Эпштейн Леопольд Викторович
Леопо́льд Ви́кторович Эпште́йн (тыуған 5 апрель, 1949 йыл, Винницала) — американың рус телле шағиры һәм тәржемәсеһе.
Леопольд Викторович Эпштейн | |
Псевдонимдары: |
Леонид Бородин |
---|---|
Тыуған көнө: |
05.04.1949 |
Тыуған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы, тәржемәсе |
Ижад йылдары: |
1962 – хәҙергәсә |
Жанр: |
шиғриәт |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
русса |
http://home.comcast.net/~innaleo | |
Тормош юлы
үҙгәртергәТабип һәм инженер ғаиләһендә тыуа. Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетын тамамлай. 1971—1987 йылдарҙа Дондағы Ростовта һәм Новочеркасскиҙа йәшәй, программист, ғилми хеҙмәткәр, уҡытыусы, урам һепереүсе, кочегар[1] булып эшләй.
Шиғырҙарын 1962 йылдан алып яҙа башлай. Ваҡыт-ваҡыт СССР-ҙа («Дон» журналында, «Поэзия» альманахында), бер тапҡыр «Континент» (1983) ;журналында Леонид Бородин(тәхәллүсе) аҫтында әҫәрҙәрен баҫтырып сығара. 1987 йылдан алып АҠШ-та йәшәй һәм Бостонда программист булып эшләй. Биш шиғыр китабы авторы. «Азат ителгән Улисс» антологияһында, «Ваҡыт һәм беҙ» журналында һәм башҡаларҙа яҙған әҫәрҙәрен баҫтырып тора[2]
Инглиз теленән рус теленә Шекспир, Байрон, Китс, Джойс әҫәрҙәрен һәм шулай уҡ грузин, ҡытай телдәренән әҫәрҙәр тәржемә итә.
Леопольд Эпштейн — тигеҙ интонациялы һәм нескә күҙәтеүҙәр менән яҙылған фәлсәфәүи-психологиялы лирика оҫтаһы.
Эпштейндың 2001 йылдың 11 сентябрендәге террористик актҡа бағышланған шиғыры иҫ киткес дөрөҫ һәм тасуири яҙылған һәм шул уҡ ваҡытта донъяға СССР-ҙан сыҡҡан рус ҡарашлы американдың патриотик тойғоларын берләштереп торған әҫәр.
Тәнҡитселәр билдәләүе буйынса, «Леопольд Эпштейн — әсе пессимист һәм бер үк ваҡытта батыр һәм кешеләргә өмөт биреүсе шағир»[3].
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Грунт: Шиғырҙар. — Бостон, 1993.
- Фрагмент: Шиғырҙарының икенсе китабы. — Tinafly: Hermitage Publ., 2001.
- Спираль. — Винница: Глобус-Пресс, 2008.
- Промежуточный финиш. — Ростов на Дону: Феникс, 2009. — ISBN 978-5-222-15593-6
- Сопротивляться и не бунтовать. — Таганрог, 2010
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Леопольд Эпштейн . Новая литературная карта России. Дата обращения: 11 март 2015.
- ↑ Чупринин С. %D1%8D%D0%BF%D1%88%D1%82%D0%B5%D0%B9%D0%BD&f=false Зарубежье. — М.: Время, 2008. — (Русская литература сегодня). — ISBN 978-5-9691-0292-7.
- ↑ Чайковская И. Поколенье «между двумя катастрофами». О поэте Леопольде Эпштейне // Чайка (Seagull) : журнал. — Бостон, 2011. — № 9 (188).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Авторский сайт 2015 йыл 2 октябрь архивланған.
- В Журнальном зале
- Поэзия Московского университета: От Ломоносова и до… 2019 йыл 2 октябрь архивланған.
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |