Уильям Шекспир

инглиз шағиры һәм драматургы
(Шекспир, Уильям битенән йүнәлтелде)

Уи́льям Шекспи́р (ингл. William Shakespeare[1]; 1564 йыл[2], Эйвондағы Стэтфорд, Англия — 23 апрель 1616 йыл[2], шул уҡ урында) — бөйөк инглиз драматургы һәм шағиры, бар донъяға танылған драматургтарҙың береһе, беҙгә килеп еткән 12 трагедия, 16 комедия, 6 тарихи хроника, шул иҫәптән, бер нисә өлөштән торған 4 поэма һәм 154 сонет авторы.

Уильям Шекспир
William Shakespeare

Берҙән-бер ныҡлы билдәле һүрәт голланд сығышлы рәссам Дросхоут эше — гравюра из посмертного «Первого Фолио» (1623)
Тыуған көнө:

1564({{padleft:1564|4|0}})

Тыуған урыны:

Стратфорд-на-Эйвоне, Уорикшир, Англия

Вафат булған көнө:

23 апрель 1616({{padleft:1616|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Вафат булған урыны:

Стратфорд-на-Эйвоне, Уорикшир, Англия

Эшмәкәрлеге:

инглиз драматургы һәм шағиры

«Шекспир» бите бында йүнәтелә.

Шекспир Стратфорд-апон-Эйвон ҡалаһында тыуа һәм үҫә. 18 йәшендә Энн Хатауэйға өйләнә, уның менән никахта өс балаһы була: ҡыҙы Сьюзен һәм игеҙәктәр Хемнет һәм Джудит. Шекспирҙың карьераһы 1592 һәм 1585 йылдар араһында Лондонға күсеп килгәс башлана. Тиҙҙән ул уңышлы актёр, драматург, шулай уҡ «Лорд-камергер хеҙмәтселәре» исемле, һуңыраҡ «Король хеҙмәтселәре» исеме аҫтында билдәле булған театр компанияһының милектәше була. Яҡынса 1613 йылда, 48 йәшендә Стратфордҡа әйләнеп ҡайта, унда өс йылдан һуң вафат була. Шекспирҙың тормошо тураһында тарихи мәғлүмәттәр аҙ һаҡланған һәм тормошо тураһында ихтималлыҡтар рәсми документтар, замандаштарының күрһәтеүе нигеҙенә ҡоролған, шуның өсөн әлегә тиклем ғилми берләшмәләрҙә уның тышҡы ҡиәфәте һәм дини ҡараштары буйынса мәсьәләләр тикшерелә, шулай уҡ уныҡы тип иҫәпләнгән эштәрҙе башҡа кемдер башҡарған тигән фекер йәшәй[3][4]; был фекер мәҙәниәттә популяр булһа ла, күпселек ғалимдар һәм Шекспир ижадын өйрәнеүселәр тарафынан кире ҡағыла.

Шекспирҙың күпселек әҫәрҙәре 1589 йылдан 1613 йылға тиклем осорҙа яҙыла. Уның тәүге пьесалары нигеҙҙә комедияларға һәм хроникаларға ҡарай, уларҙа Шекспир күпкә уңышлы сығыш яһай. Артабан уның ижадында «Гамлет», «Король Лир», «Отелло» һәм «Макбет» әҫәрҙәрен индергән трагедиялар осоро башлана, улар инглиз телендәге иң яҡшы әҫәрҙәрҙең береһе тип һанала. Үҙенең ижады аҙағында Шекспир бер нисә трагикомедия яҙа, шулай уҡ башҡа яҙыусылар менән хеҙмәттәшлек итә.

Шекспирҙың күп пьесалары йәшәгән осоронда баҫылған. 1623 йылда Шекспирҙың ике дуҫы, Джон Хеминг һәм Генри Конделл Беренсе фолиоһын, һәм ике пьесаһынан тыш Шекспирҙың бөтә йыйынтыҡтарын баҫтырып сығара. Һуңынан төрлө тикшереүселәр тарафынан төрлө дәрәжәләге дәлиллек менән Шекспирға ҡараған тағы бер нисә пьесаһы аныҡлана.

Шекспир үҙе йәшәгән ваҡытта эштәре тураһында маҡтау баһаламалары ала, әммә ысын мәғәнәһендә тик XIX быуатта ғына популяр булып китә. Атап әйткәндә, романтизм вәкилдәре һәм викториансылар Шекспир алдында табыналар, быны Бернард Шоу «bardolatry» тип атай, был инглиз теленән «шағирға баш эйеү» тип тәржемәләнә. Шекспирҙың әҫәрҙәре беҙҙең көндәргә тиклем популяр булып ҡала, улар өйрәнелә, сәйәси һәм мәҙәни шарттарға ярашлы даими аңлатыла.

Биографияһы

үҙгәртергә
 
Шекспир ырыуы гербы девиз менән Non Sanz Droict — франц.  «Хоҡуҡһыҙ түгел»

Иртә йылдары

Уильям Шекспир Стратфорд-апон-Эйвон (Уорикшир графлығы) ҡалаһында 1564 йылда тыуа, 26 апрелдә суҡындырыла, тыуған көнө аныҡ билдәле түгел. Риүәйәттә уның донъяға килеүе 23 апрель тип иҫәпләнә: тап ошо дата уның үлем көнө менән тап килеүе билдәле. Бынан тыш, 23 апрелдә Англияны ҡурсалаусы изге Георгий көнө билдәләнә, ошо көнгә бөйөк милли шағирҙың тыуған көнөн махсус тура килтерелеүе мөмкин. Шекспир фамилияһы инглиз теленән «Һөңгө менән ҡаҡшатыусы» тип тәржемә ителә.

Уның атаһы Джон Шекспир (1530—1601), хәлле һөнәрсе була (бирсәткәсе), йыш ҡына төрлө ижтимағи әһәмиәтле вазифаларға һайлана. 1565 йылда Джон Шекспир олдермен, ә 1568 йылдан — бальи (ҡала советы башлығы) була. Сиркәү ғибәҙәттәренә йөрөмәй, шуның өсөн аҡсалата ҙур штраф түләй (моғайын, ул йәшерен католик була)[5]..

Шекспирҙың әсәһе, Мэри Арден (1537—1608), иҫке саксония ғаиләләренең береһенә ҡарай. Ирле-ҡатынлының барлығы 8 балаһы була, Уильям өсөнсө бала булып тыуа[6].

Шекспир стратфорд «грамматик мәктәбендә» уҡый тип һанала (ингл. grammar school), унда латин теле буйынса яҡшы белем алған булырға тейеш: стратфорд латин теле һәм тел уҡытыусыһы латин телендә шиғырҙар яҙа. Ҡайһы бер ғалимдар раҫлауынса, Шекспир Эйвондағы Стратфордта король Эдуард VI мәктәбенә йөрөгән, унда Овидий һәм Плавт кеүек шағирҙарҙың ижадын өйрәнгән, әммә мәктәп журналдары һаҡланмағанлыҡтан, хәҙер бер ни тураһында ла әйтеп булмай[7].

1582 йылда, 18 йәштә үҙенән 8 йәшкә өлкән, урындағы ер биләүсенең ҡыҙы Хатауэй Эннға өйләнә. Никахлашыу ваҡытында Энн йөклө була. 1583 йылда парҙарҙың ҡыҙы Сьюзен тыуа, 1585 йылда — игеҙәктәр: улы Хемнет, ул 1596 йылдың 11 авгусында вафат була, һәм ҡыҙы Джудит тыуа(2 февралдә суҡындырылғандар).

Шекспирҙың артабанғы тормошо тураһында тик фаразлауҙар ғына бар. Беренсе театр карьераһы 1592 йылда телгә алына, ә 1585 һәм 1592 йылдар араһы осорон тикшеренеүселәр Шекспирҙың «юғалған йылдары» тип атай[8]. Биографтарҙың был осорҙағы Шекспирҙың ваҡиғаларын белергә маташыу күп апокрифик тарихтар барлыҡҡа килтерә. Николас Роу, Шекспирҙың беренсе биографы, Шекспир Стратфордты урындағы сквайр Томас Люсиның алпауыт хужалығынан браконьерлыҡ өсөн эҙәрлекләүҙәрҙән ҡасып ташлап китә, тип раҫлай. Шулай уҡ Шекспир Люсиның адресына ҡарата бер нисә әҙәпһеҙ баллада яҙған тип тә фараз ителә[9]. XVIII быуаттың икенсе версияһы буйынса, Шекспир лондон театр ҡурсалаусыларының аттарын ҡараштырып, театр карьераһын башлай. Джон Обри Шекспир мәктәп уҡытыусыһы булған тип яҙа[10]. XX быуат ҡайһы бер ғалимдары Шекспир Ланкаширҙан Александр Ногтондың уҡытыусыһы булған тип иҫәпләй, сөнки был алпауыт-католикта ниндәйҙер «Вильям Шейкшафт» булған. Шекспир үлгәндән һуң таралған имеш-мимештәрҙән башҡа был теорияға нигеҙ әҙ, бынан тыш, «Шейкшафт» — Ланкаширҙа киң таралған фамилия була[11].

 
Яңынан тергеҙелгән «Глобус» театры, бында Шекспир труппаһы эшләгән

Лондон һәм театр карьераһы

үҙгәртергә

Шекспирҙың театр эштәрен ҡасан яҙа башлағанлығы һәм ҡасан Лондонға килгәнлеге аныҡ билдәле түгел, әммә беҙгә килеп еткән тәүге был хаҡта һөйләгән сығанаҡтар 1592 йылға ҡарай. Был йылда антрепренер Филип Хенслоу көндәлегендә Шекспирҙың тарихи хроникаһы «Генрих VI» телгә алына, ул. Хенслоуҙың «Роза» театрында бара[12]. Шул уҡ йылда прозаик Роберт Гриндың һәм драматургтың үлгәндән һуң памфлеты баҫылып сыға, Грин асыу менән фамилияһын атамай мыҫҡыллап уны «сәхнә ҡаҡшатыусы» (shake-scene) тип атай. Грин Шекспирҙы юғары белемле яҙыусылар, Кристофер Марло, Томас Нэш, һәм үҙе, Грин һымаҡ («университет аҡылдары») менән тиңләшергә маташыуында ғәйепләй[13].

Биографтар Шекспир карьераһы 1580 йылдар уртаһынан алып теләһә ҡайһы ваҡытында башлана алған тип иҫәпләй[14]. 1594 йылдан Шекспирҙың пьесалары «Лорд-камергер хеҙмәтселәре» труппаһы тарафынан ғына ҡуйыла. Был труппа составына Шекспир инә, ул 1594 йылда уның милектәшенә әүерелә. Труппа тиҙҙән Лондондың алдынғы театр коллективтарына инә. Королева Елизавета үлгәндән һуң 1603 йылда, труппа яңы хаким Яков Беренсенән король патенты ала һәм «Король хеҙмәтселәре» тип атала башлай[15].

1599 йылда төркөмдөң партнерлыҡ ағзалары Темзаның көньяҡ ярында «Глобус» тип аталған яңы театр төҙөй. 1608 йылда улар шулай уҡ ябыҡ «Блэкфрайерс» театрын һатып ала. Шекспир тарафынан һатып алынған күсемһеҙ милек тураһындағы отчеттар һәм инвестициялар күрһәтеүенсә труппа Шекспирҙы бай кеше итә. 1597 йылда ул Стратфордта күләме буйынса икенсе булған йортто — Нью-Плэйсты һатып ала.

Шекспирҙың ҡайһы бер пьесалары 1594 йылда баҫылып сыға. 1598 йылда уның исеме баҫмаларҙың титул битендә күренә башлай. Әммә Шекспир драматург булараҡ дан ҡаҙанһа ла театрҙа уйнауын дауам итә. Бен Джонсондың 1616 йылғы баҫма эштәрендә «Һәр кемдең үҙ хикмәте» (1598) һәм «Сеян ҡолауы» пьесаларын башҡарған актёрҙар исемлегендә Шекспирҙың да исеме бар. Ләкин уның исеме 1605 йылда Джонсондың «Вольпон» пьесаһындағы актёрҙар исемлегендә юҡ, был ҡайһы бер ғалимдар тарафынан Шекспирҙың лондон театр карьераһының тамамланыуы һымаҡ ҡабул ителә. Шуға ҡарамаҫтан, 1623 йылда Беренсе фолиола Шекспир «был пьесаларҙа төп актёр» тип атала, ә ҡайһы берҙәре уларҙың «Вольпон» пьесаһынан һуң беренсе тапҡыр ҡуйыла, тик Шекспир уларҙа ниндәй ролде уйнағаны билдәһеҙ. 1610. йылда Джон Дэвис «изге Уилл» «король» ролдәрен генә уйнай тип яҙа[16]. 1709 йылда Роу үҙенең эшендә Шекспир Гамлеттың атаһының шәүләһен уйнай тигән шул ваҡыттағы барлыҡҡа килгән фекерҙе яҙып ҡуя. Һуңынан шулай уҡ ул «Был һеҙгә нисек оҡшай» пьесаһында Әҙәм ролен, «Генрих Бишенселә» Хор ролен уйнай тип раҫлай, шулай ҙа ғалимдар был мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөнә шикләнә[17].

Шекспир драматургия һәм актёрлыҡ эшмәкәрлеге ваҡытында Лондонда йәшәй, әммә ваҡытының күпмелер өлөшөн Стратфордта ла үткәрә. 1596 йылда, Нью-Плэйсты һатып алғандан һуң бер йыл үткәс, Темзаның төньяҡ өлөшөндәге Бишопгейтта изге Елена мәхәлләһендә лә йәшәп ала. «Глобус» театры төҙөлгәндән 1599 йылда Шекспир йылғаның икенсе яғына — Саутуаркка күсә. 1604 йылда ул тағы йылға аша күсеп сыға, был юлы Изге Павел соборынан төньяҡ районға, унда бик күп яҡшы йорттар урынлаша. Ул ҡатын-ҡыҙҙар париктары һәм баш кейемдәре етештереүсе Кристофер Маунтджой исемле француз-гугеноттан ваҡытлыса бүлмәләр ала.

Һуңғы йылдары һәм үлеме

үҙгәртергә
 
Шекспирҙың ҡәбер ташы
 
Стратфордта изге Троица сиркәүендә Шекспир бюсы

1606—1607 йылдан һуң Шекспир тик бер нисә пьеса яҙа, ә 1613 йылдан һуң бөтөнләй яҙыуын туҡтата. Һуңғы өс пьесаһын башҡа драматург менән берлектә яҙа, бәлки, Джон Флетчер менән, сөнки ул «Король хеҙмәтселәре» труппаһында төп драматург вазифаһындағы Шекспирҙы алыштыра.

Һаҡланып ҡалған документтарҙа Шекспирҙың ҡултамғалары (1612—1613) бик насар яҙыу менән айырылып тора, ошо сәбәпле ҡайһы бер тикшеренеүселәр шул ваҡытта ул етди ауырыу булған тип иҫәпләй[18].

1616 йылдың 23 апрелендә (3 май) Шекспир вафат була. Традиция буйынса ул үҙенең тыуған көнөндә үлгән тип һанала, әммә Шекспир 23 апрелдә тыуған тигән ышаныс юҡ. Шекспирҙың тол ҡалған ҡатыны Энн һәм ике ҡыҙы оҙаҡ ҡалып йәшәй. Сьюзен Шекспир Джон Холлда 1607 йылдан алып кейәүҙә була, ә Джудит Шекспир атаһының үлеменән һуң ике ай үткәс, шарапсы Томас Куиниға кейәүгә сыға.

Шекспир күсемһеҙ мөлкәтенең күпселек өлөшөн өлкән ҡыҙы Сьюзенға васыят итеп ҡалдыра. Унан һуң уның туранан-тура вариҫтары мираҫ итеп алып ҡалырға тейеш була. Джудиттың өс балаһы була, һәм улар барыһы ла өйләнмәйенсә вафат була. Сьюзендың бер ҡыҙы, Элизабет, була, ул ике тапҡыр кейәүгә сыға, әммә 1670 йылда балаһыҙ вафат була. Шекспирҙың ҡатыны васыятта тик ситләтеп кенә телгә алына, әммә ул да иренең мөлкәтенең өстән бер өлөшөн алырға тейеш була. Әммә васыятта ул уға «сифаты буйынса икенсе минең карауатты ҡалдырам» тип күрһәтә, һәм был факт күп төрлө фараздарға килтерә[19][20][21]. Ҡайһы бер ғалимдар быны Эннды мыҫҡыллау тип һанай, шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер ғалимдар, сифаты буйынса икенсе карауат ир менән ҡатындың түшәге һәм, тимәк, бында хурлыҡлы нәмә юҡ тип раҫлай. Өс көндән һуң Шекспир Стратфордтың Троица изге сиркәүендә ерләнә.

1623 йыл алдынан сиркәүҙә Шекспирҙың яҙып ултырған ҡиәфәттә бюсы урынлаштырыла. Инглиз һәм латин телендәге эпитафиялар Шекспирҙы пилосс батшаһы Нестор, Сократ, Вергилий менән тиңләштерә. Бөтә донъяла Шекспирҙың күп һыны ҡуйыла.

Драматургтың үлеменә дүрт йөҙ йыл айҡанлы Король аҡса һуғыу йорто уның өс төркөм әҫәрҙәрен: комедия, трагедия һәм хроникаларын сағылдырған өс ике фунтлы тәңкәне сығара.

Шекспирҙың әҙәби мираҫы ике тигеҙ булмаған өлөшкә бүленә: шиғри (поэмалар һәм сонеттар) һәм драмаға. В. Г. Белинский былай тип яҙа: «Шекспирға шағир булараҡ бөтә кешелектәге шағирҙарҙан да ҡәтғи өҫтөнлөктө биреү ҡыйыу һәм сәйер булыр ине, әммә драматург булараҡ ул әле лә дәғүәсеһеҙ ҡала, исемен тик уның исеме эргәһенә генә ҡуйырға була»[22].

Осорҙарға бүлеү мәсьәләһе

үҙгәртергә

Шекспирҙың ижадына өйрәнеүселәр (дат әҙәбиәт белгесе Г. Брандес, Шекспир әҫәрҙәренең рус телендә тулы йыйынтығын нәшер итеүсе С. А. Венгеров) XIX быуат аҙағында — XX быуат башында, әҫәрҙәрҙең хронологияһына таянып, уның «күтәренке кәйефенән», ғәҙеллектең тантана итеүенә, юлының башында гуманистик идеалдарға ышаныуынан һәм бөтә иллюзияларҙың юҡҡа сығыуына һәм өмөтөн өҙөүгә тиклем булған уның рухи эволюцияһын күрһәтәләр. Әммә һуңғы йылдарҙа авторҙың шәхесе тураһында әҫәрҙәр буйынса һығымта яһауҙа хаталар бар тигән фекер барлыҡҡа килә[23].

