Шәүәлеш (күл)
Шәүәлеш (рус. Шаблиш) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Кәҫле районындағы күл.
Шәүәлеш | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Кәҫле районы |
Оҙонлоҡ | 8,2 km |
Киңлек | 4,6 km |
Майҙан | 32 км² |
Шәүәлеш Викимилектә |
Этимологияһы
үҙгәртергәКүлдең атамаһы килеп сығышын Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә былай тип яҙа: "Вероятнее всего, от башкирского мужского имени Шаблиш, с основой шабл или шабле, и имяобразующим аффиксом -ш, -ыш, -ищ". Йәғни, атаманың был аңлатмаһы Шәүәли (рус. Шавали) тигән башҡорт ир-ат исеменә иң яҡыны [2][3].
Географияһы
үҙгәртергәШәүәлеш күле Кәҫле районының көнсығыш өлөшөндә Свердловск өлкәһе сигендә урынлашҡан. Йыраҡ түгел Бәғерәк һәм Исток йылғалары аға. Бәғерәк һәм Шәүәлеш ауылдарына яҡын.
Күл эргәһендә урынлашҡан ваҡ күлдәр күп: Травяное, Ҡуяныш, Юлаш, Червяное, Тығыш, Оло Һуңкүл һәм Оло Ҡояш теҙелеп киткән[4].
Тасуирламаһы
үҙгәртергәҺыу көҙгөһө майҙаны - 30,3 км². Яр һыҙаты оҙонлоғо - 24 км. Уртаса тәрәнлеге - 2 м. Иң тәрән урыны - 5 м.
Һыуы ағып тора. Исток йылғаһы унан баш ала.
Төбө башлыса ҡомло-ҡырсынташлы. Һыуы сөсө[5].
Экологияһы
үҙгәртергәКүлдең көнбайыш яр буйы Көнсығыш-Урал радиоактив эҙе биләмәһе менән сиктәш. Был эҙ 1957 йылда «Маяҡ» химкомбинатында (Озёрск ҡалаһы) ҡалдыҡтар атмосфераға сыҡҡандан һуң ҡалған. Рәсми мәғлүмәт буйынса — радиация фоны хәҙерге ваҡытта норманан артмай. Ләкин ХХ быуаттың икенсе яртыһында күл буйында булыу һәм балыҡ тотоу тыйылған булған [5].
Галерея
үҙгәртергәШулай уҡ ҡара
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Шувалов Н.И. Шаблиш// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- ↑ Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.
- ↑ 5,0 5,1 ОЗЕРО ШАБЛИШ
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Шувалов Н. И. Шаблиш // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.
- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области [1]</ref>
- ОЗЕРО ШАБЛИШ [2]