Эребуни
Эребуни́ (Ирпуни́, Ирепуни́, Эревуни, Эревани урартурарт URUer-bu-ú-ni[2], әрм.әрм. Էրեբունի) — Әрмәнстандың баш ҡалаһы Ереван ситендәге Арин-Берд убаһында урынлашҡан боронғо Урарту дәүләтенең баш ҡалаһы. Эребуниҙы Урартуның батшаһы Аргишти I беҙҙең эраға тиклем 782 йылда урартуларҙы Арарат уйһыулығында төпләндереү өсөн терәк пункты сифатында төҙөй. Эребуни ҡалаһы ерҙәре хәҙерге Ереван уртаһында урынлашҡан, шулай уҡ әрмән телендә Эребуни һәм Ереван атамалары яҡынса бер төрлө мәғәнәләге һүҙҙәр, йәғни «атайҙың йәшәгән урыны» тигән мәғәнәне аңлата. Шуға ла беҙҙең эраға тиклемге 782 йылда Ереванға нигеҙ һалынған, тип иҫәпләнелә. Әммә беҙҙең эраға тиклем IV быуаттан беҙҙең эраның III быуатына тиклем Ереван урынында ниндәй ҙә булһа тораҡ пунктының булыуын раҫлаған мәғлүмәттәр юҡ. Ҡала беҙҙең эраның III быуатында ғына Эребуниҙан төньяҡҡа табан 2 километр алыҫлыҡта «Эреван» атамаһы менән ҡайтанан төҙөлә башлай. «Forbes» журналы был тораҡ пунктын «донъялағы иң боронғо 9 ҡәлғә» исемлегенә индергән.[3]
Эребуни | |
Дәүләт | Әрмәнстан[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Эребуни[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1017 метр |
Архитектор | Аргишти I[d] |
Мираҫ статусы | памятник культурного наследия в Армении[d][1] |
Указания, как добраться | Նոր Արեշ և Վարդաշեն թաղամասեր[1] |
Эребуни Викимилектә |
Өйрәнеү тарихы
үҙгәртергәАрин-Берд убаһы үҙенә ғалимдар иғтибарын беренсе тапҡыр1894 йылда йәлеп итә. Урыҫ ғалимы А. А. Ивановский Чолмакчи (хәҙерге ваҡытта Еревандың Иҫке Норк районы) ауылында йәшәгән бер кешенән урарту шына яҙыуы төшөрөлгән ташты һатып ала. Һатыусы Папак Тер-Аветисов был ташты , 1879 йылда Арин-Берд убаһында табып алыуы хаҡында белдерә. Тиҙҙән М. В. Никольский[4][./Эребуни#cite_note-5 [5]][4]. таштағы һүрәтте һәм яҙыуҙың яҡынса тәржемәһен баҫтырып сығара. Ташта, ошо урында Урарту батшаһы Аргишти I «10100 капи һыйҙырышлы» иген һаҡлағыс төҙөнө, тип яҙылған була. Әммә убала археологик ҡаҙылма эштәре бик оҙаҡ йылдар буйы алып барылмай. Тик 1947 йылда ғына Ереванда Кармир-Блурҙы ҡаҙып сығарыу менән шөғөлләнгән Б. Б. Пиотровский етәкселегендәге археология экспедицияһы убала тикшеренеү эштәрен үткәрә. Ошо уҡ археология экспедицияһы 1950 йылда систематик рәүештә Арин-Берд убаһында ла археологик ҡаҙылма эштәрен алып барыу менән шөғөлләнә..
Арин-Берд емереклектәрен Урартуның Эребуниһына тиңләү
үҙгәртергә1950 йылдың 25 октябрендә тикшеренеү эштәрен алып барған ваҡытта әрмән ғалимы К. Л. Оганесян шына яҙыуы менән ҡапланған ике базальт ташын таба. Таштарҙың береһендә Урарту батшаһы Сардури Икенсенең иген һаҡлағыс төҙөүе, ә икенсеһе Эребуни ҡәлғәһен Урарту батшаһы Аргишти Беренсенең төҙөүе тураһында хәбәр итә. Ошонан һуң Арин-Берд убаһы аҫтында боронғо Эребуни ҡалаһы емереклектәре ятырға тейеш, тигән фараз барлыҡҡа килә, һәм 1952 йылдан убала ике археологик экспедиция: Әрмен ССР-ы Фәндәр Академияһының Археология һәм этнография институты һәм Пушкин исемендәге Дәүләт Һынлы сәнғәт музейы Б. Б. Пиотровскийҙың дөйөм етәкселегендә археологик ҡаҙылма эштәрен берлектә дауам итә. Күршеләге Тейшебаини ҡаласығында алып барылған ҡаҙылма эштәре барышында «Эребуни» яҙыуы булған бик күп әйбер килеп сыҡҡанға күрә, бер ни тиклем ваҡыт Эребуниҙың Арин-Берд убаһында урынлашыуы шик тыуҙыра. Бәлки, Оганесян 1950 йылда тапҡан таштаҡта убаға осраҡлы рәүештә генә барып эләккәндер, тигән фекер ҙә барлыҡҡа килә. Һигеҙ йыл үткәс, 1958 йылда, бындай шик тотошо менән юҡҡа сыға, һәм тәүге фараз раҫлана: археологик ҡаҙыныу эштәре барышында убалағы боронғо ҡәлғә диуарына барып еткәс, уға һалынған ташҡа Аргишти Беренсенең ҡәлғәғә нигеҙ һалыуы тураһындағы яҙыулы таш килеп сыға. Шулай итеп, 1958 йылда Эребуниҙың Арин-Берд убаһында урынлашыуы тураһындағы икеләнеүҙәргә нөктә ҡуйыла.[5][6].
1950 йылда табылған ҡомартҡы | 1958 йыл табылдыҡтары («Эребуни музейында» һаҡлана, Ереван) |
Яҙманың тәржемәһе: Халди Аллаһы ярҙамы менән Менуа улы Аргишти был ҡеүәтле ҡәлғәне төҙөй; Б. Б. Пиотровского на основании публикаций Ҡалып:Книга:Меликишвили: УКН и Оганесян К. Л. Арин-Берд (Ганли-тапа) — урартская крепость города Ирпуни // Известия академии наук Армянской ССР. — Ереван, 1951. — № 8.</ref>. |
Археологик ҡаҙыныуҙарҙың башҡа һөҙөмтәләре
үҙгәртергә1950 йылда башланған археологик ҡаҙыныуҙар бик күп кенә табыштарҙы табыуға килтерә һәм Урарту дәүләтен өйрәнеүгә тос өлөш индерә. Убала дөйөм алғанда Урарту батшалары Аргишти I, Сардури II һәм Русы Өсөнсөнөң 23 шына яҙыуы табыла. Эребуни убаһында матди мәҙәниәт әйберҙәре әллә ни күп булмай, быны ғалимдар түбәндәгесә аңлата: беҙҙең эраға тиклем VI быуатта урартулар Эребунины һуғышһыҙ-ниһеҙ ҡалдырып һәм ҡиммәтле бөтә нимәләрен алып, күршеләге Тейшебаиниға күсенә[7]. Бынан тыш Эребуниҙың төп төҙөлөштөре убаның көнсығышында урынлашҡан була, һәм Ереван ситендә барлыҡҡа килгән Нор-Ареш һәм Вардашен ҡасабалары төҙөлгөн мәлдә боронғо ҡоролмалар юҡҡа сығарыла[8]. Тик 1952 йылда ғына был зона ҡурсаулыҡ тип иғлан ителә. Боронғо ҡәлғәлә археологик ҡаҙыныуҙар 1958 йылға тиклем алып барыла, ҡала кварталдарында ҡаҙыныу эштәре 1968 йылда башлана. Хәҙерге ваҡытта ике ҡасаба һәм Арин-Берд убаһы Еревандың бер өлөшөнә әйләнгән. Арин-Берд убаһында «Эребуни» музейы эшләй,.
Эребуни тарихы
үҙгәртергәҠалаға нигеҙ һалына (беҙҙең эраға тиклем 782 йыл)
үҙгәртергәАргишти Беренсенең шына яҙмаларынан һәм Урарту — Тушпе баш ҡалаһында һаҡланған уның йылъяҙмаһынан билдәле булыуынса, Эребуниға беҙҙең эраға тиклем 782 йылда нигеҙ һалынған. Был осорҙа Урартуның сәскә атҡан ваҡыты була, һәм ул Алғы Азияла иң ҡеүәтле дәүләт булараҡ таныла. Аргишти I үҙ дәүләтенең сиктәрен киңәйтеү һәм иҡтисади көсөн нығытыу менән шөғөлләнә. Арарат уйһыулығы яһалма һуғарыу ярҙамында ауыл хужалығын алып барыу өсөн бик уңайлы урын була, шуға ла урартулар уны баҫып алырға тырыша. Шул маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн Эребуни ҡәлғәһе терәк пункты булараҡ төҙөлә.
Өҙөктөң тәржемәһе: Халди Аллаһының мәрхәмәтендә мин Хати[9] иленә яуға сыҡтым… … … Халди Аллаһы ҡушыуы буйынса мин — Аргишти, Менуа улы, түбәндәгене бәйән итәм: Ирпуни ҡалаһын мин Биаинили иленең ҡеүәтен арттырыу һәм беҙгә дошман илде буйһондороу өсөн төҙөнөм. Хате һәм Цупани илдәренән 6 мең 600 яугирҙы унда килтереп төпләндерҙем[10]. |
Эребуниҙың этник составы һәм дине
үҙгәртергәАргишти Беренсенең йылъяҙмаһында Эребуниға төпләндереү өсөн үрге Ефраттағы Мелитендан, Хати иленән 6600 әсирҙең алып ҡайтылыуы хаҡында яҙыла . Моғайын, был халыҡтарҙар этник яҡтан хәҙерге әрмәндәргә яҡын торғандыр[11]. Бынан тыш ҡәлғәләге ҡорамдарҙың береһендә («Суси»ғибәҙәтханаһы тип атала[12]) Аргишти Беренсенең яҙмаһында «Иварша» Аллаһы атала, әммә был атама артабан урарту яҙмаларында бөтөнләй осрамай.
Яҙманың тәржемәһе: Аргишти, Менуа улы, шуны әйтәм: был ерҙәр буш ине, унда ҡала төҙөнөм. Аргишти, ҡеүәтле батша, бөйөк батша, Биайниль иле, Тушпа ҡалаһы хакимы[13]. |
Ҡәлғәлә шулай уҡ, Эребуниға нигеҙ һалынған осорҙан алып, Халди Аллаһы ғибәҙәтханаһы ла була, ул «Суси» ғибәҙәтханаһынан ҙурыраҡ була һәм Эребуниҙың төп ғибәҙәтханаһы булып тора[14].
Урартуның «Суси» ғибәҙәтханаһының нигеҙе һәм (алғы планда) унан һуңғы фарсыларҙың «Ут ғибәҙәтханаһы». «Суси» ғибәҙәтханаһы ишегенең ике яғында ла Урарту батшаһы Аргишти Беренсенең шына яҙыуҙары һаҡланған. | Ғибәҙәтхана диуарын тергеҙеү, ул элементтар менән еңеләйтелә. |
Эребуниҙың сәскә атҡан осоро (782—735 йыл б . э. т.)
үҙгәртергәЭребуни ҡалаһын төҙөү үҙ маҡсатына өлгәшә: урартулар Арарат уйһыулығында ныҡлап төпләнә. Беҙҙең эраға тиклем 776 йылда Аргишти I Аргиштихинили ҡалаһына нигеҙ һала, ул — хәҙерге Армавирҙан бик үк йыраҡ булмаған ярайһы уҡ ҙур ғына ҡала. Аргиштихинили ҡалаһының ҡоролошо был ҡаланың хәрби мәсьәләләрҙе түгел, ә, нигеҙҙә, хужалыҡ мәсьәләләрен хәл итеү менән шөғөлләнеүен күрһәтә. Аргишти Беренсе осоронда ҡаҙылған каналдар буйлап төрлө үҙемлектәргә һибеү өсөн һыу бирелә. Шуға ла беҙҙең эраға тиклем 782 йылдан 735 йылға тиклем, Аргишти Беренсе һәм уның улы Сардури IИкенсе батшалыҡ иткән осорҙа Эребуниҙа бер нисә эре иген һаҡлағыс төҙөлә. Күршеләге Аргиштихинилила иген һаҡлағыстар үҙ урындарын ала. Шуға ла Эребуни төбәктә көслө батша булып таныла.
Яҙманың тәржемәһе: Аргишти, Менуа улы, был иген һаҡлағысты тултыра; бында 10 мең 100 капи иген һыя[15]. | Яҙманың тәржемәһе: Аргишти, Менуа улы, был иген һаҡлағысты тултыра; бында 10 мең 100 капи иген һыя. |
Яҙманың тәржемәһе: … Руса, Эрминаның улы, был иген һаҡлағысты иген менән тултырҙы. Бында 6848 капи иген һаҡлана. |
Әһәмәниҙәр дәүеренең көмөш ритондарында көнсығыш элементтары, боронғо грек һәм урарту сәнғәте элементтары ла бар[16]. |
Ҡаланың ҡоролошо
үҙгәртергәЭребуни ҡалаһы Арин-Берд убаһы башында урынлашҡан цитаделдән һәм уба итәгендә урын алған ҡала кварталдарынан тора. Ҡала биләмәһенең дөйөм майҙаны 200 га[17].тәшкил итә. Ғалимдар фаразлауынса, Эребуни хәрби-стратегик күҙлектән сығып урынлаштырылған ҡәлғә, сөнки Арин-Берд убаһынан Арарат уйһыулығы ла, шулай уҡ төбәк аша үтеүсе башҡа юлдар ҙа асыҡ күренеп ята.[18].
Ҡәлғәнең ҡоролошо
үҙгәртергәЭребуни ҡәлғәһе (цитадель) өсмөйөш формаһында була һәм 65 метр бейеклегендәге Арин-Берд убаһының башында урынлаша, бөтәһе 8 гектар ерҙе биләй. Ҡәлғәнең нигеҙе базальт таштарҙан һалына. .
Ҡаланы һыу менән тәьмин итеү
үҙгәртергәУрарту ҡәлғәләренең башҡаларындағы кеүек үк, Эребуни ҡәлғәһендә Һыу менән тәьмин итеү һәм тотонолған һыуҙы ағыҙыу мәсьәләһе ентекләп уйлап хәл ителгән. Ҡәлғәлә ер аҫтынан алынған һыу ер аҫты һыу үткәргесе аша үҙенән-үҙе ағып ҡулланыусыларға килә. Һыу үткәргес торбаларының тышҡы диаметры 40 см, ә эскеһе 10 см тәшкил итә, таштар араһындағы ярыҡтар балсыҡ менән һылана. Моғайын, һыу Эребуниҙан 7 километрҙа ятҡан Гарний тауҙарынан алынғандыр[19].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=am&srlang=hy&srid=1.5/19 — 2017.
- ↑ Согласно новому прочтению, например см. Арутюнян Н. В., Оганесян К. Л. Новые урартские надписи из Эребуни // Вестник древней истории. — Москва, 1970. — № 3. — С. 107—112.. Ранее читалось урарт URUir-pu-ú-ni, см. например Ҡалып:Книга:Меликишвили: УКН). Детерминатив URU как и в других клинописных языках Месопотамии означает «город».
- ↑ Асель Сулеевва. 9 самых древних крепостей мира . Forbes (17 сентябрь 2012). Дата обращения: 21 май 2014.
- ↑ 4,0 4,1 Никольский М.В. Клинообразная надпись из Ганли-тапа около Эривани // Древности восточные. — Издательство Московского археологического общества, 1894. — В. II.
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;Оганесян1961
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Ҡалып:Книга:Пиотровский: Ванское царство
- ↑ Ҡалып:Книга:Оганесян: Крепость Эребуни
- ↑ Ходжаш С. И., Трухтанова Н. С., Оганесян К. Л. Эребуни. Памятник Урартского зодчества VIII—VI в. до н. э. — М.: Искусство, 1979.
- ↑ Отождествление Хати, урарт Ḫāti, с Мелитеной сделано на основе Дьяконов И. М. Предыстория армянского народа. История Армянского нагорья с 1500 по 500 г. до н.э. Хурриты, лувийцы, протоармяне / Еремян С. Т.. — Ереван: Издательство АН Армянской ССР, 1968. — С. 233. — 266 с. — 1000 экз. и Дьяконов И.М. Малая Азия и Армения около 600 г. до н.э. и северные походы вавилонских царей // Вестник древней истории. — Москва: Наука, 1981. — № 2. — С. 34—63.
- ↑ Перевод Г. А. Меликишвили из книги: Ҡалып:Книга:Меликишвили: Урартские клинообразные надписи
- ↑ «История Востока: Восток в древности», глава XVIII «Урарту, Фригия, Лидия», часть 2 «Возвышение Урарту»:
- ↑ На самом деле «susi-» — урартский детерминатив, который вероятно обозначает просто «храм», однако это обстоятельство ещё не было известно учёным в начальный период раскопок в Эребуни, и за данным храмом бога Иварша во всей последующей литературе сохранилось условное название «Суси».
- ↑ Перевод Г. А. Меликишвили из статьи: Меликишвили Г. А. К вопросу о хетто-цупаннийских переселенцах в Урарту // Вестник древней истории. — Москва, 1958. — № 2.
- ↑ Ҡалып:Книга:Оганесян: Крепость Эребуни
- ↑ Перевод Н. В. Арутюняна из статьи: Арутюнян Н. В. Оганесян К. Л. Новые урартские надписи из Эребуни // Вестник древней истории. — Москва, 1970. — № 3.
- ↑ Аракелян Б. Н. Клад серебряных изделий из Эребуни // Советская археология. — 1971. — № 1.
- ↑ Ҡалып:Книга:Оганесян: Крепость Эребуни
- ↑ Оганесян К. Л. Крепость Эребуни (782 г. до н. э.) / Пиотровский Б. Б.. — Ереван: Айастан, 1980. — С. 34. — 144 с. — 1500 экз.Ҡалып:Книга:Оганесян: Крепость Эребуни
- ↑ Оганесян К. Л. Крепость Эребуни (782 г. до н. э.) / Пиотровский Б. Б.. — Ереван: Айастан, 1980. — С. 125. — 144 с. — 1500 экз.Ҡалып:Книга:Оганесян: Крепость Эребуни
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Оганесян К. Л. Крепость Эребуни (782 г. до н. э.) / Пиотровский Б. Б.. — Ереван: Айастан, 1980. — 144 с. — 1500 экз.Ҡалып:Книга:Оганесян: Крепость Эребуни
- Ходжаш С. И., Трухтанова Н. С., Оганесян К. Л. Эребуни. Памятник Урартского зодчества VIII—VI в. до н. э. — М.: Искусство, 1979.
- Оганесян К. Л. Арин-Берд I, Архитектура Эребуни по материалам раскопок 1950—1959 гг. — Ереван: Издательство АН Армянской ССР, 1961.
- Крепость Эребуни / Гаркавец А. Н. — Алматы: Баур, 2005. — 192 с. — ISBN 5-7667-3603-7.
- Арутюнян Н. В. Город Эребуни согласно клинописным источникам // Древний Восток. Города и торговля. — Ереван, 1973.
- Арутюнян Н. В. Оганесян К. Л. Новые урартские надписи из Эребуни // Вестник древней истории. — Москва, 1970. — № 3.
- Лосева И. М. Новые археологические исследования отряда ГМИИ им. А. С. Пушкина на холме Арин-берд // Советская археология. — Москва, 1958. — № 2.
- Оганесян К. Л. Раскопки урартского города Эребуни // Советская археология. — 1960. — № 3.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Информация об Эребуни на сайте Armenica.org (англ.)
- Изображения развалин Эребуни на Panoramio: photo1 2017 йыл 28 октябрь архивланған., photo2 2017 йыл 14 октябрь архивланған., photo3 2017 йыл 14 октябрь архивланған., photo4 2017 йыл 16 октябрь архивланған., photo5 2017 йыл 16 октябрь архивланған.