Хәмитов Шәрәфетдин Йософ улы

(Шәрәфетдин Хәмитов битенән йүнәлтелде)

Шәрәфетдин Йософ улы Хәмитов (Шәрәфи бай булараҡ та билдәле) — 1-се гильдия сауҙагәре. Борай ихтилалының етәксеһе.

Шәрәфетдин Йософ улы Хәмитов
Тыуған көнө

1864({{padleft:1864|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Бөрө өйәҙе, Борай ауылы

Вафат булған көнө

билдәһеҙ

Вафат булған урыны

Ҡытай

Гражданлығы

Ҡытай Ҡытай

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Хәмитов Шәрәфетдин Йософ улы 1864 йылда Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы) Борай ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт[1]. Шәжәрәһе: Баязит (1725—1775) → Хәмит (1752—1821) → Ғәбделхәким → Йософ → Шәрәфетдин. Ҡартатаһы Ғәбделхәким Башҡорт ғәскәрендә хорунжий булып хеҙмәт итә[2].

1914 йылда 1-се гильдия сауҙагәре Шәрәфетдин Хәмитов инициативаһы буйынса Борай ауылында яңы таш мәсеткә нигеҙ һалына башлана, әммә Граждандар һуғышы башланыу менән уның төҙөлөшө туҡталып ҡала[3][4].

1917 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу анкетаһында Шәрәфетдин Хәмитовтың хужалығында 1 ярма ярғыс, 3 һыу тирмәне һәм Ағиҙел буйында 1 иген пристане теркәлгән. Иген, он, ярма һатыу менән шөғөлләнгән.

1918 йылдың 18 февралендә Борайҙа Шәрәфетдин Хәмитов етәкселегендә 10-сы кантон булып Башҡортостан автономияһына ҡушылырға теләк белдереп, большевиктарға ҡаршы Борай ихтилалы ҡабына. Был күтәрелешкә Борай, Минчар һәм башҡа ауылдарҙың халҡы ҡушыла. Борай башҡорт милли шураһы ойошторола, ул автономия составында 8 улусты берләштергән Борай кантоны төҙөлөүен иғлан итә. Дүртөйлөнән Сәхибзада Мәҡсүтов та Хәмитов Шәрәфетдингә ҡушыла. Ихтилалға күтәрелгән ҡораллы отрядтың иҫәбе 1000—1200 кешегә барып етә. Улар губерна прод-управаһы илдең үҙәгенә оҙатырға әҙерләгән ярты миллион ботҡа яҡын игенде ҡулға төшөрәләр. Бөрө ҡалаһынан килгән ҙур булмаған ҡыҙыл гвардия отрядына баш күтәреүселәр ҡаршылыҡ күрһәтә. 1918 йылдың 27 мартына ҡаршы төндә Ҡыҙыл гвардия тарафынан ихтилал баҫтырыла, ә Борай башҡорт кантоны бөтөрөлә. Икмәк продразверстка фондына кире ҡайтарыла. Борай халҡына 1,5 млн. һум контрибуция һалына [5].

1918 йылда Шәрәфетдин Хәмитов ғаиләһе менән башта Себергә, артабан Ҡытайға күсеп китергә мәжбүр була. Ҡытайҙа йәшәй, мануфактура аса.

1917 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу анкетаһына ярашлы, Шәрәфетдин Хәмитовтың ике ҡатыны (береһенә 52 йәш, ә икенсеһенә 28 йәш); 2 улы (7 һәм 5 йәш), әсәһе (100 йәш) теркәлгән. Улдарының береһе Ғабдрахман Һаҡмари (1917—2009) 1960-сы йылдарҙа Төркиәнән АҠШ-ҡа күсеп төпләнә, балалары — Наил һәм Наилә. 1945 йылда совет армияһы Ҡытайға ингәс, тағы бер улы Насретдинды (1922—?) харбин ҡалаһынан СССР террриторияһына алып китәләр, уның артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Ҡыҙы Сатика Истанбулда төпләнә, уның балалары Төркиәлә йәшәүсе Фәрит Бичури һәм Финляндияла тороусы — Фәриҙә Хәмит[6].

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Подготовка и проведение Великой Октябрьской социалистической революции в Башкирии. Февраль 1917 - июнь 1918 г. Сб. док. и материалов. Уфа, 1957;
  • Октябрь в Башкирии. Октябрь 1917 г. - май 1918 г. Сб. док. и материалов. 2-е изд., доп. Уфа, 1987.
  • Бураевская Районная газета «Алга» за 9 марта 2018 года, ст. «Бураевская автономия и его историческое значение»

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Таймасов Р. С., Хамидуллин С. И. Большая Башкирия // Ватандаш. — 2009. — № 5. — С. 70—85. — ISSN 1683-3554.
  2. Бураевская автономия и его историческое значение. // «Алга» : газета. — 9 марта 2018 года.
  3. Тик 2015 йылда Борай «тарихи» мәсете яңыртылып, диндарҙар өсөн асыла.
  4. Событие, отложенное на 100 лет: на макушку «Исторической» мечети Бураево водрузили полумесяц. IslamRB.ru (19 октябрь 2015). Дата обращения: 21 март 2018.
  5. История башкирских родов. Ельдяк. Том 13 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, И. А. Амиров, Ф. С. Марваров, Р. М. Камалов, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 48—51. — 600 с. — ISBN 978-5-85051-650-5.
  6. Борай Шәрәфи улы Нью-Йоркта җирләнде. IslamRB.ru (25 февраль 2009). Дата обращения: 21 март 2018.

Видеояҙмалар

үҙгәртергә