Баһрам V

Иран шаһиншаһы

Баһрам V Гур — Иран шаһиншаһы, 420/421 — 438/439  йылдарҙа хакимлыҡ иткән. Сәсәниҙәр династияһынан. Йездигирд I менән йәһүд эксилархы ҡыҙы  Шошандухттың улы. 

Баһрам V
пехл. Warahrān, Wahrām
Баһрам V
Баһрам V-нең көмөш драхмалағы һүрәте
Иран һәм башҡа илдәр шаһиншаһы
Алдан килеүсе: Йездигирд I
Дауамсы: Йездигирд II
 
Дине: Зороастризм
Тыуған: 406
Үлгән: 438[1]
Мидия
Нәҫел: Сәсәниҙәр
Атаһы: Йездигирд I
Әсәһе: Шошандухт[d]
Супруг: Sepinud[d][2]
Балалары: Йездигерд II[d]

Тәхет өсөн көрәш үҙгәртергә

Баһрам V ғәрәп хакимы, Һира батшаһы Мүндир I тәрбиәһендә үҫә.[3] Евфраттың түбәнге ағымында урынлашҡан Һира лаһми тигән ғәрәп ырыуының баш ҡалаһы була. Лаһмиҙар тәүҙә Иранға союздаш, унан һуң бойондороҡло була. Егет ҡорона еткәс, Баһрам Ктесифонға ҡайта, ләкин атаһы уны ниндәйҙер сәбәп арҡаһында тәхеткә хоҡуҡтан мәхрүм итә һәм өйгә бикләп ултырта. Бер аҙҙан шаһ йомшара һәм улына ҡабат Мүндир янына китергә ирек бирә. Мүндир Баһрамға атай кеүек була. 

Йездигирд I вафат булғас, фарсы батшалығын болалар солғап ала.  Йездигирд I идараһынан ҡәнәғәт булмаған аҡһөйәктәр уның бөтә улдарын властан ситләштерергә тырыша. Вельможалар Баһрамдың ағаһын, Әрмәнстан батшаһы Шапурҙы үлтерә.[3] Баһрам Мүндир I-нән ярҙам һорай, теге уға яугирҙәр бирә. Баһрам Ктесифонға килә. Фирҙәүси яҙғанынса, яңынан шаһ һайлау өсөн кәңәшмә йыйыла. Утыҙ кандидаттан икәү — Баһрам менән Хосроу ҡала. Баһрамды Йездигирд I-нең улы булған өсөн генә һайларға теләмәйҙәр. Шулай ҙа ул шаһ ителә.[4]

Михр-Нарсеның абруйы күтәрелеү үҙгәртергә

Баһрам V дәүерендә  вазург-фраматар (юғары вәзир) Михр-Нарсе ғәйәт ҙур власть ала, ул Йездигирд I ваҡытында уҡ был вазифала була. Баһрам V эштәр менән шөғөлләнмәй тиерлек, кәйеф-сафа ҡороп, күңел асыуҙан бушамай. Ул ҡыйыу һунарсы, нәзәкәтле һөйәр һәм мәжлес яратыусы булып таныла.  Михр-Нарсе иҫ киткес күп байлыҡ туплай һәм балаларын лайыҡлы вазифаларға ҡуйҙыра. Бер улы — хербедан хербед (жрец сословиеһы башлығы), икенсеһе — вастриошан салар (ер эшкәртеүселәр башлығы), өсөнсөһө  артештаран салар (хәрбиҙәр сословиеһы башлығы) була. Был кешенең исеме менән Ирандың үҙәк өлөштәрендә алып барылған төҙөлөштәрҙе, христиандарға ҡаршы сәйәсәтте бәйләйҙәр.[3][5]

Византия менән мөнәсәбәттәр үҙгәртергә

 
Баһрам V-нең Сервестан һарайы

Сократ Схоластик билдәләүенсә, Баһрам V, «тылсымсылар ҡотортоуы буйынса» (йәғни зороастр тылсымсылары) христиандарҙы ҡыҫа башлай, уларҙы аҫтыра, киҫтерә, шунлыҡтан күбеһе Византияға ҡаса.[6] Йездигирд I ваҡытында Суза ҡалаһының епискобы Авданың ниндәйҙер зороастр ҡорамын емертеүенә ҡаршы фарсылар христиандарға ҡаршы ошо сараларҙы башлаған була.[7] Византия властарының ҡасҡындарҙы биреүҙән баш тартыуы, шулай уҡ византий сауҙагәрҙәренең каруандарын талауҙар ике арала һуғыш утын тоҡандыра. Фарсы ғәскәрҙәрен — Михр-Нарсе, ромей армияһын магистр Ардавур етәкләй.  Яуҙа византийҙар уңыш ҡаҙана бара, әммә 422 йылда Фракияға һундарҙың һөжүме  Византияны Фарсия менән солох төҙөргә мәжбүр итә. Солох шарттары Визания өсөн бик отошло була. Ул  иран христиандарына үҙ динен ҡаршылыҡһыҙ тотоу мөмкинлеге бирелеүен талап итә, Византияла йәшәгән зороастрҙарға ла шуны гарантиялай. Ләкин христиандар өсөн был килешеү күпкә файҙалы була, сөнки Византияла зороастрҙар һаны, Ирандағы христиандар һаны менән сағыштырғанда, күп тапҡырҙарға әҙерәк була. Шулай уҡ Византия Сәсәни ғәскәрҙәренең Кавказ ҡапҡаһын һаҡлағаны өсөн Иранға хаҡ түләп торорға йөкләмә ала. Ике яҡ та сик буйында яңы ҡәлғәләр төҙөмәҫкә һүҙ ҡуйыша.[5]

Баһрам V ваҡытында Иран епископтары соборы (424 йыл) үҙ сиркәүенең Византия сиркәүенән айырылыуы тураһында белдерә. 

Баһрам V риүәйәттәрҙә үҙгәртергә

 
Баһрам Гур менән Азадә һүрәтләнгән көмөш туҫтаҡ, Турушево ауылы эргәһендә 1929 йылдың йәйендә табылған. VI быуат аҙағы — VII быуат башы. Диаметры 21,7 см. Санкт-Петербург, Дәүләт Эрмитажы.

Баһрам V тураһында мосолман риүәйәттәре аша беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән легендалар күп. Баһрам V уларҙа бик камил батша, полководец, баһадир, ҡаһарман һөйәр (ошо сәбәпле урта быуаттар традицияһына ярашлы шаһҡа «Гур», йәғни ҡырағай ишәк тигән ҡушамат тағыла) итеп һүрәтләнә. 

Фирҙәүси  «Шаһнамә»һендә батшаның зороастрҙарҙы, шарап эсеүҙән тыйып, иманлы китаптар уҡырға мәжбүр итергә тырышыуы тураһында мәрәкә хикәйә бар. Шаһтың йәшерен генә ил буйлап йөрөп, лайыҡлыларҙы йомарт бүләкләүе, ғәйеплеләрҙе язаға дусар итеүе тураһында ла хикәйәттәр таралған. 

Баһрам V һунар яратҡан. Хатта бер заман яратҡан йәриәһе Азадәне дөйә менән тапатып ҡуя.[8] Баһрам Гур һәм Азадәнең дөйә менән һунар итеүе — билдәле сюжет, уны көмөш һауыттарға ла төшөргәндәр.[9]

Баһрам V-нең һәләкәте үҙгәртергә

Легенда буйынса, Баһрам һунарҙа юғала: аты менән ҡуша ҙур соҡорға төшөп ғәйеп була. Хәҙерге тарихсылар фекеренсә, шаһ, моғайын, атаһы кеүек үк һарай кешеләре тарафынан үлтерелгәндер.[10]

Баһрам V 18 йыл да 10 ай хакимлыҡ итә.[11]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә