Эйно Лейно
Эйно Лейно (фин. Eino Leino, ысын исеме — Армас Эйнар Леопольд Леннбум (фин. Armas Einar Leopold Lönnbohm) ; 6 июль, 1878, Палдамо, Бөйөк Финляндия кенәзлеге — 10 ғинуар, 1926, Туусула, Финляндия) — фин шағиры, прозаик, драматург, тәржемәсе, фин әҙәби теленең реформаторы. 1880-1910 йылдар осорондағы фин сәнғәтендәге «алтын быуат»тың күренекле вәкиле
Эйно Лейно | |
фин. Eino Leino | |
Зат | ир-ат[1][2][3][…] |
---|---|
Гражданлыҡ | Финляндия |
Тыуған ваҡыттағы исеме | фин. Armas Einar Leopold Lönnbohm |
Псевдоним | Eino Leino |
Тыуған көнө | 6 июль 1878[4][1][5][…] |
Тыуған урыны |
Палтамо[d], Кайнуу[d], Оулу[d], Великое княжество Финляндское[d], Рәсәй империяһы Hövelö[d], Каяани[d], Оулу[d], Великое княжество Финляндское[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 10 ғинуар 1926[4][1][5][…] (47 йәш) |
Вафат булған урыны | Туусула, Уусимаа[d] |
Ерләнгән урыны | кладбище Хитаниеми[d] |
Бер туғандары | Касимир Лейно[d] |
Хәләл ефете | Aino Kajanus[d], Hanna Laitinen[d] һәм Freya Schoultz[d] |
Балалары | Eya Helka Leino[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | Фин теле |
Һөнәр төрө | лингвист, шағир, журналист, тәржемәсе, драматург, яҙыусы, әҙәби тәнҡитсе |
Эшмәкәрлек төрө | әҙәбиәт[6], шиғриәт[6], литература периода романтизма[d][6], журналистика[6] һәм литературная критика[d][6] |
Уҡыу йорто |
Хельсинкский университет[d] Oulun Lyseon Lukio[d] |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 1925 |
Эйно Лейно Викимилектә |
70-тән ашыу китап һәм Дантеның «Божественная комедия» әҫәренең беренсе фин тәржемәһе авторы.
Биографияһы
үҙгәртергәКилеп сығышы һәм балалыҡ йылдары
үҙгәртергә1878 йылдың 6 июлендә Палтаниеминың (Палтамо улусы) Хевеле йортонда өлкән ер төҙөүсе Андерс Алинбум һәм уның ҡатыны Анна Эмилия ғаиләһендә тыуған. Ул ғаиләлә етенсе бала һәм иң кесе улдары була. Ғаиләлә бөтәһе 10 бала булған. Атаһы Лейно башта, сығышы менән фаразланыуынса, XVIII быуатта Липериға күскән Туусниемилағы Мустонендарҙың боронғо ырыуына ҡараған[7]. Әсәһенең ата-әсәһе Сортавала ҡалаһы янындағы Туокслахти усадьбаһының хужалары була, әсәһе яғынан ҡартатаһы — армия капитаны Карл Хенрик Кюрениус, уның нәҫелендә сиркәү хеҙмәтселәре лә, хәрбиҙәр ҙә була. Әсәһе яғынан Лейноның өләсәһе Эмилия Катарина Швиндт Кексгольм (хәҙер Приозерск) полковнигы-тажлы фогттың ҡыҙы була.
Күп балалы ғаиләлә кинйә бала айырым хәлдә була. Уның бала сағы өлкәндәр араһында яңғыҙлыҡта үтә. Бала саҡтан уның иң төп юлдашы китаптар һәм фантазиялар донъяһы була. Уның өлкән ағаһы Казимир Лейно был ваҡытҡа инде билдәле мәҙәниәт эшмәкәре булып киткән була. Казимир Лейноны бөйөк киләсәк көткән кеүек тойола, әммә ул фажиғәгә әүерелә, аҙаҡ Эйно ла шул уҡ хәлгә тарый.
Лейноның тормошҡа ҡарашы һәм ижадына ата-әсәһенең ваҡытһыҙ үлеме арҡаһында барлыҡҡа килгән яңғыҙлыҡ һәм етемлек тойғоһо ныҡ йоғонто яһай. Атаһы 1890 йылда, Эйно 12 йәшендә саҡта, ә әсәһе — 1895 йылда, Лейно университетҡа уҡырға ингәс, вафат була. Әсәһенең үлеме уны шундай эмоциональ ныҡ йәрәхәтләй, Лейноның был йәрәхәтен хатта бер ниндәй ҙә мөхәббәт мөнәсәбәттәре лә дауалай алмаған.
Мәктәп йылдары
үҙгәртергәКешеләрҙән айырымланып тороу Лейноның иң көслө тормош ҡараштарының береһе була. Бер урындан икенсе урынға даими күсенеү, уҡыу арҡаһында интернаттарҙы һәм үҙе уҡыған ҡалаларҙы йыш алмаштырыуҙар уның бөтә ғүмере буйына дауам итә. Каяаниҙа ул мәктәптә уҡый башлай, унан Оулуҙағы лицейға күсә, ә һуңынан Хямеенлинндағы ағаһы Оскари Леннбомға күсә, бында ун алты йәшендә өлгөргәнлек аттестатына имтихан тапшыра .
Синыфташтарынан йәшерәк булһа ла, Эйно Лейно, бәхәсһеҙ интеллектуаль лидер булып сыға. Ул мәктәптең «Стрела» гәзите мөхәррире була, ә инде өлкән кластарҙа уҡығанда, Юхан Рунеберг әҫәрҙәрен фин теленә тәржемә итә. Уның мәктәптәге иптәше Ю. Э. Зидбек йәш Лейноның социаль позицияһын түбәндәгесә һүрәтләй:
»Ул үҙ иптәштәре менән ғәжәйеп рәүештә килешә белгән һәм ысынында уға бөтөнләй яҡын булмаған кешеләр араһында ла үҙен уңайлы тойған".
Һуңғараҡ тормош юлы дауамында уның менән осрашҡан күп кенә кешеләр ҙә шундай уҡ фекерҙе әйтә.
Йәшлеге
үҙгәртергәЛейноның студент йылдары Хельсинки Император Александр университетында башлана, әммә әҙәбиәт донъяһы тиҙ арала күп яҡлы талантлыҡҡа эйә булған Лейноны үҙенә ылыҡтыра. Уҡыу туҡтатыла, һәм инде 1896 йылда ул «Песни марта» һәм «Баллада о большом дубе» исемле ике шиғырҙар йыйынтығын сығара. Бынан һуң шиғри әҫәрҙәре бер-бер артлы сыға башлай, бер үк ваҡытта ул яңы әҙәби жанрҙарҙы ла үҙләштерә.
1898 йылда егерме йәшлек Эйно үҙенең шағир, тәнҡитсе һәм Финляндияның әҙәби тормошонда ҙур роль уйнаған, театр етәксеһе булған ағаһы Казимир Лейно менән бергә — «Наше время» журналын аса. Был журнал ул ваҡыттағы Финляндияның мәҙәни тормошонда уникаль күренеш була. Ул милли һәм тел мәсьәләләрен тикшереү өсөн булдырылмай һәм журналдың әҙәби программаһы ла булмаған була. Журналдың маҡсаты-мәҙәниәт һәм сәнғәт тормошо тураһында мәғлүмәт, анализ һәм комментарийҙар тупланған материалдарҙы баҫтырыу. Ул сит илдәрҙән һуңғы яңылыҡтарҙы хәбәр итә. Журналдың маҡсаты ярайһы уҡ амбициялы, һөҙөмтәһе лә юғары кимәлдә була. Әммә Финляндияла был хәл журналға бер ҡасан да оҙон ғүмер гарантияһын бирә алмай. Бер йылдан журнал ябыла, һәм ағалы-ҡустылы Лейноларға бурыстарын түләргә тура килә.
1899 йылда Эйно Лейно мәҙәниәт проблемалары буйынса «Päivälehti» гәзитендә мәҡәләләр баҫтыра башлай, ә 1904 йылда был гәзиттең вариҫы булған «Хельсингин Саномат» гәзитендә даими театр тәнҡитсеһе була. Был вазифала ул реформатор энтузиазмы менән теләһә ниндәй эшкә лә әүҙем тотона. Фин театры ғүмерҙә булмаған дәрт дауылы үҙәгенә әйләнә. Йәш театр тәнҡитсеһе Фин театрына нигеҙ һалыусы һәм уның 1872 йылдан алып етәксеһе булған Каарло Бергбумға аяуһыҙ була. Ҡайһы берҙә Лейноның рецензиялары маҡсатлы рәүештә бик тәнҡитле буһа ла, Лейноның Фин театры үҫешенә дөйөм ҡарашы аныҡ була.
1904 йылда Лейно «Хельсингин Саномат» гәзите колонкаһының даими авторы була, һәм ошо ваҡыттан алып уның исеме тулыһынса киң тамашасы аңына инә. Был этап Лейноның мәҙәниәт өлкәһендәге тәнҡитсе булараҡ дебютын аңлата. Ул сәнғәт һәм фән өлкәһендә абруйлы кешеләр менән айырыуса ихтирамһыҙ мөрәжәғәт итә. Яҙыусылар ҙа, сәйәсмәндәр ҙә, ғилми донъя вәкилдәре лә уның тәнҡите аҫтына эләгә. Шуға күрә Лейноға нейтраль ҡараш көндән-көн ҡатмарлыраҡ була бара. Уны дошман һәм конкурент итеп күргән кешеләр күп була. Лейно шулай итеп юғары дәрәжәлә халыҡ алдындағы ҙур фигураға әйләнә.
Иртә ижад осоронда Лейно фин мифик шиғриәтенән, иң тәүҙә «Калевале»нан, ҙур илһам ала. Был йәһәттән ул үҙ ваҡытының художество ағымы менән бәйле булып, әҙәбиәттә неоромантизмдың иң эре милли ижадсыһы булып китә. Хәҙерге заман мифтарын ижад итеүҙең сағыу миҫалы булып 1903 йылда донъя күргән Helkavirsiä (төрлө тәржемәләрҙә Песни Троицына дня / Вознесенские песни / Псалмы Святого четверга) әҫәре тора. Унда автор фин халыҡ ижадын һәм европа әҙәби новацияларын яңы, һоҡланғыс синтезлауға өлгәшә. Helkavirsiä әҫәрендә хәҙерге заман кешеһенең хис-тойғолары һәм интеллектуаль эҙләнеүҙәре тәрән һәм мәңгелек мифик аң менән тоташа. Был шиғырҙарында уҡыусыны уның бигерәк тә аңлатмалары булмаған, әммә кеше психикаһының иң көсһөҙ, һиҙгер һәм хәүефле ҡатламдарына ҡағылған яңы образлылығы хайран ҡалдыра. Был яңылыҡ шул тиклем иҫ киткес була, хатта тәнҡитселәрҙең күбеһенә тәнҡит өсөн бәйләнерлек әйбер табылмай. Был йыйынтыҡтың әһәмиәтен бары тик бик аҙҙар ғына аңлай.
Helkavirsiä йыйынтығы күп йәһәттән Лейно ижадына үҙенсәлекле асҡыс булып тора. Азатлыҡ өсөн көрәш һәм хәҡиҡәт эҙләү проблемалары уның һәр бер шиғырына үтеп инә. Йәнә һәм йәнә кеше төп тормош мәсьәләләре алдында тора: ул нисек үлемгә, мөхәббәткә, башҡа кешеләргә ҡарай? Башҡаларҙың мәнфәғәттәрен сикләмәйенсә, кеше үҙ-үҙен сағылдырыу процесына ниндәй тәрәнлектә инергә мөмкин?
Беренсе никахы һәм ижади күтәрелеше
үҙгәртергәHelkavirsiä әҫәре Лейно томошондағы «буржуаз» осорҙоң иң ҡыҙыу һәм шул уҡ ваҡытта иң ҡыҫҡа ғүмерле башы була. 1902 йылда Лейно үҙенең фатир хужабикәһенең ҡыҙы Фрея Шульцҡа, тәржемәсеһе һәм коммерция эш башҡарыусыһы, экзотик матурлыҡҡа эйә һәм көслө темпераментлы ҡатынына, ғашиҡ була. Был мөхәббәт уның өсөн ҡеүәтле ижади стимул була. 1905 йыл — Лейно тормошоноң һәм ижадының ҡайнар осоро. Лейно «Зимняя ночь» тигән шиғырҙар йыйынтығын сығара, ул шағирға яңы триумф алып килә һәм уның бөтмәҫ-төкәнмәҫ яңырыу мөмкинлектәрен күрһәтә. Был йыйынтыҡты Лейно 1905 йылдың 10 сентябрендә өйләнгән Фреяһына бағышлай. Үҙенең беренсе йортон буржуаз стилендә диңгеҙ буйындағы ҙур фатирҙа төҙөй, ә киләһе йылдың декабрендә ғаиләлә Лейноның берҙән-бер балаһы булған ҡыҙы Эйя Хелка тыуа.
Өйләнеүҙән һәм «Зимняя ночь» йыйынтығы баҫылып сығыуҙан тыш, шул уҡ йылда Лейно «День в Хельсинки» проза әҫәрен, «Сватовство Вяйнямейнена», «Пенти Пяккенен», «Меч лешего», «Король Лидии» һәм «Мейрам» пьесаларын яҙа. Бынан тыш, ул матбуғатта «Теему»псевдонимы аҫтында 110 мәҡәлә баҫтырып сығара. Ул осорҙоң ҡатмарлы сәйәси хәле был жанрҙа ижад итеү өсөн бай материал бирә. 1905 йылдың көҙөндә Рәсәйҙәгереволюцион эшмәкәрлек дөйөм забастовкаға килтерә. Лейноның 1905 йылғы мәҡәләләренең күбеһе сәйәси көрәшкә ҡағыла. Уларҙың объекттары булып башлыса урыҫ деспотизмы һәм «Суометар» гәзите яҡлы боронғо финдарҙың килешеү сәйәсәте тора. Лейно асыҡтан-асыҡ йәш финдарға ҡарай, һәм ул пассив ҡаршылыҡ күрһәтеү яҡлы була.
