Шәһиҙуллин Альберт
Шәһиҙуллин Альберт (1966 йыл, Нуриман районының Яңы Субай ауылы, Башҡорт АССР-ы[1]) — опера йырсыһы (баритон).
Шәһиҙуллин Альберт | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 1966 |
Тыуған урыны | Нуриман районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | опера йырсыһы |
Уҡыу йорто | П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы |
Йырсы тауышы | бас-баритон[d] |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәМәктәпте тамамлағас, Өфө нефть институтына уҡырға инә. 1984 йылдан бер юлы Өфө дәүләт сәнғәт институтында ла уҡый, профессор Мәжит Алкинда шөғөлләнә, 1988 йылдан Мәскәү консерваторияһында профессор Евгений Нестеренко класында уҡый. Студент сағында уҡ күп халыҡ-ара конкурстарҙа еңә: Барселонала Франциско Виньяс (исп.)баш. (исп.)баш. конкурсында (1990, «Madronita Andreu» премияһы[2]), Афинала Мария Каллас конкурсында (1991), Венала Бельведер конкурсында (1991), Вервье конкурсында (1991), Женевала CIEM конкурсында (1991) һәм Филадельфияла Паваротти конкурсында (1991), һуңғыһы уға киң танылыу килтерә.
Опера сәхнәһендә 1991 йылда Дублинда Энрико ролендә («Лючия ди Ламмермур») дебюты була[3]. Шунан бирле Гамбург, Берлин, Штутгарт, Мюнхен, Дрезден, Стокгольм, Лион, Бордо, Париж, Рим, Палермо, Кальяри, Генуя, Болонья, Неаполь, Милан, Барселона, Мадрид, Лиссабон, Вена, Амстердам, Брюссель, Сантьяго, Сан-Паулу, Стокгольм, Токио һәм башҡа опера театрҙарында гастролдә йөрөй.
Зальцбург фестивалендә, Брегенц фестивалендә, Глайндборн фестивалендә, Кимзее фестивалендә, Вексфорд фестивалендә, Эхтернах фестивалендә, Макао фестивалендә һәм башҡаларҙа ҡатнаша.
Билдәле дирижёрҙар Клаудио Аббадо, Зубин Мета, Геннадий Рождественский, Вун Чунг, Джеймс Конлон (инг.)баш. (инг.)баш., Кент Нагано, Валерий Гергиев, Кристофер Хогвуд, Риккардо Мути, Джеймс Ливайн, Марчелло Виотти, Рафаэль Фрюбек де Бургос, Нелло Санти (инг.)баш. (инг.)баш., Хесус Лопес Кобос, Мишель Плассон һәм башҡалар менән сығыш яһай. Билдәле режиссёрҙар Грэм Вик (инг.)баш. (инг.)баш., Джонатан Миллер (инг.)баш. (инг.)баш., Герберт Вернике (инг.)баш. (инг.)баш., Франческа Замбелло (инг.)баш. (инг.)баш., Франко Дзефирелли һәм башҡалар менән хеҙмәттәшлек итә.
Осло, Гамбург, Берлин, Вена, Париж, Бирмингем, Токио, Амстердам, Брюссель, Лондон, Кёльн, Лейпциг, Нью-Йорк һ.б. ҡалаларҙың абруйлы залдарында һәм филармонияларында сығыш яһай, шулай уҡ Шатле, Бремен, (инг.)баш., Сантьяго һәм башҡа ҡалаларҙың опера театрҙарында яңғыҙ программалары ҡуйыла. Рәсәйҙә опера сәхнәһендә йырлағаны юҡ.
Һайланма репертуары
үҙгәртергә- Евгений Онегин, шул исемдәге опера
- Князь Елецкий, «Пиковая дама»
- Роберт, «Иоланта»
- Шакловитый, «Хованщина»
- Фигаро, «Севильский цирюльник»
- Герцог Ноттингемский, «Роберто Деверё»
- Эрнесто, «Пираты»
- Риккардо, «Пуритане»
- Жермон, ("Травиата", Дж. Верди)
- Граф ди Луна (" Трубадур ", Дж. Верди)
- Фальстаф ("Фальстаф", Дж. Верди)
- Родриго (" Дон Карлос", Дж. Верди)
- «Тангейзер»
- «Вольный Стрелок»
- «Вертер»
- «Манон Леско»
- «Фауст»
- «Нос»
- «Три Сестры»
- «Война и Мир»
- «Билли Бад».
Һайланма дискографияһы
үҙгәртергәаудио
үҙгәртергә- Мусоргский, «Борис Годунов», Клаудио Аббадо идаралығында (Sony Classical, 1994)
- «Три Сестры» — К. Нагано (Deutsche Grammophon, 1998)
- «Дон Карлос» — Фридрих Плеер (Nightingel ,1998)
- «Соловей» — Джеймс Конлон (EMI Classics, 1999)
- «Черевички» — Геннадий Рождественский (Dynamic, 2000)
- Чайковский романстары — Шатле (Luxphone, 2000)
- «Военный Реквием» — Юнг Меркель (Deutsche Grammophon, 2009) и др.
видео
үҙгәртергә- «Евгений Онегин» — Владимир Юровский (La Scala Records, 2006)
- «Роберто Деверё» — Фридрих Хайдер (Deutsche Grammophon 2005)
- «Скупой Рыцарь» — Владимир Юровский (OpusArte, 2004)
- «Борис Годунов» — Себастьян Вайгле (TDK, 2004)
- «Золотой Петушок» — Кент Нагано (TDK, 2002)
- «Соловей» — Джеймс Конлон (EMI, 2000) и др.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ныне — Республика Башкортостан, Российская Федерация
- ↑ Лауреаты конкурса Франциско Виньяс 1981—1990 гг. 2011 йыл 26 ноябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 25 декабрь 2011)(Проверено 25 декабря 2011)
- ↑ Евгений Цодоков. Альберт Шагидуллин — наш гость // OperaNews.ru — 05.05.2001
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Буранбаева Р. Тайна афиши Парижа (рус.) // Башвест : интернет-газета. — 24.11.2008. (Проверено 25 декабря 2011)