Кинйәбулатова Кәтибә Кәрим ҡыҙы

Кинйәбулатова Кәтибә Кәрим ҡыҙы (15 сентябрь 1920 йыл17 июнь 2012 йыл) — башҡорт балалар шағиры. 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980), Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика премияһы лауреаты (1989). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1991).

Кәтибә Кинйәбулатова
Исеме:

Кинйәбулатова Кәтибә Кәрим ҡыҙы

Тыуған көнө:

15 сентябрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡортостан АССР-ы, Арғаяш кантоны, Мәүлит ауылы

Вафат булған көнө:

17 июнь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (91 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир, яҙыусы

Ижад йылдары:

1954—2012

Жанр:

поэзия, проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт теле

Премиялары:
«Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Кәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатова 1920 йылдың 15 сентябрендә Башҡортостан АССР-ы Арғаяш кантоны (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы) Мәүлит ауылында тыуған. Үҙҙәрендәге башланғыс һәм Мөхәммәтҡолой ете йыллыҡ мәктәптәрендә белем ала.

1935 йылда Өфө педагогия рабфагында уҡый.

1939—1940 йылдарҙа Өфө педагогия институтында уҡый.

1941—1953 йылдарҙа Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Мөхәммәтҡолой урта мәктәбендә тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы, һуңынан уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире булып эшләй.

1953 йылдан Өфөгә килеп «Әҙәби Башҡортостан» («Ағиҙел») редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр булып урынлаша.

1962 йылда СССР Яҙыусылар союзы ҡарамағандыға Юғары әҙәбиәт курсын тамамлап ҡайтҡас, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының тәүге баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә.

2012 йылдың 17 июнендә вафат була.

Атаҡлы Ҡолой кантон нәҫеленән.

1939-40 йылдарҙа беренсе шиғырҙары донъя күргән. 1954 йылда балалар өсөн яҙылған тәүге китабы нәшер ителә.

Ижадының башланғыс осоронда күберәк балалар яҙыусыһы булараҡ танылыу таба. Артабан уның ижади мөмкинлектәре киңәйә һәм ул төрлө жанрҙарҙа ла ижад итә башлай. Уның әҫәрҙәре рус уҡыусыларына ла таныш һәм бик күп башҡа халыҡтар теленә тәржемә ителгән.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Тәүге сәскәләр: Балалар өсөн шиғырҙар. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1954. — 32 бит.
  • Алтын тояҡ-аҡ кәзә. — Өфө, 1955.
  • Йәшел япраҡтар. — 1958
  • Әнисә. — 1960.
  • Һүнмәҫ мөхәббәт. — 1962.
  • Атай тауышы. — 1964.
  • Минуттар. — 1965.
  • Бөркөт. — 1966.
  • Йондоҙҙар бейей. — 1969.
  • Айгүзәлдең алтын асҡысы. — 1970.
  • Партизан ейеәнсәре. — 1974.
  • Һүҙ тереләргә. — 1971.
  • Лирика. — 1975.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980)
  • Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика премияһы лауреаты (1989)
  • Силәбе өлкәһе Арғаяш районының почётлы гражданы (1990)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1991)
  • Силәбе өлкәһенең Сосновка районы Сиреүсе урта белем биреү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеү буйынса асылған класҡа Кәтибә Кинйәбулатова исеме бирелә[1].

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар
  1. В школе Челябинской области открылся класс имени башкирской поэтессы