Викидатала элемент юҡ

Шәүрә  — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙа ҡулланылған ҡатын-ҡыҙ исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Шәүрә — «танылған», «мәшһүр» мәғәнәһендәге ҡатын-ҡыҙ исеме[1]. XI—XII быуаттарҙан башҡорттар араһында мосолман дине менән бергә ғәрәп исемдәре лә тарала башлай[2].

Биләле шәхестәр

үҙгәртергә

Шәүрә Ишмулла ҡыҙы Дилмөхәмәтова (1961 йыл) — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996).

Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Ғилманова — (1 ғинуар 1954 йыл) — тележурналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1985 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы (1985). Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Татарстан Республикаһының (1997) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994). Шәһит Хоҙайбирҙин (1994) һәм Мәжит Ғафури исемендәге (2005) премиялар лауреаты.

Шәүрә Муса ҡыҙы Мортазина — (22 июль 1925 йыл — 22 февраль 2002 йыл) — башҡорт театр режиссёры. РСФСР-ҙың (1970) һәм БАССР-ҙың (1955) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы.

Шәүрә Рәшит ҡыҙы Шәкүрова — (10 декабрь 1967 йыл) — ғалим-филолог, сценарист, драматург, прозаик. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары, Башҡортостан Республикаһының Кинематографтар һәм Театр эшмәкәрҙәре союздары ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ( ),Башҡортостан Республикаһы гуманитар тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре.

Шәүрә Азамат ҡыҙы Сәғитова — композитор, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты ()

Сәнғәттә

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
  2. З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Һылтанмалар

үҙгәртергә