Революциянан һуң нығынған тормош шағирҙы прозаға мөрәжәғәт итергә мәжбүр итә. 1906 йылда уның «Теему» псевдонимы аҫтында быға тиклем баҫтырылған мәҡәләләре проблематикалары менән бәйле һәм үҙәк властың русификаторлыҡ башланғыстары осорона арналған трилогияһы сыға башлай : «Туомас Витикка» (1906), «Яна Рентю» (1907) һәм «Олли Суурпяя» (1908). Трилогия артынан өс пьесаһы: «Лалли» (1907), «Мауну Таваст» (1908) һәм «Епископ Туомас» (1909) — сыға. Был һөҙөмтәле ижади осорҙо яҡшы тамамлаусы булып уның «Заморозки» (1908) шиғырҙар йыйынтығы һәм И. В. Гётеның «Ифигения в Тавриде» пьесаһының Лейно фин теленә тәржемәһе тора.
Ғаилә идиллияһы оҙаҡҡа һуҙылмай. Лейно буржуаз йәшәү рәүешенә өйрәнә алмай, һәм 1908 йылдың яҙында уҡ ир менән ҡатын айырылыша. Бынан һуң Лейно даими мөнәсәбәттәр һәм ныҡлы ғаиләле йорт булдыра алмай. Ғүмере буйына уға даими рәүештә үҙе менән иң кәрәкле әйберҙәрҙе алып «китеү» хас була. Дуҫы Отто Манниненға яҙған хатында (1 июль, 1908 йыл)ул былай тип яҙа:«Китапханамдан һәм ҡағыҙҙан тыш, барыһын да ҡалдырҙым һәм ҡулымдағы бер сумаҙан менән сығып киттем».
Ҡыҙын ташлаған өсөн ҡайғы һәм ғәйеп тойғоһо Лейноны ҡалған бөтә ғүмере буйынса эҙәрлекләй. Ул бөтә көсө менән ҡыҙы тураһында хәстәрлек күрергә тырыша, сөнки уның элекке ҡатыны етди рәүештә ҡыҙы менән шөғөлләнергә теләмәй.Шулай ҙа ҡыҙы менән Лейноның осрашыуҙары һирәк була, атаның балаһына финанс ярҙамы ла етерлек булмай.
Күп кенә ағалы-ҡустылы-һеңлеле Лейноларҙы күңел көсһөҙлөгө йонсота. Лейно үҙе лә ваҡыт-ваҡыт үҙенең психикаһы төҙөлөшөн ауыр йөк булараҡ кисерә. Асыҡ аралашыусы әңгәмәсе менән бер рәттән, башҡаларға оҡшамаған, кешеләр алдында ҡурҡыу упҡынына эләккән, ҡайһы берҙә уларға ҡарата нәфрәт тойған шағир ҙа йәшәй уның йәнендә. Ҡыҙының яҙмышын ул ғаиләһенең ауыр сиренең мираҫы менән бәйләй һәм уның бик иртә һәләк булыуынан ҡурҡа. Әммә Эйя Хелка Лейно 1987 йылда, 82 йәшендә генә, бер вариҫ та ҡалдырмай, вафат була.
Өлгөргәнлек
үҙгәртергәҒаиләнең тарҡалыуы, һис шикһеҙ, Лейноның айырылышҡанға тиклем шағирә Л. Онерва менән бәйләнеше арҡаһында килеп сыға, уның менән мөнәсәбәттәре Лейноның вафатына тиклем дауам итә. Улар араһындағы мөнәсәбәттәр дәррәү һәм дәртле башланып китеп, ниндәйҙер кимәлдә уларҙың икеһен дә хәлһеҙләндерә, әммә ваҡыт үтеү менән тыныслана һәм дуҫлыҡҡа әүерелә.
Лейно Һәм Онерва Римда (1908—1909) үткәргән йыл ҡайғылы ғауға ҡуптара, сөнки улар икеһе лә никахта торһа ла, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен бер кемдән дә йәшермәй. Әммә был дәрт никахҡа әүерелмәй ҡала. Улар икеһе лә үтә тынғыһыҙ була һәм бер-береһе өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға әҙер булмай. Ике экстраординар кешеләр союзы оҙон ғүмерле булмай. Улар икеһе лә бер-береһенә ваҡыт-ваҡыт бирә алған абсолют табыныуҙар һәм һөйкөмлөлөк эҙләй. Икеһе лә һуңыраҡ (1913 йылда) никахҡа инә: Лейно дирижер Роберт Каянустың ҡыҙы арфистка Айно Каянусҡа өйләнә, Ә Л. Онерва йәш композитор Лееви Мадетойяға иргә сыға. Онерваның никахы Мадетойяның вафатына тиклем дауам итә.
1908 йыда Лейно, тыуған Финляндияһын мәңгелеккә ташлап, Европаға сығып китергә йыйына. Сығыуы Лейноның Финляндия мәҙәни тормошонда яңынан күренекле урын биләүе арҡаһында киләһе йылдың яҙына тиклем генә дауам итә. Гәзит биттәре уның киҫкен мәҡәләләре һәм шиғырҙары менән тулыландырыла, әҙәби ярышташ булып киткән элекке дуҫтары «Соль земли» (1911) пьесаһында карикатуралы һүрәтләнә, унда «Суометар» яҡлы яҙыусы Майлу Талвио һәм В. А. Коскенниеми образдарын танырға мөмкин. Лейноның заман тураһында дүрт романдан торған яңы серияһы барлыҡҡа килә, ул капиталистик донъяның сәнғәтте һәм рухи ҡиммәттәрҙе хурлауын күрһәткән «Раб труда», «Раб денег», «Раб женщины» и «Раб счастья» (1911—1913).) романдарын яҙа.
Бер нәмә лә Лейноны туҡтата алмаған кеүек күренә был осорҙа. Үҙенең финанс хәлен тотороҡландырыу өсөн ул 1912 йылда ил буйлап сәфәр ҡыла. Уның сығыштары уңышҡа өлгәшә, әммә аҡса алып килмәй. «Хелка» театрын ойоштороуҙың амбициялы идеяһы ла уңышһыҙ була (1912). Тамашасылар уның «Калевалы» сәхнә версияһын ҡабул итергә әҙер булмай, был пьеса буйынса спектакль бары тик Сеурасаари утрауындағы асыҡ һауа театрында ғына бер нисә тапҡыр күрһәтелә. Актер Аарне Орьятсало менән берлектә ойошторолған сәфәре өҙөлгәс, Лейноның әҙәби турнелары 1915 йылда тамамлана. Л Онерва яҙыуынса, «Лейно Хельсинкиға өсөнсө класта, күңел бушлығына бирелеп һәм ҡойроғон ҡыҫып, буш сумаҙан һәм кисет менән, был сәфәрҙә күп яңы фрак жилеттарын, күлдәктәрен юғалтып, кире ҡайта".
«Воскресенье» журналы
үҙгәртергәЛейно күңел асыу йорттарына йыш йөрөй башлай, сөнки ижади эш дәртләндереүҙе талап итә. Ул үҙ көсөн вайымһыҙ тарата. Яҙыусы Дантеның «Божественная комедия» әҫәренең фин теленә күп хеҙмәт талап иткән тәржемәһе өҫтөндә эшләй. Өҫтәүенә, ул ҡабаттан журналистика менән дә шөғөлләнә башлай. 1915 йылдың аҙағында Лейно «Воскресенье» журналына нигеҙ һала, журнал 1918 йылда ябылғанға тиклем уның баш мөхәррире булып ҡала. Журнал дөйөм гуманистик йүнәлештә эшләй, уның яҡлылар араһында төрлө сәйәси, дини һәм фәлсәфәүи ҡараштарҙың вәкилдәре була. Улар араһында теософия вәкилдәре лә була, һуңыраҡ улар Лейноны үҙ идеяларын сағылдырыусы тип атарға яраталар.
«Суннунтай» редакцияһы Лейно өсөн йорт була. Уның әҫәрҙәре ҙур тиҙлек менән журналда күренә башлай. Ул Helkavirsiä (1916) йыйынтығының икенсе өлөшөн һәм «Перед Лицом Всемогущества» (1917) проза фәлсәфәүи-эстетик әҫәрен тамамлай. Бынан тыш, ул хайуандар тураһында «Мишка» (1914), «Мости» (1916), «Окунь и золотые рыбки» (1918) тигән бер нисә хикәйә яҙа.
Айно Каллас менән романы
үҙгәртергәЭлеккесә кеүек үк, Лейноның продуктлылығы бөйөк дәрт менән оҙатылып барған. Эстон дипломатының ҡатыны яҙыусы Айно Калласҡа һөйөүе, башҡа мөхәббәттәре кеүек үк, ныҡ дәртле һәм үтә ауыр була, һәм ,Онерва менән булған мөнәсәбәттәре менән сағыштырып ҡарағанда, ул тағы ла ҙурыраҡ ғауға тыуҙыра. Был бәйләнеш 1916 йылдан 1919 йылға тиклем дауам итә. Лейноның «Песни герцога Юхана и Катарины Ягеллоники» (1918) шиғырҙар йыйынтығы, Калластың көндәлектәре, шулай уҡ Лейноның Айно Калласҡа яҙған хаттары хәҙерге көндә әҙәби ҡомартҡылар булып иҫәпләнә. Лейно үҙенең дәртенә тулыһынса бирелә алған, әммә ул яңынан үҙенә тейеш ҡатынға ғашиҡ булмай этләнгән.
Граждандар һуғышы осоро
үҙгәртергәАйно Калласҡа булған һөйөүенә ҡарағанда, Лейно тормошона граждандар һуғышы нығыраҡ йоғонто яһай. Йәш финдар яҡлы журналист булараҡ, Лейно күп йылдар финдарҙы үҙ аллы сәйәсәт үткәреүгә илһамландыра, шуға күрә бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң башланған граждандар һуғышы уға ныҡ насар тәьҫир итә, уны аяҡтан йыға, Лейно унан аяҡҡа баҫа алмай. Һуғыш ваҡытында Лейно ҡыҙылдар тарафынан баҫып алынған Хельсинкиҙа йәшәй һәм төрлө телдәрҙәге гәзиттәрҙе уҡып, ҡалала йәшәүсе урыҫтарҙан интервью алып, ваҡиғалар барышын асыҡларға тырыша. Был хәл Лейноның бер үк ваҡытта ике һуғышсан яҡты ла аңламауы менән ҡатмарлана. Ахыр сиктә, ул «аҡтар» яғындағыларҙа европа мәҙәниәтен һаҡлаусыларҙы күрә башлай. Һуғыштан һуң Лейно ижадында төрлө панегирик шиғырҙар барлыҡҡа килә — элекке тәнҡит күҙәтеүсеһе хәҙер «уң» һәм «һул»дарға ысын баһаһын бирә.
1921 йылда Лейно, Ханна Лайтиненға өйләнеп, тағы никахҡа инә. Әммә был союз ике өмөтһөҙ кешенең берҙәмлек тураһындағы хыялын ғына кәүҙәләндерә, шунлыҡтан баштан уҡ уңышһыҙлыҡҡа тарый, һәм ул оҙаҡҡа һуҙылмай.
Һуңғы йылдары
үҙгәртергәТормош әхлаҡи һәм физик яҡтан да ҡатмарлыраҡ була бара. Күп ваҡытын Лейно дауаханаларҙа үткәрә, сәләмәтлеге яҡшырған осорҙа уның таныштары яҙыусыла идеялар менән тулы элекке Лейноны күрә. Был осорҙоң шиғриәтендә иҫке темаларға кире ҡайтыу күҙәтелә. «Иллюстрированная книга моей жизни» (1925) мемуарҙарының беренсе өлөшө булараҡ уйланылған китабы Лейно тормошоноң иллюстрацияһы булған һуңғы ҙур әҙәби әҫәре булып тора.
Эйно Лейно Туусула (Nuppulinna районында «Riitahuhta» йортонда) 1926 йылдың 10 ғинуарында вафат була. Ни бары 47 йыл ғына йәшәһә лә, уның ғүмере яҡшы үткән тип иҫәпләргә мөмкин. Лейно үҙенең тәүге шиғырын «Хямеен Саномат» гәзитендә ун ике йәшендә баҫтыра, һәм ижады 35 йыл буйына дауам итә. Был ваҡыт эсендә ул 80-дән ашыу үҙенсәлекле әҫәр, бик күп тәнҡит мәҡәләләре, эссе, гәзит баҫмалары баҫтырып сығара. Быға ҙур тәржемә эштәрен дә өҫтәргә мөмкин.
Яҡын дуҫы Бертель Грипенберг Лейноны фин әҙәбиәтенең иң күренекле шағиры тип ҡылыҡһырлай:
"Эйно Лейно, бәлки, ысынлап та даһи тип атарлыҡ берҙән-бер фин авторы булғандыр, әгәр был һүҙ аҫтында уны даими тултырып торған рухи байлығын, фекерләүенең күп яҡлылығын, үҙ өҫтөндә тырышмайынса ғына ла күп эшләргә һәләтлелеген, йәки, икенсе төрлө әйткәндә, эшмәкәрлеккә һыуһауын күҙ алдында тотһаҡ»
Максим Горький бәләкәй халыҡтың дадонъяға ҙур шағирҙы бирә ала икәнлеген Лейно миҫалында күрһәтә.
Лейноны дәүләт иҫәбенә ерләйҙәр. Уның нәшриәтсеһе ун алты томлыҡ «Һайланма әҫәрҙәр»ен баҫтырып сығара башланы. Л. Онерва уның биографияһын яҙыуға тотона, ә тиҙҙән һәйкәл төҙөү проекты ла барлыҡҡа килә.
Хәтер
үҙгәртергә- Палтаниемиҙа Эйно Лейноның йорт-музейы урынлашҡан, уның прообразы булып шағирҙың Каяаниҙағы тыуған йорто була. Шунда уҡ уның ата-әсәһе һәм өс апаһы ерләнгән.
- Хельсинкиҙағы һәйкәле. Скульпторы — Лаури Леппянен.
- Лейно тыуған Палтамолағы һәйкәле.
- Э. Портреты Лейно урынлаштырылған И. Е. Репиндың «Фин күренекле кешеләре» картинаһындағы Э. Лейно портреты (хәҙер картина «Атенеум» музейы нда һаҡлана); портретҡа этюд — «Пенаты»музейында һаҡлана).
- 1956 йылдан алып Финляндия әҙәбиәтендә Эйно Лейно Премияһы башлыса шағирҙарға тапшырыла.
- 2016 йылда Финляндияла яҙыусының вафатына туғыҙ йыл тулыу айҡанлы 1 миллион дана тираж менән 2 евро номиналындағы иҫтәлекле тәңкә сығарыла[8]
Әҫәрҙәре
үҙгәртергәШиғри йыйынтыҡтары
үҙгәртергә- Maaliskuun lauluja (изд. Otava, 1896)
- Tarina suuresta tammesta y. m. runoja (изд. WSOY, 1896)
- Yökehräjä (изд. Otava, 1897)
- Sata ja yksi laulua (изд. Otava, 1898)
- Tuonelan joutsen (näytelmäruno, изд. Otava, 1898)
- Ajan aalloilta (изд. WSOY, 1899)
- Hiihtäjän virsiä (изд. Otava, 1900)
- Kivesjärviläiset (kertova runoelma, изд. Otava, 1901)
- Pyhä kevät (изд. Otava, 1901)
- Kangastuksia (изд. Otava, 1902)
- Helkavirsiä 2022 йыл 20 декабрь архивланған. / Троицын көнө йырҙары / Вознесенск йырҙары (тәржемәлә. Соломещ Ильяһы) / Изге кесаҙна псаломдары (тәржемәлә. Элеонора Иоффе), (изд. Otava, 1903)
- Simo Hurtta. Runoja isonvihan ajoilta (изд. Otava, 1904)
- Talvi-yö (изд. Otava, 1905)
- Turjan loihtu (näytelmäruno, Emil Vainio, 1907)
- Halla (изд. Otava, 1908)
- Tähtitarha (Kirja, 1912)
- Painuva päivä (Kirja, 1914)
- Elämän koreus (Kirja, 1915)
- Helkavirsiä. Toinen sarja. (Otava, 1916)
- Karjalan kuningas (runonäytelmä, Kirja, 1917)
- Leirivalkeat (Kirja, 1917)
- Vapauden kirja (runovalikoima, Kirja, 1918)
- Bellerophon (runotarina, Ahjo, 1919)
- Juhana Herttuan ja Catharina Jagellonican lauluja. Nil nisi mors. (Ahjo, 1919)
- Lemmen lauluja (runovalikoima, Kirja, 1919)
- Simo Hurtta. Runoja isonvihan ajoilta, toinen sarja (Otava, 1919)
- Ajatar. Tietovirsiä (Otava, 1920)
- Kodin kukka ja uhrikuusi (runotarina, Ahjo, 1920)
- Syreenien kukkiessa (Minerva, 1920)
- Vanha pappi (kertomaruno, Otava, 1921)
- Pajarin poika. Karjalaisia kansantaruja. (Otava, 1922)
- Puolan paanit. Karjalaisia kansantaruja. (Otava, 1922)
- Helkavirsiä 1-2 (yhteislaitos, Otava, 1924)
- Shemeikan murhe. Uusia runoja. (Gummerus, 1924)
Проза әҫәрҙәре
үҙгәртергә- Kaunosielu (Otava, 1904)
- Päivä Helsingissä. Pilakuva. (Otava, 1905)
- Seikkailijatar. Venäläinen kertomus. (Karisto, 1913)
- Mesikämmen. Joulutarina vanhoille ja nuorille (Kirja, 1914)
- Pankkiherroja. Kuvaus nykyaikaisesta suomalaisesta liike-elämästä (Kirja, 1914)
- Musti. Eläintarina (Karisto, 1916)
- Alla kasvon kaikkivallan. Mystillinen trilogia. (Karisto, 1917)
- Ahven ja kultakalat. Tarina syvyyksistä. (Ahjo, 1918)
- Helsingin valloitus. Muistelmia ja vaikutelmia (Minerva, 1918)
