Ширваншаһ

Ширван тарихи өлкәһе (хәҙерге Әзербайжандың төньяҡ-көнсығышы) сиктәрендә барлыҡҡа килгән Ширваншаһтар дәүләте хакимдары титулы

Ширваншаһ, Шарваншаһ (фарс. شروانشاه, әзерб. Şirvanşah) — Ширван тарихи өлкәһе (хәҙерге Әзербайжандың төньяҡ-көнсығышы) сиктәрендә барлыҡҡа килгән һәм тарихи сығанаҡтарҙа Ширваншаһтар дәүләте тип билдәләнгән дәүләттең хакимдары титулы. К. Э. Босуорт билдәләүенсә, ширваншаһтар этник ғәрәп булған, әммә үҙҙәрен уратҡан фарсы мәҙәни йоғонтоһо аҫтында фарсылашҡан. Улар иран халыҡтарының ҡаһарман үткәндәрендәге исемдәрҙе алған һәм үҙҙәрен сәсәни Баһрам Гурҙан сыҡҡан тип иҫәпләгән[1].

Ширваншаһ
ФлагГерб
Нигеҙләү датаһы 861
Нигеҙләүсе Язид ибн Мазьяд аш-Шайбани[d]
Юрисдикция таралышы Ширван
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1538
 Ширваншаһ Викимилектә
Ширваншаһ Хушенг ибн Ҡавус

Мосолмандар тарафынан яуланғандан һуң ширваншаһтарҙың беренсе династияһы Мәзйәдиҙәр (йәзидиҙәр) Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге хеҙмәтендәге полководец, Әзербайжан, Әрмәнстан һәм Арран губернаторы[2] (799—801) Йәзид ибн Мәзйәд әш-Шәйбаниҙан башланған. Уның вариҫтары һәм ырыуын дауам итеүселәр, үҙәк властың көсһөҙләнеүенән файҙаланып, Ширванды мираҫ биләмәһе тип иғлан иткән һәм 861 йылда ширваншаһтар титулын алған.

Ширваншаһ династиялары үҙгәртергә

  • Мәзйәдиҙәр — беренсе династия (799 — XI быуаттың беренсе яртыһы). Шәйбан тигән ғәрәп ырыуынан сыҡҡан, ырыу башлығы — Йәзид ибн Мәзйәд әш-Шәйбани.
  • Кәсрәниҙәр — икенсе династия (1027—1382). Ғәрәп сығышлы, һуңынан фарсылашҡан. Ширваншаһ Йәзид ибн Әхмәттән башланған.
  • Дәрбәндиҙәр — өсөнсө династия (1382—1538). Ширваншаһ Кей Ҡубат ибн Әхситәндән башланған.

Мәҙәниәт үҙгәртергә

Ширваншаһтар мәҙәниәт һәм шиғриәт эшмәкәрҙәренә бик ыңғай ҡараған, уларға бағыусылыҡ иткән. Фарсы әҙәбиәте классигы Низами Гәнжәүи улар заманында йәшәгән һәм ижад иткән[3]. Баҡыла  Ширваншаһтар һарайы (XV быуат) һаҡланған. Күп күләмдә тәңкә һуҡҡандар[4].

Ҡыҙыҡлы факттар үҙгәртергә

Абхаз кенәздәре Чачбалар Ширваншаһтарҙан сыҡҡан.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Šervānšāhs — Encyclopædia Iranica. C. E. Bosworth
  2. The History of al-Tabari / Translated and annotated by Joel L. Kraemer. — State University of New York Press. — Vol. XXXIV. — P. 78.
  3. Britannica Encyclopedia Britannica. Neẓāmī. Persian poet.
  4. [1] Г. В. Злобин Монеты ширваншахов династии Дербенди (третья династия)784-956 г.х./ 1382—1548 гг.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә