Шәйхетдинов Муллағәли Шәйхетдин улы

112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты

Шәйхетдинов Муллағәли Шәйхетдин улы (рус. Шайхутдинов Муллагали Шайхутдинович (1914 — 1966) — 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты.[1]

Шәйхетдинов Муллағәли Шәйхетдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1914
Тыуған урыны Сатай, Йәнәби-Урсай ауыл советы, Миәкә районы, СССР
Вафат булған көнө 1966
Һөнәр төрө яугир, писарь
Хәрби звание Сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Хәрби подразделение 112-се Башҡорт атлы дивизияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

1914 йылда хәҙерге Башҡортостандың Миәкә районы Сатай ауылында тыуған. 1941 йылда Миәкә районы воекоматы тарафынан һуғышҡа алына. 16 гвардия кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия полкында писарь булып хеҙмәт итә. 1951 йылда демобилизациялана.[1]

Ҡыҙыл Байраҡ орденына тәҡдим ителгән ғаризала ошондай һүҙҙәр яҙылған: «24.04.1945 Ориенбург өсөн алышта Гогенцеллорен каналы аша күпер дошмандар тарафынан шартлатыла. Эскодронды боеприпастар менән тәьмин итеү өсөн иптәш Шәйхетдинов инициатива күрһәтте. Боеприпастарҙы канал ярына бушатты ла бритчаны (ат арбаһын) тағы ла беоприпастар алып килергә ебәрҙе. Үҙе ҡул аҫтында булған таҡта, ишек, бүрәнәләрҙән һал бәйләп боеприпастарҙы канал аша икенсе ярға сығарҙы һәм Ориенбург ҡалаһын алырға тигән хәрби заданиены үтәргә булышлыҡ итте».[2]

Шәйхетдинов Муллағәли Шәйхетдин улы 1966 йылда вафат.[1]

Наградалары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә