының 2006 йылғы лауреаты.
Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы (1883 йыл — 1943 йыл) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (1917—1919).
Асылбаев Юныс Баһауетдин улы (1908 йыл—1981 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, гвардия ҡыҙылармеецы. Ҡыҙыл Йондоҙ, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры.
Ауылдар
үҙгәртергәБайҡы-Юныс (рус. Байки-Юнусово) — Башҡортостандың Ҡариҙел районындағы ауыл.
Юныс (рус. Юнусово) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәЙунус сүрәһе (ғәр. يونس, Юныс) — Ҡөрьән Кәримдең 10 сүрәһе. Мәккәлә иңгән сүрә, 109 аяттан тора.
Юныс үҙәге (Yunus Centre) — Даккала (Бангладеш) урынлашҡан аналитик үҙәк. 2006 йылда Нобель тыныслыҡ премияһы лауреаты Мөхәммәт Юныс тарафынан фәҡирлекте кәметеү өлкәһендә социаль эшҡыуарлыҡ менән бәйле проблемаларҙы хәл итеү, шулай уҡ профессор Юныстың идеяларын таратыу маҡсатында ойошторола. Үҙәктең башҡарма директоры — Ламия Моршед.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |