Эткүл (Ҡыҙыл Армия районы)
Эткүл - рус. Еткульское - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл Армия районындағы күл.
Эткүл | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Урын | Красноармейский район[d] |
Географияһы
үҙгәртергәЭткүл Ҡыҙыл Армия районындағы күл.
Екатеринбургтың үҙәгенән Эткүлгә тиклем - 230км. Райондың Мейәс ауылынан 2 км алыҫлыҡта ята.
Эткүлдән 3 км алыҫлыҡта Лесной ҡасабаһы һәм һаҙланған исемһеҙ һыу ятҡылығы бар; 3,8 км көньяҡ-көнсығыштараҡ, Ванюши ауылы янында, Һағындыҡ ята .
Географик координаттары: киңлеге - 55°14′56″N (55.248986), оҙонлоғо - 61°52′7″E (61.868528)
Силәбе трактынан 1,3 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тасуирламаһы
үҙгәртергәҠыҙыл Армия районындағы Эткүл күле өлкәнең шул исемдәге өс һыуы ятҡылығының берәүһе. Урыҫ телендә улар төрлөсә яҙылыуы менән айырыла.
- Күл һыҙатланышы түңәрәк. Диаметры 1 км самаһы.
- Төбө: ҡомло
- Һыуы сөсө.
- Сығанағы юҡ.
- Яр буйҙары һөҙәк.
Флораһы һәм фаунаһы
үҙгәртергәКүлде үлән бик баҫмай, мәгәр урыны-урыны менән һаҙлыҡлы, ул урындарында ҡамыш, күрән үҫә.
Һыу ятҡылығында табан балыҡ, сабаҡ , алабуға яҡшы тотола.
Этимологияһы
үҙгәртергәСиләбе өлкәһе географы һәм топонимисы Н. И. Шувалов Эткүл районындағы шул исемдәге күл атамаһына ҡарата былай тип яҙған:
Название от распространенного в прошлом у башкир древнего мужского имени Эткул, в диалектах Иткул, где эт (ит) — «собака», кол (кул, гул) — «раб», «невольник», в значении «помощник». В русском языке переосмыслено в куль — «озеро». Имя сохраняет следы древних поверий. В древности у башкир существовал культ собаки. Она считалась покровителем новорожденного. Верили в ее помощь при болезни детей, она отпугивала злых духов [2].[3]
..
Әммә күлгә атама андронимдан бирелгәне шик уята, сөнки халыҡ телендә уларҙы был күлдәрҙең һыуында эттәр менән булған ваҡиғаларға бәйләйҙәр.
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 200 бит
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области[1]
Һылтанмалар
үҙгәртергә
Был Силәбе өлкәһе географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |