Ширваншаһтар дәүләте

Ширваншаһтар (әзерб. Şirvanşahlar) — Әзербайжан тарихында дәүләт.

Ширваншаһтар дәүләте
Флаг Герб
Флаг Герб

799 — 1539[1][2][3]
 Ширваншаһтар дәүләте Викимилектә
 
Баҡыла Ширваншаһтар һарайы, XV быуат уртаһы

Ширвандың ғәрәп наместниктары ширваншаһ титулын ала һәм Хәлифәлектән бойондороҡһоҙланырға тырышыу һөҙөмтәһендә 861 йылда үҙәге Шәмәхәла булған үҙ дәүләтен төҙөй. VII—X быуаттарҙа хәҙерге Әзербайжан территорияһы әленән-әле хазарҙар менән русиндар һөжүмдәренә дусар булып тора. XII быуатта Ширвандың баш ҡалаһы Баҡыға күсерелә, унда XV быуатта Ширваншаһтар һарайы төҙөлә. Ширваншаһтар дәүләте XVI быуатҡа тиклем йәшәй, шунан һуң Сәфәүиҙәр тарафынан йотола. Бөтә тарихы дауамында 3 ғәрәп ырыуы — Мәзйәдиҙәр, Кәсрәниҙәр һәм Дәрбәндиҙәр — хакимлыҡ итә. Ширваншаһтар фарсы мөхите уратыуында булғанлыҡтан фарсылаша[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Həsən bəy Rumlu, s.289
  2. Шapaф-xaн Бидлиcи, c.188
  3. S. Aşurbəyli - Şirvanşahlar dövləti, Bakı, 2006 2021 йыл 20 сентябрь архивланған.
  4. Šervānšāhs — статья из Encyclopædia Iranica.

Һылтанмалар

үҙгәртергә