Оло Ҡояш
Оло Ҡояш (рус. Большой Куяш) - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Кәҫле районындағы күл.Урыҫ телендә Огневское тигән икенсе атамаһы ла бар [2].
Оло Ҡояш | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Этимологияһы
үҙгәртергәСиләбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә күлдең исемен башҡортса ҡояш тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан тип иҫбатлай[3].
Географияһы
үҙгәртергәКоординаталары: 56°8′34″N 61°32′59″E
Күл Кәҫле районының көнсығышында, Бәйнәүеш күленән ике саҡрым көнбайыштараҡ урынлашҡан. Йыраҡ түгел Кесе Ҡояш күле[4].
Көньяҡ-көнбайышында — Огневский , төньяҡ-көнсығышта Клепалово тораҡ пункттары урынлашҡан.
Силәбегә тиклем араһы – 142 км, Екатеринбургҡа – 132 км.
Тасуирламаһы
үҙгәртергәОло Ҡояш күле төньяҡтан көньяҡҡа- 6,5 километрға, көнбайыштан көнсығышҡа табан 5 километрға һуҙылған. Һыу көҙгөһө майҙаны – 23 кв. км. Уртаса тәрәнлеге – 2 м, максималь тәрәнлеге — 4 м тиклем. Полднево юлы яғынан тәрәнлеге яғынан ҙур түгел - 2,5 метрға тиклем. Күлде урмандар уратып алған. Төбө урыны менән ҡомло, урыны менән ләмле. Коряга күп Көнбайыш ярында ағас төпһәләре һәм һыуға батҡан ҡыуаҡлыҡтар күп.
Көньяҡтан күлде ҙур булмаған аралыҡ Кесе Ҡояш күленән айырып тора. Бәләкәй күленең диаметры яҡынса 1 км [2].
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Шувалов Н. И. Курлады // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 Озеро Большой Куяш 2019 йыл 24 март архивланған.
- ↑ Шувалов Н. И. Курлады // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.