Шәрәфетдинов Ирек Йосоп улы
Шәрәфетдинов Ирек Йосоп улы (10 сентябрь 1941 йыл) — урмансы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һәм почётлы (2996) урмансыһы.
Шәрәфетдинов Ирек Йосоп улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 10 сентябрь 1941 (83 йәш) |
Тыуған урыны |
Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | лесничий, Ҡурсаулыҡ, лесник, forester, етәксе |
Эшмәкәрлек төрө | урман хужалығы һәм Ҡурсаулыҡ |
Эш урыны | Ҡурсаулыҡ |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Графический процессор | СССР һәм Рәсәй |
Биографияһы
үҙгәртергәИрек Йосоп улы Шәрәфетдинов 1941 йылдың 10 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Салауат ауылында тыуған.
Мәктәптән һуң БДУның биология факультетында уҡый. Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында курс эштәрен һәм диплом эшен яҙа. Фән менән ҡыҙыҡһыныуы көсәйә.
Хеҙмәт юлы
үҙгәртергә1972 йылдың август айында өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһында Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында эш башлай. Өс йылдан ул ҡурсаулыҡ директоры итеп тәғәйенләнә.
1979 йылда Көньяҡ Урал ҡурсаулығын ойоштороуға ебәрелә.
Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығының Ағиҙел филиалында директор — 1981 йылда .
Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында — 1982 йылдан.
Көньяҡ Урал ҡурсаулығында — 1987 йыл.
Башҡортостан дәүләт тәбиғи ҡурсаулығында директор — 1995 йыл.
Экологик эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1996 йылда Шәрәфетдинов Ирек Йосоп улының инициативаһы буйынса район-ара экологик слеттар йыл һайын үткәрелә. Был сараға күрше райондар, өлкәләрҙән уҡыусылар саҡырыла. Ҡурсаулыҡта «Парктар маршы» халыҡ-ара акцияһы уҙғарыла.
Ҡурсаулыҡта экологик экспедициялар 1997 йылда ойошторола башлай. Магнитогорск ҡалаһы хакимиәтенең, Башҡортостандың дәүләт экология комитеты аҡсалата ярҙамы менән, ике экологик стационар төҙөлә матди-техник база нығый, яланда йәйге лагерҙар, туҡталыштар булдыра.
Ҡурсаулыҡ төҙөгән һәм БР Мәғариф министрлығына тәҡдим ителгән экологик мәктәп программаһы Белорет, Әбйәлил райондары, Учалы, Магнитогорск ҡалаларында хуплау таба. Белем биреү учреждениеларына ошо программа индерелеп һәм предмет булараҡ балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә өйрәнелә.
Башҡортостан Фәндәр академияһы менән бергә 1999 йылда ҡурсаулыҡ тарафынан Башҡортостан дәүләт тәбиғи ҡурсаулығына ҙур өлөш индергән ғалим С. В. Кириковтың 100 йыллыҡ юбилейы билдәләнә.
Фәнни хеҙмәттәре
үҙгәртергәБөгөн
үҙгәртергәБөрйән районының Яңы Собханғол ауылында йәшәй.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Автор: А. Ғарифуллина.https://tanburz.ru/articles/y-m-i-t/2021-09-10/merg-t-bi-t-a-ynda-2499557
- Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.