Энрико Карузо

бөйөк итальян йырсыһы

Энри́ко Кару́зо (итал. Enrico Caruso; 25 февраль 1873 йыл — 2 август 1921 йыл) — Италияның опера йырсыһы (тенор).

Энрико Карузо
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Италия короллеге[d]
Тыуған ваҡыттағы исеме итал. Enrico Caruso
Псевдоним Karuzo, Enriko‏
Тыуған көнө 24 февраль 1873({{padleft:1873|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) или 25 февраль 1873({{padleft:1873|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[3]
Тыуған урыны Неаполь[d], Италия короллеге[d][2]
Неаполь[d], Италия[3]
Вафат булған көнө 2 август 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[2][1][4][…] (48 йәш)
Вафат булған урыны Неаполь[d], Италия короллеге[d][2][3]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе үпкә рагы[d]
Ерләнгән урыны Италия
Атаһы Marcellino Caruso[d][5]
Әсәһе Anna Baldini[d][5]
Хәләл ефете Dorothy Park Benjamin[d]
Балалары Gloria Grazianna Victoria America Caruso[d] һәм Enrico Caruso Jr.[d]
Туған тел Итальян
Һөнәр төрө опера йырсыһы
Әүҙемлек урыны Нью-Йорк[6] һәм Неаполь[d][6]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1921
Йырсы тауышы тенор[d]
Фах лирико-драматический тенор[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Архивы хранятся в Нью-йоркская общественная библиотека исполнительского искусства[d][7]
Жанр Опера
Тауыш яҙҙырыу лейблы Victor Talking Machine Company[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәттәре тупланмаһы Universiteitsbibliotheek UGent[d], Letterenhuis[d] һәм Экленд художество музейы[8]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Файлы артиста по адресу Frick Art Research Library[d] һәм Smithsonian American Art and Portrait Gallery Library[d][9]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][10]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Enrico Caruso
 Энрико Карузо Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Энрико Карузо 1873 йылдың 25 февралендә Неаполдә ярлы күп балалы ғаиләлә тыуа. Ата-әсәһе Энриконың инженер булыуын теләй, ләкин ул музыкант карьераһын һайлай. Сиркәү хорында йырлай[11]. Энрикоға 15 йәш тулғанда әсәһе вафат була, һәм ул, сиркәү байрамдарында сығыш яһап, йәшәүенә аҡса эшләй.[12]. Түләүле уҡытыу менән шөғөлләнеүсе уҡытыусыларҙа йырларға өйрәнә, улар араһында Гульельмо Верджине лә була. 1894 йылдың 16 ноябрендә Неаполдә, «Нуово» театрында Морелли Друг Франческоның (L’Amico Francesco) операһында дебюты була. Артабан Италияның бик күп ҡалаларпында йырлай. 1897 йылда Палермола Энцо партияһын («Джоконда» Понкьелли) башҡарыу Карузоға танылыу килтерә. 1900 йылда ул беренсе тапҡыр Миландың Ла Скала театры сәхнәһенә аяҡ баҫа (Доницеттиҙың «Мөхәббәт эсемлегендә» Неморино); 1902 йылда Лондонда Ковент-Гарден театрында дебюты менән сығыш яһай (Вердиҙың «Риголеттоһында» герцог). Йырсының дан ҡаҙаныуы Нью-йорктың Метрополитен-опера театры менән бәйле, 1903 йылдан 1921 йылға тиклем унда төп партияларҙы башҡарыусы була. Карузо бик күп яҙмалар ҡалдыра — опера йырсылары араһында беренселәрҙән булып үҙ репертуарының төп өлөшөн граммофон пластинкаларына яҙҙыра. Тәбиғи баритондың түбәнге һәм урта регистрҙарҙа бәрхәттәй яңғырашы юғары тенор менән берләшеүе уның тауышында ҡабатланмаҫ тембр барлыҡҡа килтерә. Дөрөҫ тын ала белеүе һәм, иң мөһиме, юғары башҡарыу мәҙәниәте арҡаһында ул ХХ быуаттың вокаль сәнғәте легендаһына, опера тенорҙарының алдағы быуындары өсөн өлгөгә әйләнә.

Карузо лирик һәм драматик пландағы партияларҙы ла берҙәй уңыш менән башҡара, күбеһенсә Вердиҙың («Трубадурында» Герцог, Манрико, «Бал-маскарадында» Ричард, «Аидала» Радамес) һәм композитор-веристарҙың операларында («Паяцтарҙа» Канио, Леонкавалло һәм башҡалар) уңышлы сығыш яһай. Федерико (Чилейҙың «Арлезиан ҡыҙы», 1897), Лорис (Джорданоның "Федор"ы, 1898), Джонсон (Пуччиниҙың "Көнбайыштан килгән ҡыҙ"ы, 1910) ролдәрен беренсе булып башҡара. Карузоның концерт репертуарында неаполитан йырҙары төп урынды алып тора.

Энрико Карузо 1921 йылдың 2 авгусында иртәнсәк Неаполдә 48 йәшендә эренле плевриттан вафат була. Уның кәүҙәһе бәлзәмләнә һәм, быяла саркофаг аҫтына һалынып, бик оҙаҡ ваҡыт кешеләргә күрһәтелә[13] 1929 йылда уның тол ҡатыны Дороти Карузо талабы буйынса таш кәшәнәгә ерләнә. Вафатынан һуң уның хөрмәтенә уны яратҡан һәм ихтирам иткән кешеләр аҡсаһына гигант балауыҙ май шәм эшләнә. Был май шәм Мадонна иконаһы алдында йылына бер тапҡыр ғына тоҡандырылырға тейеш. Иҫәпләүҙәр буйынса был май шәм 500 йыл буйы тоҡандырыуға етәсәк.

Тауышы өлгөһө

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #118667335 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 Archivio Storico Ricordi — 1808.
  4. Enrico Caruso // SNAC (ингл.) — 2010.
  5. 5,0 5,1 Pas L. v. Genealogics (ингл.) — 2003.
  6. 6,0 6,1 RKDartists (нидерл.)
  7. https://archives.nypl.org/mus/20140
  8. https://ackland.emuseum.com/people/2965/enrico-caruso/objects
  9. https://library.si.edu/art-and-artist-files
  10. https://data.performing-arts.ch/a/319fc87f-c534-41de-9260-4e25f48d3544 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  11. Карузо Энрико / С. М. Грищенко // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  12. Карузо Энрико — Кругосвет энциклопедияһынан
  13. Ю. Ильин, С. Михеев. Великий Карузо: к столетию начала творческой деятельности. — СПб: Глаголъ, 1995. — С. 10. — ISBN 5-15-321057-X.
  • Булыгин А. К. Карузо. — М.: Молодая гвардия, 2010. — 438 с. (Жизнь замечательных людей: сер. биогр.; вып. 1264).
  • Ильин Ю., Михеев С. Великий Карузо. — СПб.: Глаголъ, 1995. — 264 с.
  • Торторелли В. Энрико Карузо / Пер. с итал. Н. В. Вишневской; Общая редакция И. И. Мартынова. — М.: Музыка, 1965. — 176, [12] с. — 75 000 экз.
  • Фучито С., Бейер Б. Дж. Искусство пения и вокальная методика Энрико Карузо / Пер. с нем. — СПб.: Композитор, 2004. — 56 с.
  • Энрико Карузо на сцене и в жизни / пер. с англ. П. П. Малькова; общая редакция М. П. Малькова. — М.: Аграф, 2002. — 480 с. — (Волшебная флейта). — 1500 экз. — ISBN 5-7784-0206-6.
  • Мальков М. П. Достойный своего великого таланта / Энрико Карузо на сцене и в жизни. — М.: Аграф, 2002. — С. 450—460.
  • Жорж Кунелли(Georges Cunelli). Титта Руффо, Карузо и Шаляпин (пер. с англ. М.Малькова) — электр. изд. Спб. 2017 Источник: Titta Ruffo. An Anthology. Edited by Andrew Farkas. Greenwood Press. London. England; pp. 63-68: G. Cunelli, Titta Ruffo, Caruso and Chaliapin.
Сит телдәрҙә
  • Bolig, J. R. Caruso records: a history and discography. — Mainspring Press, 2002. 216 p.
  • Caruso, Dorothy. Enrico Caruso: His Life and Death, with discography by Jack Caidin. — Grant Press, 2007. — 316 p.
  • Caruso D., Goddard, T. Wings Of Song. — N. Y., 1928. — 220 p.
  • Caruso, Enrico, Jr. Caruso’s Caricatures. — Dover Publications, 1993. — 214 p.
  • Caruso, Enrico, Jr. My Father and My Family (Opera Biography Series, № 2). — Amadeus Press, 2003. — 488 p.
  • Fucito, Salvatore. Caruso and the Art of Singing. — Dover Publications, 1995. — 224 p.
  • Gara, Eugenio. Caruso: Storia di un emigrante. Milan: Rizzoli, 1947. — 281 p.
  • Gargano, Pietro & Cesarini, Gianni. Caruso, Vita e arte di un grande cantante. — Longanesi, 1990. — 336 p.
  • Gargano, Pietro. Una vita una leggenda. — Editoriale Giorgio Mondadori, 1997. — 159 p.
  • Greenfield, Howard S. Caruso: An Illustrated Life. — Trafalgar Square Publishing, 1991. — 192 p.
  • Jackson, Stanley. Caruso. Stein And Day Publishers. — N. Y., 1972. — 302 p.
  • Key P. V. R., Zirato В. Enrico Caruso: A Biography. — Boston: Little, Brown, and Co, 1922. — 459 p.
  • Michele, Mary di. Tenor of Love: A Novel. — Penguin Canada, 2004. — 336 p.
  • Mouchon, Jean-Pierre. Enrico Caruso: His Life and Voice. — Gap, France: Editions Ophrys, 1974. — 74 p.
  • Robinson, Francis. Caruso His Life in Pictures. With discography by John Secrist. — N. York and London Studio Publications, inc., 1957. — 159 p.
  • Scott, Michael. The Great Caruso. — Northeastern University Press, 1989. — 322 p.
  • Vaccaro, Riccardo. Caruso. — Edizioni Scientifiche Italiane, 1995. — 466 p.
  • Ybarra, T. E. Caruso: the Man of Naples and the Voice of Gold. — N. Y.: Harcourt, Brace and Company, 1953. — 315 p.

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә
  • Фильм «Великий Карузо»
  • Карузо (песня)

Һылтанмалар

үҙгәртергә