Шолохов яҙы — М. А. Шолоховтың тыуған көнөнә бағышланған һәм Ростов өлкәһенең Вешенск станицаһында һәр йыл үтәкрелгән әҙәби-фольклор байрым (фестиваль)[1] . Ҡунаҡтар тамашасы ғына түгел, улар концерттарҙың, тамашаларҙың, конкурстарҙың, спорт ярыштарының ҡатнашыусылары ла.

Шолохов яҙы
фото
2014 йылдағы фестиваль
Төп мәғлүмәт
Жанр

фольклор

Үткәреү йылдары

1985 — хәҙергә тиклем

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ҡала

Вёшенск станицаһы,
Шолохов районы,
Ростов өлкәһе

Беренсе «Шолохов яҙы» 1985 йылдың 24 майында, Шолоховтың 80 йыллығына үткәрелә. 1987 йылдан ул — Бөтә Рәсәй, ә 1990 йылдан халыҡ-ара статусын ала. Уға төрлө йылдарҙа 70 меңгә тиклем кеше[2] — бөйөк яҙыусының ижады, Дон казактарының мәҙәниәте, көнкүреше менән ҡыҙыҡһынған барыһы ла килә. Фестиваль ҡунаҡтары араһында Рәсәйҙең билдәле яҙыусыларын, актерҙарын, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен осратырға мөмкин. 2005 йылда М. А. Шолоховтың 100 йыллығына Вешенскка Рәсәй Президенты Владимир Путин килә. Артистарҙан Украина, Молдова, Ҡаҙағстан, Болгария, Югославия, Италия, Франция, Австрия вәкилдәре сығыш яһай.

 

Өс көнгә һуҙылған байрамдың үҙ йолалары бар. Йома көнө станица майҙанында «Вешенск һипкелдәре» балалар байрамы асыла, китапханала яҙыусылар һәм шағирҙар менән осрашыуҙар үтә, ә кисен Мәҙәниәт һарайында сәнғәт оҫталары һәм үҙешмәкәр коллективтар концерты була. Икенсе көн — шәмбе — театрлаштырылған тамашанан башлана: урам буйлап милли костюмдарҙа фольклор коллективтары йырлап-бейеп урамдан үтә һәм халыҡты үҙҙәренә ҡушылырға саҡыра. Барыһы ла станицаның төп майҙанына йыйыла — унда ҡунаҡтарҙы йәрминкә ҡаршы ала. Халыҡ оҫталары эшләгән әйберҙәр менән танышып, Дон казактарының аш-һыуынан ауыҙ итергә, йырлап-бейеп күңел асырға мөмкин. Тап «Шолохов яҙы» фестиваленән әлеге ваҡытта киң таралған айырым территорияларҙа йорттар ҡуйып, милли аш-һыу әҙерләп, милли кейемдәрҙә, халыҡтарҙың көнкүрешен күрһәтеү традицияһы башлана. Вешенсктың өс сәхнәһендә артистар сығыш яһай, ә стадионда спорт ярыштары була. Байрамдың кульминацияһы булып Дон йылғаһындағы йөҙөп йөрөүсе сәхнәлә ҡуйылған, лазер шоуы һәм сағыу фейерверктар менән биҙәлгән Гала-концерт тора. Өсөнсө көндө ипподромда ат-спорт ярыштары уҙа. Һыбайлылар джигитовкала ярыша, ҡасандыр һуғыштарҙа казактар ҡулланған хәрби алымдарҙы, оҫталығын күрһәтә. Ҡунаҡтар күтәренке кәйеф менән, Дон сувенирҙарына байып таралыша.

Йомғаҡтары

үҙгәртергә

Фестивалде үткәреү (1985 йылдан) тарихында:

  • станицаға 1 000 000 ашыу ҡунаҡ килә;
  • коллективтар составында 50 000 артист һәм яңғыҙ башҡарыусы ҡатнаша;
  • академик, фольклор, дәүләт һәм үҙешмәкәр 3 000 ижади коллектив килә.

Былтырға "Шолохов яҙы"нда 35 000 ҡунаҡ, 108 ижади коллектив, коллективтар составында һәм айырым 1960 артист, 140 халыҡ ижады оҫтаһы, 27 балалар коллективы ҡатнаша. Телевидение һәм интернет аша онлайн-тапшырыу күрһәтелә.

2016 йылдың көҙөндә Севастополдә ваҡиғалы туризм өлкәһендә Милли премия төбәк конкурсына йомғаҡ яһала, унда Көньяҡ федераль округтың ете төбәгенән 38 проект ҡатнаша һәм «Шолохов яҙы» фестивале «Мәҙәниәт өлкәһендәге иң яҡшы туристик ваҡиға» номинацияһында беренсе урынға лайыҡ була[3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә