Шушнур
Шушнур (рус. Шушнур) — Башҡортостандың Краснокама районындағы ауыл. Шушнур ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 471 кеше[2]. Почта индексы — 452943, ОКАТО коды — 80237865001.
Ауыл | |
Шушнур рус. Шушнур | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Элекке исеме |
Сузло, Шушмундыр |
Бейеклеге |
90-110 м |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452943 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 383 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 597 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 536 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 403 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 458 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 471 | 230 | 51,2 | 48,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Тарихы
үҙгәртергәШушнур ауыл Советы үҙәге. Район үҙәге Краснокама ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 44 саҡрым һәм Нефтекама тимер юл станцияһынан көньяҡ‑көнсығышҡа табан 37 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауылға 1742—1755 йылдарҙа Ҡазан даруғаһы Гәрә улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала[3].Шушунур ауылы Красильниковтың 1755 йылғы картаһында күрһәтелгән. Ауылдың исеме бер нисә мәғәнә менән фаразлана. Шушнур мариса «өлгөргән баҫыу»ҙы аңлата. Легендалар буйынса ауыл тәүҙә Шушмундыр тип аталған йәки йылғаның һул яры. Шушнур мари һүҙе "сузло"нан (сабата үреү өсөн ҡулланылған беҙ) барлыҡҡа килгән легенда киң таралған. Риүәйәт буйынса бында ҡайҙандыр бер мари килеп сыға, ҡыуыш ҡороп ҡышларға ҡала. Оҙаҡҡа һуҙылған һыуыҡ буранлы көндәрҙән һуң, уның үле кәүҙәһен табалар, эргәһендә сабата үреү ҡоралы — беҙ ятҡан. Аҙаҡ ошо урында барлыҡҡа килгән ауылды мариҙар Сузло тип исемләгәндәр, ә Кумдыр йылғаһының һул яғында нигеҙләгән ауылды Шушнур тип атағандар. Ауылды икегә бүлеп аҡҡан йылға кескәй бер шишмәгә әйләнгән. Оло быуын һаман да ауылды Сузло тип йөрөтә[4].
Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, 1784 йылда ауылда — 26, 1795 йылда — 35, 1816 йылда — 176 мари ир-ат йәшәгән. 1895 йылда 446 кеше йәшәгән. 1920 йылда халыҡ иҫәбен алыу 138 йортто һәм 679 кешене теркәгән, үҙ ваҡытында ауыл ҙур тораҡ пункты булып иҫәпләнгән. 1895 йылда уның часовняһы, мәктәбе, иген һыҙыртҡысы һәм бакалея кибете була.
1930‑сы йылдарҙа Шушнурға XVIII быуатта нигеҙләнгән Шөшлөндөр ауылы ҡушылған[5].
Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар[3].
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Хәбибрахманов Хәниф Мирзаһит улы (12 ноябрь 1948 йыл) — скульптор, 1982 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы (2006), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1992).
Видеояҙмаларҙа һәм матбуғатта
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 3,0 3,1 Башҡорт энциклопедияһы / Шушнур ауылы
- ↑ История сельского поселния Шушнурский сельсовет муниципального района Краснокамский район РБ
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 218. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Шушнур // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 218. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- История сельского поселения Шушнурский сельсовет муниципального района Краснокамский район РБ
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |