Ҡуяныш (күл)
Ҡуяныш (рус. Куяныш) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Кәҫле районындағы күл.
Ҡуяныш | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Географияһы
үҙгәртергәКүл Силәбе өлкәһенең Кәҫле районында урынлашҡан. Силәбе өлкәһенең төньяҡ өлөшөндә, Свердловск өлкәһе сигенән барлығы 3 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[2].
Географик координаттары: оҙонлоғо — 61°27′32.84″E (61.459123), киңлеге — 56°17′37.6″N (56.293778).
Ярындағы тораҡ пункттар: төньяҡ ярында — Гай ҡасабаһы, Кәҫле ҡалаһына ара — 62 км. 11 км алыҫлыҡта — Бәғерәк.
Силәбегә тиклем араһы — 150 км, Екатеринбургҡа — 110 км, Каменск-Уралға — 28 км[3]
Тасуирламаһы
үҙгәртергәМаксималь киңлеге — 3,3 км һәм оҙонлоғо — 2,5 км. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 205,58 м. Күл көҙгөһө майҙаны — 6,68 км²[3].Максималь тәрәнлеге — 2,8 метр, уртаса тәрәнлеге — 2,3 метр[2].
Ҡуяныш оҙонса түңәрәк һыҙатлы. Һыуының үтәҙеклеге 2 метрға етә. Йәй күл өҫтөн һыутәңкә ҡаплай.
Төбө ташлы. Күл ярын ҡамыш баҫҡан, һыуына инер урындар әҙ, улар күберәк Гай ауылы янында тупланған. Ҡуяныш күленән һыу ағып, көнбайыштараҡ урынлашҡан Травяное күленә төшә[3]
Этимологияһы
үҙгәртергәКүлдең атамаһы килеп сығышын Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә атама «ҡуян» һәм -ыш аффиксы ҡушыу юлы менән яһалған тип яҙа[4][5].
Экологияһы
үҙгәртергә1957 йылда «Маяҡ» химкомбинатында (Озёрск ҡалаһы) ҡалдыҡтар атмосфераға сыҡҡандан һуң төҙөлгән картала Ҡуяныш күлендә радиоактив эҙ билдәләнгән. 2010 йылдағы үлсәүҙәр күлдәге табан балығында нурланыш барын күрһәткән. Әммә күлдән балыҡсылар бер ваҡытта ла өҙөлмәй[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 Озеро Куяныш 2019 йыл 24 март архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Куяныш
- ↑ Шувалов Н. И. Куяныш// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Шувалов Н. И. Шаблиш // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.
- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области [1]</ref>
- Куяныш [2]
- Озеро Куяныш [3] 2019 йыл 24 март архивланған.