Һағындыҡ (күл)

Силәбе өлкәһендәге күл

Һағындыҡ - рус. Сыкандык - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл Армия районындағы күл.

Һағындыҡ
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Һағындыҡ күле Ҡыҙыл Армия районында Копейскиҙан төньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан.

Силәбегә тиклем ара — 45 км, Екатеринбургҡа — 230 км, Копейскиға — 30 км, Мейәскә – 10 км.

Координаттары: 55°11′15″N 61°54′6″E

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Һағындыҡ — ярайһы ҙур күл, 1570 гектар майҙанды биләй. Һыу ятҡылығы түңәрәк формала, төньяҡтан көньяҡҡа - 6 километрға, көнбайыштан көнсығышҡа табан — 4,2 километрға һуҙылған. Уртаса тәрәнлеге 2,5 метр тәшкил итә.

Күлде үҫемлектәр ныҡ баҫа, һунар өсөн яҡшы, ә ял итеү өсөн ыңғай күренеш тип әйтеп булмай.

Урыны менән һаҙлыҡлы. Ғөмүмән, күл биләмәһендә һаҙлыҡтар һирәк күренеш түгел, айырыуса көньяғындараҡ, мәҫәлән, бик ҙур Миңдеғол һаҙлығы.

Яҡын тораҡ пункттары — Ванюши (төньяҡ-көнбайыш яры) һәм бөтөнләй бәләкәс кенә Әҙиш ауылдары (көнсығыш яры). 2 саҡрым көньяҡ-көнсығышҡа табан Родник ҡасабаһы урынлашҡан.

Һағындыҡ күленең төньяҡ ярында баҡсалар ойошторолған. Яр буйҙары ландшафты — типик урманлы далаға хас [2].

Флораһы һәм фаунаһы

үҙгәртергә

Көнсығыш яры һөҙәк, урманлы дала ландшафты өҫтөнлөк итә, яр буйҙарын ҡамыш баҫан.

Күл балыҡтарынан бигерәк һыу ҡоштары менән дан тота, өйрәктәрҙең бер нисә төрө, селән бар. Шилоклювка һәм ходулочник кеүек Ҡыҙыл Китапҡа индерелгән һирәк ҡоштар осрай. Тап шулар өсөн күл Силәбе өлкәһенең айырата һаҡлана торған күлдәр исемлегенә индерелергә тора [3]

Этимологияһы

үҙгәртергә

Күлдең атамаһы килеп сығышын Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә "Һағындыҡ" тигән ир-ат исеменән алынған һәм үҙгәреп киткән тип нигеҙләй. Башҡорттар көтөп алынған балаға шундай исем ҡуша торған булғанын яҙа [4][5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Озеро Сыкандык 2022 йыл 28 февраль архивланған.
  3. Сыкандык [1].
  4. Шувалов Н.И. Сыкандык// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  5. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Шувалов Н. И. Сыкандыҡ // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7

Һылтанмалар

үҙгәртергә