Шәхсей-вәхсей (фарсы теленән) — ислам динендә шиғый мосолмандар араһында йыш осрай торған, Ғәшүрә көндө үткәрелеүсе мәтам йолаһы. Шиғыйҙарҙың өсөнсө имамы Хөсәйен ибн Али үлеменән һуң, уның тарафтарҙарынан башланып киткән үҙ-үҙеңде ғазаплау, йәрәхәтләү күренеше. Йола Хөсәйен үлтерелгән көндә — мөхәррәм айының унынсы көнөндә (Ғәшүрә)[1] үткәрелә.

Шәхсей-вәхсей
Ҡылыс менән яралау. Бахрейн , 2011

Этимологияһы

үҙгәртергә

Үҙ-үҙҙәрен ғазаплаусылар ҡайғы белдереп: «Шах, Хөсәйен, вах, Хөсәйен!» — тип ҡысҡыралар, шунан ҡыҫҡартылып, Европа телдәренә, «шахсей-вахсей» булып инеп ҡалған. Әзербайжанда был йола әзерб. Başyarma (Башъярма) тип атала.

Б.э. 680 йылында дүртенсе хәлифә Али ибн Әбү Талиптың (599-661) кесе улы Хөсәйен (620-680), үҙенә хәлифәлек юллап, Ираҡҡа йүнәлгән мәлдә, үҙе һәм 73 тарафдары Кәрбәлә биҫтәһендә үлтерелә. Шиғый мосолмандар Хөсәйенде дин өсөн ғазап сигеп һәләк булғандар, дин юлында шәһит киткән изге тип һанайҙар.

Йола шиғыйҙар күпләп йәшәгән илдәрҙә (Ираҡ, Иран, Һиндостан, Мьянма, Пакистан, Афғанстан, Ливан, Төркиә, Бахрейн һ.б.) урамда, күп кеше ҡатнашында уҙа. Фанатик шиғыйҙар, күп осраҡта руханиҙарға ялланған кешеләр, «Шах, Хөсәйен, вах, Хөсәйен !», тип ҡысҡырып, күкрәктәренә йоҙроҡ менән һуғалар, утлы күмер өҫтөндә йөрәйҙәр, үҙҙәрен сылбырҙар менән туҡмайҙар, хәнйәр йә бысаҡ менән тәндәрен йәрәхәтләйҙәр, сөнки риүәйәттәр буйынса Хөсәйендең тәненә 33 ҡылыс, 34 бысаҡ яраһы алған тип иҫәпләнелә.

Иран шаһы Реза Пехлеви (1878-1944) үҙе ил менән идара иткән осорҙа (1925-1941) урамдарҙа шәхсей-вәхсей йолаһын уҙҙырыуҙы тыя. Ләкин Иран Ислам инҡилабынан һуң әлеге тыйыу көсөн юғалта.

Шәхсей-вәхсей шиғый мосолмандар араһында дини хистәрҙе көсәйтеү, милли һәм дини дошманлыҡты үҫтереү маҡсатына хеҙмәт итә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ислам. Белешмә-һүҙлек (төҙөүсе Заһид Шәфиғи). Ҡазан: ТКН, 1993. ISBN 5-298-00949-2

Сығанаҡтар

үҙгәртергә