Төйлөгән (ҡасаба)
Төйлөгән (рус. Тюльган) — ҡасаба, Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының һәм Төйлөгән ҡасаба советының үҙәге.
Ҡасаба | |
Тюльган Төйлөгән | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Ҡасаба с | |
Халҡы | |
Телефон коды |
+7 35332 |
Почта индексы |
462010 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Географияһы
үҙгәртергәБәләкәй Наҡаҫ тау массивы һәм Төйлөгән йылғаһы буйында, Ырымбур ҡалаһынан 130 саҡрым төньяҡ-көнсығышҡа урынлашҡан.
Этимология
үҙгәртергәРайондың исеме башҡорт телендәге төйлөгән (коршун) ҡошо исеменә тап килә. Район һәм ҡасаба гербында, флагында күмер тауы ташы менән төйлөгән һүрәтләнгән.[2].
Тарих
үҙгәртергә1940-сы йылдарҙа хәҙерге Төйлөгән районы территорияһында һоро күмер ятҡылығы асыла, 1953 йылда уның янында Төйлөгән торлаҡ пунктына нигеҙ һалына. 4 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Төйлөгән утары исеме менән атала. 1960 йылда Төйлөгән Троицк районы үҙәге була, ул Троицк ауылынан күсерелә. 1965 йылда Төйлөгән районы төҙөлә, үҙәк итеп Төйлөгән ҡасабаһы ҡуйыла. 1957-1999 йылдарҙа Төйлөгән эшселәр ҡасабаһы статусында була.
Халыҡ һаны
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
1959[3] | 1970[4] | 1979[5] | 1989[6] | 2002[7] | 2010[8] | 2012[9] | 2013[1] |
2637 | ↗3128 | ↗5103 | ↗10 681 | ↘10 161 | ↘8959 | ↘8769 | ↘8657 |
Инфраструктура
үҙгәртергә- Экономика
Ҡасаба сәнәғәтен - "Төйлөгән машиналар эшләү заводы" яуаплығы сикләнгән йәмғиәте, "Төйлөгән электромеханика заводы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте кеүек предприятиелар күрһәтә. Төҙөлөш тармағын "Ремстройинвест" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте күрһәтә. Тау сығарыу предприятиеһы булып "Оренбургуголь" асыҡ акционерҙар йәмғиәте (күмерҙе асыҡ ысул менән сығарыу) тора. Шулай уҡ ҡасабала икмәк бешереү буйынса "Тюльган - Иволга" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте урынлашҡан.
- Социаль өлкә
Ҡасабала төрлө белем биреү учреждениелары урынлашҡан: 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе, 1-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, балалар сәнғәт мәктәбе, Шарлыҡ техник техникумы филиалы, "Юбилей" район мәҙәниәт йорто, район китапханаһы.
- Спорт
Ҡасабала "Пингвин" йөҙөү бассейны, "Восход" стадионы урынлашҡан. 2007 йылда боҙ аренаһы менән "Олимп" физкультура-сәләмәтләндереү комплексы төҙөлгән, унда фигуралы шыуыу һәм хоккей секциялары бар.
Транспорт
үҙгәртергәКөньяҡ Урал тимер юлы, Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән станцияһы урынлашҡан. Ырымбур өлкәһенең төбәк әһәмиәтендәге автомобиль юлдары.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ С.М.Стрельников. Географические названия Оренбургской области. Топонимический словарь. — Изд. 2-е, дополненное и исправленное. — Кувандык: Издательство С.М.Стрельникова, 2002.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу . Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения . Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области . Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.