Асылбаев Юныс Баһауетдин улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры

Асылбаев Юныс Баһауетдин улы (1908—1981) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, гвардия ҡыҙылармеецы. Ҡыҙыл Йондоҙ, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры

Асылбаев Юныс Баһауетдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1908
Тыуған урыны Яуымбай, Байназар ауыл советы, Бөрйән районы
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Асылбаев Юныс Баһауетдин улы 1908 йылда Бөрйән районы Яуымбай ауылында тыуа. 1941 йылдың йәй аҙағында Бөрйән районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Ауылда 5 балаһы менән ҡатыны тороп ҡала.

Асылбаев М. Шайморатов етәкләгән 112-се кавалерия дивизияһында ат ҡараусы (повозочник) булып хеҙмәт итә. Хәрби Прокуратураның секретлы документтарын Висланан алып Бранденбург ҡалаһына тиклем бер урындан икенсе урынға күсереү һәм һаҡлау бурысын үтәй.

«Ҡыҙыл Йондоҙ» орденына тәҡдим ителгән награда ҡағыҙында Асылбаев Юныс тураһында бына нимә тип яҙылған: «Дошмандың авиация һөжүме ваҡытында прокурор Тесленко һәләк була. Асылбаев юғалып ҡалмай, ылауын хәүеф-хәтәрһеҙ урынға йәшереп өлгөрә, һәм шуның менән Хәрби Прокуратура канцелярияһын тулыһынса юғалтыуһыҙ һаҡлап алып ҡала. Ул ҡараған аттар һәр ваҡыт әҙер, ашатылған, оҙайлы марштар ваҡытында ылауҙың һуңлауына һәм боҙолоп ултырыуына юл ҡуймай».

Һуғыштың аҙағына тиклем булып, Бөйөк Еңеүҙе Берлинда ҡаршылай. 1946 йылда демобилизациялана.

Һуғыштан ҡайтҡас Асылбаев Юныс колхозда бригадир булып эшләй. Ветеран 1981 йылда 73 йәшендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)
  • 2-се дәрәжә Ватан һағышы ордены (1985)
  • «Батырлыҡ өсөн» (№ 554992) миҙалы.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • «Берлинғаса еткән ул». — Бурзянский район: «Таң» гәзите, 2015.

Һылтанмалар үҙгәртергә