- Vöyrin sotakoulu. Haastatteluja ja historiikkia (Minerva, 1918)
- Elina. Murroskauden kertomus (Minerva, 1919) (2. painos nimellä Punainen sankari)
Романдары
үҙгәртергә- Tuomas Vitikka (Otava, 1906)
- Jaana Rönty (Otava, 1907)
- Olli Suurpää (Otava, 1908)
- Työn orja (Yrjö Weilin, 1911)
- Rahan orja (Yrjö Weilin, 1912)
- Naisen orja (Kirja, 1913)
- Onnen orja (Kirja, 1913)
- Paavo Kontio. Lakitieteen tohtori (Kirja, 1915)
- Kolme lähti, kaksi palasi. Tarina kieltolain Suomesta (Minerva, 1926)
Повестары
үҙгәртергә- Päiväperhoja. Pieniä tarinoita (Eero Erkko, 1903)
- Nuori nainen. Neljä kertomusta (Yrjö Weilin, 1910)
Пьесалары
үҙгәртергә- Johan Wilhelm (Wesanderin kirjakauppa, 1900)
- Sota valosta (Otava, 1900)
- Naamioita (näytelmiä, Otava, 1905)
- Naamioita, toinen sarja (näytelmiä, Otava, 1907)
- Naamioita, kolmas sarja (näytelmiä, Vihtori Kosonen, 1908)
- Naamioita, neljäs sarja (näytelmiä, Vihtori Kosonen, 1909)
- Naamioita, viides sarja (näytelmiä, Vihtori Kosonen, 1909)
- Kalevala näyttämöllä (näytelmiä, Yrjö Weilin, 1911)
- Naamioita, kuudes sarja (näytelmiä, Yrjö Weilin, 1911)
Киносценарийҙары
үҙгәртергә- Kesä (Лето), 1915 (Режиссеры Kaarlo Halme)
Башҡа эштәре һәм мәҡәләләре
үҙгәртергә- Suomalainen näyttämötaide 19 2/4 02 (tutkielma, Eero Erkko, 1902)
- Suomalaisia kirjailijoita. Pikakuvia (Otava, 1909)
- Suomalaisen kirjallisuuden historia (Yrjö Weilin, 1910)
- Elämäni kuvakirja. Erään aikansa lapsen muistoja, mielialoja ja mietelmiä. (muistelmateos, Otava, 1925)
Мауығыуы
үҙгәртергәЙәш сағында көслө шахматсы була. 1906 йылда хельсинки шахмат клубы чемпионатында еңә.
Уның партияһы һаҡланған:
Эйно Лейно — Йон Лиллья, Хельсинки, 1904 йыл.
1. e4 c5 2. Кf3 e6 3. d4 cd 4. c3 dc 5. Се2 cb 6. С:b2 сb4+ 7. Кbd2 Кf6 8. 0-0 с: d2 9. Ф: d2 к: e4 10. Фf4 Кf6 11. Са3 Кд5 12. Фд3 Фf6 13. Сd6 Кс6 14. Крх1 e5 15. Са3 Кf4 16. Лае1 Фд6 17. К:e5 к: e5 18. Ф: f4 d6 19. Сb5+ Сd7 20. Ф4 Крд8 21. Л: e5 de 22. Л1, аҡтар еңә.[9]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ https://biografiasampo.fi/henkilo/p834
- ↑ Kansallisbiografia (фин.) / под ред. M. Klinge — Suomalaisen Kirjallisuuden Seura, Suomen Historiallinen Seura. — ISSN 1799-4349
- ↑ 4,0 4,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118779311 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 5,0 5,1 Eino Leino // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Родословная
- ↑ 2 Euro Eino Leino . en.numista.com. Дата обращения: 12 июнь 2016.
- ↑ Kirjailija Eino Leino pelasi shakkia kerhotasolla 2016 йыл 4 март архивланған. Jukka Joutsi, Jukkajoutsi.com, 9.3.2012 Viitattu 10.7.2013.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Сто замечательных финнов. Калейдоскоп биографий = 100 suomalaista pienoiselämäkertaa venäjäksi / Ред. Тимо Вихавайнен (Timo Vihavainen); пер. с финск. И. М. Соломеща. — Хельсинки: Общество финской литературы (Suomalaisen Kirjallisuuden Seura), 2004. — 814 с. — ISBN 951-746-522-X.. — Электронная версия (Тикшерелеү көнө: 3 март 2016)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Литература Финляндии
- Премия Эйно Лейно