Төп менюны асырға

Ура́рту (Арара́т, Биайнили, Ва́н батшалығы, урарт KURbi-a-i-na, әрм. Ուրարտու, төр. Urartu, фарс. اورارتو) — көньяҡ-көнбайыш Азиялағы боронғо дәүләт. Әрмән таулығы, көнсығыш Төркиә, төньяҡ-көнбайыш Иран һәм Әзербайжандың Нахичеван Автономиялы Республикаһы территорияларында урынлашҡан. Урартуның ҡәбилә булараҡ йәшәүе беҙҙең эраға тиклем XIII быуатта, ә дәүләт булараҡ — беҙҙең эраға тиклем VIII быуатта рәсми рәүештә раҫланған. Урарту беҙҙең эраға тиклем VI быуатта йәшәүҙән туҡтай. Беҙҙең эраға тиклем 1 мең йыллыҡтың тәүге сирегендә Алғы Азия дәүләттәре араһында Урарту мөһим урындарҙы биләй[1].

Урарту
Рәсми тел Урарт теле[d]
Донъя ҡитғаһы Азия
Административ үҙәк Тушпа[d]
Ҡулланылған тел Урарт теле[d]
Урынлашыу картаһы
Категория с картами на Викискладе Maps of Urartu
Commons-logo.svg Урарту Викимилектә

Урартуның баш ҡалаһы Тушпалағы Ван ҡаяһында Урарту дәүләте батшаларының нығытылған ҡоролмаһы (цитадель)

Урартуны өйрәнеү тарихыҮҙгәртергә

АсыуҮҙгәртергә

 
Ван ҡаяһының Урартуның тәүге археологтары тарафынан һүрәтләнеше, XIX быуат аҙағы

Хәҙерге фән Урартуны XIX быуатта уҡ аса. Ғалимдар урта быуат әрмән тарихсыһы Мовсес Хоренациҙың ассирия батшабикәһе Шамирам Семирамиданың Ван күле яры буйында ҡала төҙөүҙә ҡатнашыуы тураһындағы хикәйәһенә иғтибар итә[2]. 1827 йылда Француз азиат ойошмаһы тәүге тикшеренеүсе, йәш ғалим Фридрих Эдуард Шульцты Ван районына ебәрә. 1829 йылда ул курд бандиттары тарафынан үлтерелә, әммә 1840 йылда уның эш материалдары Францияға барып эләгә һәм баҫылып сыға[3]. Шульц шына кеүек яҙыуҙарының һүрәтен төшөрә һәм Урартуның баш ҡалаһы Тушпалағы урарт батшаларының боронғо резиденцияһы булған Ван ҡаяһына тәүге тасуирлама бирә. Артабанғы тикшеренеүҙәр был яҙыуҙарҙы ассирия телендә түгел тип таба. Европа тикшеренеүселәре Ван янындағы емереклектәрҙе һәм урарт яҙыуҙарын ассирия мәҙәниәте тип һанаһа ла, беҙҙең эраға тиклем V быуаттан алып, Урарту «онотолған дәүләт» булып ҡала.

Яҙманы өйрәнеүҮҙгәртергә

Урартуны артабан өйрәнеүгә боронғо Ассирия ҡалаларының археологик ҡаҙылмалары этәрелеш бирә. Шульц тарафынан беренсе булып баҫтырылған һәм Урартуның үҙенән табылған шына яҙмаларҙы уҡыу, аңлау яй бара. XIX быуаттың икенсе яртыһында урарту теленең грузин[4], әрмән[5] һәм семит телдәре менән ҡәрҙәш булыуы тураһындағы фекерҙәр ҙә белдерелә[6], әммә улар артабан нигеҙһеҙ тип табыла[1][7]. Урарт телен өйрәнеүҙәге өҙөклөк бары тик XIX быуат аҙағында ғына, немец ғалимы А. Сэйс Арчибальд беренсе[7] корректлы грамматикаһын баҫтырғас туҡтай[8].

Шульц материалындағы осло рәүештәге урарт яҙмаларын дешифровкалауға беренсе тапҡыр бары тик 1880 йылда ғына ассириолог Станислав Гюйаром тотона, ә 1882 йылда А.Сейс шул йылдарҙа билдәле булған яҙмалар тураһындағы тәүге мәғлүмәтте биреп, тәржемә эшләй[9][10].

Урат телен өйрәнеүгә тағы бер немец ғалимы Иоганнес Фридрих[7] ҙур өлөш индерә. Ул тәү башлап[11] урарт һәм хуррирт теленең ҡәрҙәшлеге хаҡында белдерә[12] һәм яңыртылған урарт грамматикаһын баҫтыра[13].

СССР-ҙа урарт теленең кавказ теле менән бәйләнешен параллель рәүештә Николай Яковлевич Марр өйрәнә. Ә 50-се йылдарҙа грузин ғалимы Георгий Александрович Меликишвили урарт яҙмаларының бөтә корпустарын да тәржемә итеп баҫтыра[14]. Рәсәйҙән көнсығыш илдәрен өйрәнеүсе Игорь Михайлович Дьяконов урарт телен өйрәнеүгә ярҙам итеү маҡсатынан, ассирия сығанаҡтарынан бөтә Урарту тураһындағы мәғлүмәтте йыйып, тәржемә итә. Ул 60-сы йылдарҙа табылған яңы урарт яҙмаларының тәржемәһен дә баҫтыра[15].

Археологик тикшеренеүҙәрҮҙгәртергә

Урартулағы тәүге тикшеренеүҙәр Ван ҡалаһындағы Ван ҡаяһында һәм Топрах-Калала алып барыла. 1879 йылда унда Британ музейы, 18981899 йылдарҙа герман экспедициялары ҡаҙылма тикшереү эштәре алып бара. Был экспедициялар ҡаяларҙа бик күп урарт яҙмаларын, шул иҫәптән Аргишти I батшаның йылъяҙмалары һәм Урарту матди мәҙәниәтенең ҡайһы бер предметтарын табып, күсереп ала. Һуңынан улар Британ һәм Пергам музейҙарына эләгә.

1911 йылдан 1916 йылға тиклем Урарту территорияһының күп өлөшө Рәсәй империяһы контролендә була. Ҡайһы бер археологик ҡаҙылма эштәр академиктар Иосиф Абгарович Орбели менән Николай Яковлевич Марр етәкселегендә алып барыла. Уларға Ван ҡаяһында Урарту тарихына бәйле икенсе мөһим бер документ — Сардури II батшаның йылъяҙмаһын табыу бәхете тейә. Артабан көнсығыш Төркиәлә ҡаҙылма эштәрҙе дауам итеү бөтә донъя һуғыштарына бәйле ауырлаша. Ҡайһы бер урарт тарихи ҡомартҡылары (мәҫәлән, Топрах ҡалаһындағы) әлегә тиклем Төркиәнең регуляр армияһы тарафынан терәк пункт булараҡ файҙаланыла. Был территорияла ҡаҙылмалар һаман да табыла. Хәҙерге заман тикшеренеүселәре белдереүенсә, улар башланғыс кимәлдә.

Иранда Урарт мәҙәниәте ҡомартҡыларына ҡағылған археологик ҡаҙылма эштәре унда барған Ислам революцияһына бәйле лә ҡатмарлаша, әммә һуңғы йылдарҙа хәл үҙгәрә һәм Иранда бер юлы Урарт дәүләтенең бер нисә ҡалаһында ҡаҙылма эштәр алып барыла.

Хәҙерге Әрмәнстан территорияһындағы төньяҡ-көнсығыш Урартула ҡаҙылма эштәр әүҙемерәк һәм квалификациялыраҡ була. Унда 1939 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем был саралар системалы рәүештә алып барыла. Кармир-Блур ҡалҡыулығында табылған ҡаҙылмалар башҡа урарт ҡалалары менән сағыштырғанда Урартуны өйрәнеү өсөн иң бай материал булып һанала. Был ҡаланың көтмәгәндә төнгө штурмлау ваҡытында емерелеүе менән дә бәйле. Кармир-Блурҙағы ҡаҙылма эштәр етәксеһе Борис Борисович Пиотровский һәм уның «Ванское царство» китабы Урартуны өйрәнеүгә ҙур өлөш индерә[1]. Был хеҙмәт бер нисә телгә тәржемә ителә һәм бөтә донъяла оҙаҡ йылдар Урарту тарихы буйынса иң тулы һәм классик ғилми белешмә булып һанала[16].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Книга: Пиотровский: Ванское царство
  2. книга: Хоренаци
  3. Шульц Фридрих Эдуард (Schulz F.E.) Mémoire sur le lac de Van et ses environs // Journal Asiatique. — Paris, 1840. — В. IX.
  4. Lenormant François. Lettres assyriologiques — Paris, 1871 Т. I.
  5. Mordtmann A. D. Über die Keilinschriften von Armenien // Zeitschrift der Deutschen Morgenländischen Gesellschaft. — Leipzig, 1877. — В. XXXI.
  6. Louis de Robert. Etude philologique sur les inscriptions cunéiformes de l’Arménie — Paris: E. Leroux, 1876.
  7. 7,0 7,1 7,2 Книга: Barnett: Urartu
  8. Sayce A. H. The Cuneiform incriptions of Van deciphered and translated // Journal of Royal Asiatic Society. — 1882. — Т. 14.
  9. Рецензия Б. Пиотровского на книгу Г. А. Меликишвили «Древневосточные материалы по истории народов Закавказья. Наири-Урарту».— Изд. АН Грузинской ССР, Тбилиси, 1954.
  10. F. E. Schulz. «Mèmoires sur le lac de Van et ses environs». Journal Asiatique, Paris, IX, 1940, p. 257—323
  11. Игорь Михайлович Дьяконов, Сергей Анатольевич Старостин. Хуррито-урартские и восточнокавказские языки // Древний Восток: этнокультурные связи. — Москва: Наука, 1988.
  12. Фридрих Йоганнес (Friedrich J.) Chaldische (urartäische) Texte // Kleinasiatische Sprachdenkmäler. — Berlin, 1932.
  13. Фридрих Йоганнес (Friedrich J.) Einführung ins Urartäische: grammatischer Abriss und ausgewählter Texte mit spachlichen Erläuterungen // Mitteilungen der Vorderasiatisch-Aegyptischen Gessellschaft. — Leipzig, 1933. — В. 37. — № 3.
  14. Книга: Меликишвили: УКН
  15.   Игорь Михайлович Дьяконов Урартские письма и документы — Москва — Ленинград: Издательство АН СССР, 1963.
  16. Zimansky P. E. Ancient Ararat, A Handbook of Urartian Studies — New York: Caravan books, 1998. — Б. 19. — 332 б. — ISBN 0-88206-091-0.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Арутюнян: Биайнили-Урарту.
  • Чарльз Аллен Берни, Дэвид Маршалл Лэнг Древний Кавказ. От доисторических поселений Анатолии до христианских царств раннего Средневековья / Пер. с англ. Л. А. Игоревского — М: ЗАО Центрполиграф, 2016. — 383 б. — ISBN 978-5-9524-5198-8.
  • Дьяконов: АВИУ.
  • Игорь Михайлович Дьяконов Урартские письма и документы — Москва — Ленинград: Издательство АН СССР, 1963.
  • Меликишвили: Урартские клинообразные надписи.
  • Пиотровский: Ванское царство.
  • УРАРТУ. ЭРЗАЦ-БИБЛИОГРАФИЯ
  • Zimansky: Ecology and Empire.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә