Шәүрә — 1963 йылда Б. Бикбай либреттоһына композитор З. Исмәғилев яҙған башҡорт операһы.

Тасуирламаһы үҙгәртергә

«Шәүрә» операһы 3 күренештә, 1963 йылда композитор З. Ғ. Исмәғилев Б. Бикбайҙың ошо исемдәге поэмаһы буйынса яҙған опера. Поэма, үҙ сиратында, башҡорт халыҡ йыры «Шәүрә» йыры легендаһы мотивтары буйынса ижад ителгән.

1963 йылдың 21 декабрендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә операның премьераһы була.

Дирижеры — И. М. Альтерман;
Ҡуйыусы режиссеры — М. Х. Хисмәтуллина;
Балетмейстеры — И. Х. Хәбиров;
Хормейстеры — Л. Х. Исхаҡова;
Сценографы — М. Н. Арыҫланов.

Операның төп партияларын артистар: С. К. Ғәлимова (Шәүрә), С. Д. Хөснийәров (Аҡмырҙа), М. А. Әхмәтйәнов (Яубикә), М. Г. Галеев (Саха), Хисмәтуллина (Көбәк), Г. С. Хәбибуллин (Аяҙғол) башҡара.

1992 йылдың 9 февралендә операның 2 актлы 2-се редакцияһының премьераһы була. Ул да Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ҡуйыла.

1997 йылда опера Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһенә композиторҙың 80 йәшен байрам иткәндә ҡабаттан сығарыла (дирижеры М. А. Әхмәтзарипов).

Дирижеры — В И. Платонов;
Режиссеры- Р. А. Вәлиуллин;
Балетмейстеры — Ш. А. Тереғолов;
Хормейстеры — Э. Х. Ғәйфуллина, А Р. Белогонова;
Ҡуйыусы рәссам — Г. Ш. Имашева.

2-се редакциялағы төп партияларҙы опера артистары: Гәрәева (Шәүрә), Сәлихов (Аҡмырҙа), С. М. Куклина (Яубикә), Кучуков (Сәхи), С. Ф. Сөләймәнов (Көбәк), С. А. Асҡаров (Аяҙғол) башҡара.

Музыка башҡорт халыҡ йырҙарына (оҙон көй, ҡыҫҡа көй, һыҡтау) яҡын милли колоритта яҙылған.

Сюжеты үҙгәртергә

Опера сюжеты мөхәббәте хаҡына ырыу йолаларына буйһонмаған башҡорт ҡатын-ҡыҙы тураһында бәйән итә.

Шәүрә һәм уның һөйгәне Аҡмырҙа левират йолаһына (тол ҡатын, ире вафат булғас, тәү сиратта, уның бер туғандарына кейәүгә сығырға тейеш) буйһонорға һәм яратмаған кешеһе менән никахҡа инергә теләмәй. Шәүрә һөйгәнен үҙҙәренең бәләһендә ғәйепләй.

Ҡатындың башына күңелһеҙ уйҙар килә, ул үҙенә ҡул һалырға уйлай. Үҙ ғүмерен ҡыйырҙан алда ул тыуған яғы, уның тәбиғәте менән хушлаша. «Сеңләү» йырын башҡарғанда ул үҙенә сәсергә тырыша, шул ваҡытта аҡһаҡал Аяҙғол килеп сыға һәм аҡыллы кәңәштәре менән ҡатынды тынысландыра, Аҡмырҙа тере тип унда өмөт уята.

Талсыбыҡты ат итеп уйнаған ғәмһеҙ малай Ирғәле Шәүрәнең күңелен күтәрергә тырыша, уның күңелһеҙлегенең сәбәбе менән ҡыҙыҡһына һәм ҡолондарҙы ҡарарға алып китә. Аяҙғол менән Ирғәле Шәүрәгә һөйгәне менән айырылышыуҙа терәк була, уларҙың туйын ойоштороуҙа ярҙам итә.

Опера аҙағында ғашиҡтар бергә булыу өсөн тауҙарға китә. Уларҙы эҙәрлекләүселәр Аҡмырҙаны яралай һәм ул алған яраларынан үлә.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Галина Г. С. Загир Исмагилов. Уфа, 1997;
  • Угрюмова Т. С. Оперное творчество Загира Исмагилова //Очерки по истории башкирской музыки. Уфа, 2006. Вып. 2.
  • Давыдова Э. М. Легенда о любви / Э. М. Давыдова // Сов. Башкирия. 1963. — 20 дек.
  • Загир Исмагилов. Жизнь и творчество: альбом / сост. Л. З. Исмагилова, Н. В. Ахметжанова, Г. Г. Галимова. — Уфа: Китап, 2002. — 224 с. — На башкирском и русском языках.

Һылтанмалар үҙгәртергә