Шөкөр Әбзәмов
Шөкөр Әбзәмов (Уразов, Абзанов; рус. Шукур Абзямов) — Барын-Табын улусының поход старшинаһы, Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы.
Биографияһы
үҙгәртергәИҫәт провинцияһы Барын-Табын улусы Шөкөр ауылында йәшәгән. Был юҡҡа сыҡҡан ауылдың ерҙәре хәҙер Силәбе өлкәһе Арғаяш районына ҡарай. 1795 һәм 1811 йылдарҙа Шөкөр менән Булат ауылдары бер ауыл булараҡ иҫәпкә алынған[1].
1770 йылда Шөкөр Әбзәмовтың биләмәләрендә бер-бер артлы башта И. И. Лепёхин, һуңынан шул уҡ йылдың 13 июнендә П. С. Паллас була. Сәйәхәтсе Иван Лепёхин уны Кундрава биҫтәһенән 30 саҡрым алыҫлыҡта осрата һәм Шөкөр Әбзәмовты «затлы бай» тип атай:
«При речке Сяульдир кочевал тогда знатный башкирский богач, Шукур прозываемый, который для препровождения времяни сделал башкирское собрание»
Петер Симон Паллас билдәләүенсә, Шөкөр ауылында улус старшинаһы йәки идарасыһы йәшәгән: «по Увельке в стороне лежащие башкирские деревни, от поколения Курманай, кои с уйскими казаками беспрестанно за земли ссорятся и коих названия по порядку суть следующия: Шокур-аул, где старшина или управитель волости живет, Токтагулаул, Абдул-аул и прочие»[2].
Крәҫтиәндәр һуғышы тоҡанғас, 1773 йылдың декабрь башында Шөкөр Әбзәмов, Биктимер Ураҙаев һәм Әбделкәрим Ҡорманаев менән берлектә Урал аръяғы башҡорттарын ихтилалға күтәрә. Шөкөр Әбзәмов һәм Биктимер Ураҙаев Е. И. Пугачёв эргәһенә килеп, уға Төп ғәскәр ойоштороуҙа ярҙам итә.
1774 йылдың май башында Белорет заводында Е. И. Пугачёв Урта ҡаҙаҡ йөҙө ханы — Аблай хан һәм Урта йөҙ солтандары ҡаршыһына башҡорт делегацияһын ебәреп, ҡаҙаҡтарҙы баш күтәреүселәр яғына йәлеп итергә ҡарар итә. Кинйә Арыҫланов Ҡара Табын һәм Теләү улустары старшиналары тархан Байым Ҡыҙраев, Муса Килкин һәм Рәсүл Итжимәсов (Иштемәсов) менән кәңәшләшкәндән һуң, Пугачевҡа делегация составына Барын Табын улусының поход старшинаһы Шөкөр Әбзәмов, сотник Упаҡ Әбзәмов һәм Өмәтәй Өҫәновты тәҡдим итә.
1774 йылдың 8 майында Магнит ҡәлғәһендә Е. И. Пугачёв ағалы-ҡустылар Шөкөр менән Өпәк (Упак) Әбзәмовтарҙы, Өмәтәй Өҫәновты Урта ҡаҙаҡ йөҙөнә ебәрә. Делегация ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы башҡара. 16 көндән һуң башҡорт делегацияһы ҡаҙаҡ солтандары Ембет батыр һәм Санкадаутбай тарханға килә. Һөйләшеүҙәрҙән һуң ҡаҙаҡ солтандары Пугачевҡа ҡушылыуҙары тураһында белдерә һәм улар менән бергә Ембет батырҙың улы аралбайҙы ебәрә. Шөкөр Әбзәмовтың делегацияһы Аблай хан менән дә уңышлы һөйләшеүҙәр алып бара, хан ихтилалсыларға 1500 яугирҙы ебәрергә вәғәҙә бирә. Шөкөр Әбзәмов кире Башҡортостанға имен ҡайта, ә 14 июндә Упаҡ Әбзәмов менән Аралбайҙы Синара ҡәлғәһе янында әсиргә алғандар[3].
Баш күтәреүселәр, әгәр властар рәхимһеҙ үс ала башлаһа, ҡаҙаҡ далаларына күсеү тураһында алдан һүҙ ҡуйыша. Ҡайһы бер старшиналар, шул иҫәптән Шөкөр Әбзәмов был турала ҡаҙаҡ жуздары вәкилдәре менән һөйләшеү алып бар. Ул ҡаҙаҡтарға былай тигән: «Әгәр бында ҡыҫа башлаһалар, ул саҡта бөтөнләй улар далаһына күсеп китер, улар менән бергәләп йәшәр»[4].
Шөкөр Әбзәмовтың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. 1811 йылғы ревизия мәғлүмәттәре буйынса, Шөкөр ауылында Шөкөров фамилияһын йөрөтөүселәр теркәлгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ История башкирских родов. Табын. Том 28. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2017. — С. 212—214. — 832 с. — ISBN 978-5-85051-605-5.
- ↑ Кулбахтин Н. М. Башкиры и башкирские предводители в Крестьянской войне 1773-1775 годов. Исторические очерки. — Уфа: Башк. энцикл., 2020. — С. 504. — 536 с. — ISBN 978-5-88185-484-3.
- ↑ Кулбахтин Н. М. Башкиры и башкирские предводители в Крестьянской войне 1773-1775 годов. Исторические очерки. — Уфа: Башк. энцикл., 2020. — С. 169. — 536 с. — ISBN 978-5-88185-484-3.
- ↑ Гвоздикова И. М. Салауат Юлаев. Документаль сығанаҡтарҙы өйрәнеү. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1984. — 240 б. — 193-сө б.