1930 йылда Шекспир ижадын өйрәнеүсе Э. К. Чемберс Шекспир ижадының жанр билдәләре буйынса хронологияһын тәҡдим итә, һуңыраҡ уға Дж. Макмануэй төҙәтәмәләр индерә. Ижадын дүрт осорға бүләләр: беренсеһе (1590—1594) — тәүге осоро: хроникалар, ренессанс комедиялар, «ҡот осҡос трагедиялар» («Тит Андроник»), ике поэмаһы; икенсе осор (1594—1600) — ренессанс комедиялар, тәүге өлгөргән трагедияһы («Ромео һәм Джульетта»), трагедия элементтары менән хроникалар, антик трагедия («Юлий Цезарь»), сонеттары; өсөнсө осор (1601—1608) — бөйөк трагедиялары, антик трагедиялар, «шомло-комедиялар»; дүртенсе осор (1609—1613) — трагик башланғыс һәм бәхетле финал менән драма-әкиәттәр. Ҡайһы бер Шекспир ижадын өйрәнеүселәр, шул иҫәптән А. А. Смирнов, беренсе һәм икенсе осорон тәүге осорға берләштерә[24].

Драматургияһы

үҙгәртергә

Шул дәүерҙең күп драматургтары үҙҙәренең әҫәрҙәрен башҡа авторҙар менән бергә ижад иткәндәр һәм тәнҡитселәр Шекспирҙы ла ҡайһы бер пьесаларын башҡа авторҙар менән яҙған тип иҫәпләй; быға күбеһенсә тәүге һәм һуңғы әҫәрҙәре ҡарай.. «Тит Андроник» һәм тәүге осор тарихи пьесаларына ҡарата авторҙашлыҡта яҙылғанлығы аныҡ иҫбатланмаған, шул уҡ ваҡытта «Ике абруйлы туған» һәм юғалған «Карденио» пьесаһы буйынса был документаль раҫланған. Текстарҙан алынған мәғлүмәттәр ҡайһы бер эштәре икенсе яҙыусылар тарафынан төп нөсхә менән сағыштырмаса үҙгәртелгән тип раҫларға мөмкинлек бирә.

Шекспирҙың иң тәүге эштәренең береһе — «Ричард III» һәм 1590 йылдар башында яҙылған «Генрих VI», был осорҙа тарихи драма модала була. Шекспир пьесалары даталауға ауыр бирелә, әммә тексты тикшеренеүселәр «Тит Андроник», «Хаталар комедияһы», «Арҡырыны буйһондороу» һәм «Ике веронсы» әҫәрҙәре Шекспирҙың ижад юлының башына ҡарай. Уның беренсе хроникалары, 1587 йылда Рафаэль Холиншедтың «Англия, Шотландия һәм Ирландия хроникалары» баҫмаларына нигеҙләнгән[25], көсһөҙҙәрҙең идаралыҡ итеүенең емергес һөҙөмтәләрен күрһәтә һәм ниндәйҙер кимәлдә Тюдор династияһының барлыҡҡа килеүен аҡлау өсөн хеҙмәт итә[26]. Шекспирҙың тәүге пьесаларына Елизавета дәүерендәге драматургтарҙың эштәре, бигерәк тә Томас Кид, Кристофер Марло, урта быуат драмаһының традициялары һәм Сенеканың пьесалары йоғонто яһай[27][28][29]. «Хаталар комедияһы» классик модель буйынса төҙөлгән, 1590 йылдарҙа Лондон театрҙарында уйналған ошо уҡ исемле икенсе пьеса менән бәйле булһа ла «Арҡырыны буйһондороу» буйынса сығанаҡ табылмай[30], һәм ул бәлки, фольклор тамырҙарына эйә.

 
Оберон, Титания и Пак феялар менән бейей Уильям Блэйк, 1786 йыл. Тейт Британия.

1590 йылдар уртаһында Шекспирҙың стиле буйынса фарс һәм көлкөлө комедияларҙан романтик әҫәрҙәргә күсеү осоро була. «Йәйге төндәге йоҡо» — был романтиканың, әкиәт тылсымының һәм түбән ҡатлам тормошоноң тапҡыр ҡатышмаһы. Шекспирҙың артабанғы «Венеция сауҙагәре» романтик комедияһында кенәсел ростовщик- йәһүд Шейлоктың портреты күрһәтелә, бында Елизавета дәүерендәге инглиздәрҙең раса хөрәфәттәре сағыла. Үткер аҡыллы «Юҡтан күп шау-шыу» пьесаһы, провинциялағы тормошто бик яҡшы һүрәтләгән «Был һеҙгә нисек оҡшай» һәм күңелле «Ун икенсе төн» пьесалары Шекспирҙың бер рәт комедияларын тулыландыра. Лирик тулыһынса шиғри юлдар менән яҙылған «Ричард II» әҫәренән һуң, Шекспир үҙенең «Генрих IV, 1-се өлөшө» и 2, һәм «Генрих V» хроникаларына прозаик комедия индерә. Уның персонаждары ҡатмарлыраҡ һәм нескәрәк була, комик һәм едти күренештәр араһында, проза һәм шиғриәт араһында еңел генә күсә,шуға күрә уның өлгөрөп еткән эштәре хикәйәләү төрлөлөгөнә өлгәшә[31][32][33]. Был дәүерҙе «Ромео һәм Джульетта»[34][35] һәм Плутархтың тәржемәи хәленән нигеҙләнгән «Юлий Цезарь» башлай һәм тамамлай[36][37].

 
Гамлет, Горацио, Марцелл һәм Гамлеттың атаһының шәүләһе Генри Фюзели, 1780—85. Кунстхаус (Цюрих)

XVII быуат башында Шекспир бер нисә «проблемалы пьесаларын»: «Үлсәм өсөн үлсәм», «Троил һәм Крессида» һәм «Яҡшы бөтһә, бөтә нәмә лә яҡшы», шулай уҡ бер нисә иң билдәле трагедияларын яҙа[38][39]. Күп тәнҡитселәр был осорҙа Шекспир трагедияларының иң бейек нөктәһе тип иҫәпләй. Шекспир трагедияһының төп геройы Гамлет драматургтың иң өйрәнелгән персонажы булып тора, был бигерәк тә геройҙың үҙ үҙенә мөрәжәғәт иткән «Булырғамы йә булмаҫҡамы, бына ниндай һорау» тигән һорауына ҡағыла[40]. Икеләнеүсе Гамлеттан айырмалы рәүештә артабанғы трагедияларының геройҙары король Лир һәм Отелло ашығыс ҡарар ҡабул итеүҙәренән ыҙа сигә[41]. Шекспир трагедияһы йыш ҡына етешһеҙлектәргә, геройҙарҙың үҙен йә яратҡандарын юҡ итеүсе ҡылығына ҡорола[42]. «Отелло» трагедияһында яуыз Яго төп геройҙы көнсөллөктөң юғары нөктәһенә тиклем еткерә, һәм уныһы ғәйепһеҙ ҡатынын үлтерә[43][44]. «Король Лир» трагедияһында король һәләкәтле хата яһай, власҡа үҙ хоҡуғынан баш тартып, кесе ҡыҙы Корделияны үлтереү кеүек, ҡот осҡос ваҡиғаларға тарый. Шекспирҙың иң ҡыҫҡа «Макбет» трагедияһында[45] Макбеттың һәм уның ҡатынының контролһеҙ тәккәберлектәре законлы королде үлтереүгә һәм тәхетте законһыҙ тартып алыуға килтерә, ә ахыр сиктә ғәйептәрен аңлау үҙҙәрен юҡ итә[46]. Был пьесала Шекспир фәжиғәле төҙөлөшкә ғәҙәттән тыш элементтар өҫтәй. Уның һуңғы эре «Антоний һәм Клеопатра» һәм «Кориолан» трагедиялары ҡайһы бер тәнҡитселәр фекеренсә, уның иң матур шиғырҙарының береһе булып тора[47][48].

Шекспир ижадының финал осоронда романтика йәки трагикомедия жанрына мөрәжәғәт итә һәм өс эре пьесаларын яҙып бөтә: «Цимбелин», «Ҡышҡы әкиәт» һәм «Дауыл», шулай уҡ башҡа драматургтар менән берлектә «Перикл» пьесаһын яҙа. Был осорҙағы әҫәрҙәре алдағы трагедияларына ҡарағанда ул тиклем үк фәжиғәле түгел, ләкин 1590 йылдарҙағы комедияларға ҡарағанда күпкә едти, әммә улар татыулыҡ һәм бәләләрҙән ҡотолоу менән тамамлана. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, был үҙгәрештәр Шекспирҙың тормошҡа ҡарашы тыныс булып үҙгәргәндән килеп сыға, әммә, бәлки, пьесаларҙа шул ваҡыттың тик театр модаһы сағыла[49][50][51]. Тағы ике һаҡланып ҡалған Шекспирҙың пьесаһы «Генрих VIII» һәм «Ике күренекле туған» Джон Флетчер менән берлектә яҙылған булырға тейеш.

Тере сағындағы постановкалары

үҙгәртергә

Шекспирҙың тәүге осор пьесаларын ҡайһы театр компаниялары өсөн яҙғанлығы әлегә аныҡ ҡына билдәле түгел[52]. Мәҫәлән, 1594 йылдағы «Тит Андроник» баҫмаһының титул битендә пьеса өс төрлө төркөм тарафынан ҡуйылған тип күрһәтелә. 1592—1593 йылдағы чуманан һуң Шекспирҙың пьесалары үҙенең компаниялары тарафынан «Театрҙа» һәм Шордичтағы «Куртинда» ҡуйыла. Унда «Генрих IV» пьесаһының беренсе өлөшө ҡуйыла. Үҙенең хужаһы менән әрләшкәс, компания «Театрҙы» ташлап китә, һәм Темзаның көньяҡ өлөшөндә, Саутуаркта, «Глобус» театры төҙөй[53], был актёрҙар тарафынан актёрҙар өсөн төҙөлгән беренсе театр була[54][55]. «Глобус» 1599 йылдың көҙөндә асыла, унда ҡуйылған тәүге пьесаларҙың береһе «Юлий Цезарь» була. Шекспирҙың 1599 йылдан һуң яҙылған күпселек иң билдәле пьесалары, шул иҫәптән «Гамлет», «Отелло» һәм «Король Лир». «Глобус» өсөн яҙылған[54][56][57].

Шекспирҙың «Лорд-камергер хеҙмәтселәре» труппаһы король Яков I менән айырым мөнәсәбәттә була, бигерәк тә уның исемен «Король хеҙмәтселәре» тип үҙгәрткәндән һуң мөнәсәбәттәр яҡшы була. Ҡуйылыштар тураһында яҙмалар тарҡау булһа ла, Шекспирҙың һарай янында 1604 йылдың 1 ноябре һәм 1605 йылдың 31 октябре араһында 7 пьесаһының постановкаһы, шул иҫәптән «Венеция сауҙагәре» пьесаһының ике постановкаһы була[58]. 1608 йылдан һуң труппа ҡыш ябыҡ «Блэкфрайерс» театрында сығыш яһай, ә йәй «Глобуста» эшләй башлай[59]. Яҡшы бина һәм король ҡурсаулығы Шекспирға үҙенең пьесаларының реквизитына ҡатмарлы ҡоролмалар индерергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, «Цимбелин» пьесаһында Юпитер, бөркөттә ултырып, «йәшенләп-күкрәп төшә: Ул йәшен уты сәсә. Өрәктәр тубыҡланып йығыла»[60].

Шекспирҙың труппаһында Ричард Бербедж, Уильям Кемп, Нери Конделл һәм Джон Хемингес кеүек билдәле актёрҙар тора. Ричард Бербедж Шекспирҙың күп кенә пьесаларының төп ролдәрен башҡарған беренсе актёр була, ул шул иҫәптән «Ричард III», «Гамлет», «Отелло» һәм «Король Лир» пьесаларында уйнай[61]. Танылған комик актёр Уильям Кемп башҡа персонаждарҙан тыш «Ромео һәм Джульеттала» Пьетроны, «Юҡтан күп шау-шыуҙа» Кизил ролен башҡара[62]. XVI һәм XVII быуаттар арауығында уны Роберт Армин алмаштыра, ул «Был һеҙгә нисек оҡшай» пьесаһында Оселокты, «Король Лирҙа» шутты башҡара. 1613 йылда Генри Воттон «Генрих VIII» пьесаһы постановкаһының булыуы тураһындағы хәбәр итә[63]. 29 июндә, был спектаклдең ҡуйылышы ваҡытында пушка атылмай ҡала һәм бинаның һалам ҡыйығын яндыра, театр янып юҡҡа сыға. Был факт теп-теүәл пьесаның яҙылыу ваҡытын билдәләргә мөмкинлек бирә[63].

Беренсе публикациялары

үҙгәртергә

Пьесаларының яртыһы (18) Шекспир иҫән сағында баҫылып сыҡҡан тип һанала. Иң мөһим баҫмаһы булып 1623 йылғы фолиоһы («Беренсе фолио») иҫәпләнә, уны Эдуард Блаунт һәм Уильям Джаггард баҫтырып сығара. Был баҫмаға Шекспирҙың 36 пьесаһы инә. Нәҡ ошо баҫма Шекспир ижадын өйрәнеү өлкәһендәге тикшеренеүҙәрҙең нигеҙендә ята.

Был проекттарҙы тормошҡа ашырыу Шекспирҙың коллегалары һәм дуҫтары Джон Хеминдж һәм Генри Конделл тырышлығы һөҙөмтәһендә мөмкин була. Китап Хеминдж һәм Конделл исеменән уҡыусыларға мөрәжәғәте, шулай уҡ Беренсе Фолионы баҫтырып сығарыуға булышлыҡ иткән драматург Бен Джонсон яғынан Шекспирға бағышламаһы менән асыла.

Поэмалары

үҙгәртергә

1593 һәм 1594 йылда, чума эпидемияһы арҡаһында театр ябылыу сәбәпле, Шекспир «Венера һәм Адонис» һәм «Хур ителгән Лукреция» ике эротик поэмаһын ижад итә. Овоидийҙың Метаморфозалары йоғонтоһо аҫтында, поэмаларҙа контролһеҙ мөхәбәттең ҡот осҡос эҙемтәләре һәм ғәйеплелек хисе күрһәтелә[64]. Ике поэмаһы ла Шекспир иҫән сағында популярлыҡ менән файҙалана һәм бер нисә тапҡыр ҡабатлап баҫылып сыға. Өсөнсө поэмаһы, «Ғашиҡтың ялыуы», 1609 йылда Сонеттарының беренсе баҫмаһында сыға. Поэма. «Феникс һәм күгәрсен», 1601 йылда Роберт Честерҙың «Love’s Martyr» йыйынтығында баҫыла. 1599 йылда Шекспирҙың ике сонеты уның ризалығынан тыш «Дәртле пилигримда» баҫылып сыға[65][66][67].

Сонеттары

үҙгәртергә
 
1609 йылғы Шекспир сонеттары баҫмаһының титул бите

Сонет — 14 шиғыр юлдарынан тора. Шекспир сонеттарының рифмовкаһы түбәндәгесә: gg abab cdcd efef, йәғни аралаш рифмалы өс катрендан һәм бер ике юллыҡтан (Генрих VIII ваҡытында язалап үлтерелгән шағир граф Суррей тарафынан индерелгән типтан) тора.

Шекспир барлығы 154 сонет яҙған һәм уларҙың күпселек өлөшө 1592—1599 йылдарҙа яҙылған. Улар тәүге тапҡыр 1609 йылда, икеһе 1599 йылда «Дәртле пилигрим» йыйынтығында баҫылып сыға. Был 138 һәм 144-сы сонеттар.

Бөтә сонеттар циклы тематик төркөмдәргә бүленә[68]:

  • Дуҫтарын арналған сонеттар: 1—126
  • Дуҫына дан йырлау: 1—26
  • Дуҫлыҡ һынауы: 27—99
  • Айырылышыу әрнеше: 27—32
  • Беренсе дуҫта күңел ҡайтыу: 33—42
  • Шөбһәләр һәм ҡайғы: 43—55
  • Ситләшеү һәм меланхолия: 56—75
  • Башҡа шағирҙарға көндәшлек һәм көнсөллөк: 76—96
  • «Ҡыш» айырылышыуы: 97—99
  • Яңыртылған дуҫлыҡ тантанаһы: 100—126
  • Ҡуңыр йөҙлө һөйгән йәренә бағышланған сонеттар: 127—152
  • Һығымта — шатлыҡ һәм мөхәббәт матурлығы: 153—154

126-сы сонеты ҡанундарҙы боҙа — унда бары 12 юл һәм башҡа рифма. Ҡайһы саҡ уны циклды ике шартлы өлөшкә —дуҫлыҡҡа арналған сонеттар (1-126) һәм «ҡуңыр йөҙлө ханымға» арналған сонеттарға (127—154)бүлеүсе тип иҫәпләйҙәр[69]. 145 -сы сонет биш стопалы урынына дүрт стопалы ямб менән яҙылған һәм ҡалғандарынан стиле буйынса айырылып тора; уны иртә осор ижады иҫәбенә индерәләр һәм уның төп героиняһын Шекспирҙың ҡатыны Анна Хатауэй менән тиңләштерәләр (уның фамилияһы «away hate», бәлки, каламбур рәүешендә сонетта күрһәтелгән).

Шекспирҙың беренсе пьесаларының теле — ул дәүерҙәге ябай тел. Был стилләшкән тел драматургҡа үҙенең персонаждарын асып һалырға һәр ваҡытта ла мөмкинлек бирмәй[70]. Шиғриәт йыш ҡына ҡатмарлы метафоралар һәм һөйләмдәр менән артыҡ тултырыла, ә тел күберәк тексты йәнле уйнауға ҡарағанда тасуири уҡыуға булышлыҡ итә. Миҫалға, «Тит Андрониктың» тантаналы телмәре, ҡайһы бер тәнҡитселәрҙең фекеренсә, йыш ҡына ваҡиғаны әкренәйтә."Ике веронсы" персонаждарының телмәре тәбиғи түгел[27][71].

Тиҙҙән Шекспир традицион стилде үҙенең маҡсатына яраҡлаштыра башлай. «Ричард III» пьесаһында башланғыс солилоквий үҙе менән һөйләшеүҙәренә барып тоташа. Шул уҡ ваҡытта Ричардтың сағыу монологтары Шекспирҙың һуңғы пьесаларының монологына үҫеш ала[72][73]. Бөтә пьесалары традицион стилдән яңы стилгә күсә. Карьераһының артабанғы дауамында Шекспир уларҙы берләштерә, һәм стилдәрҙең иң уңышлы ҡушылыу миҫалы булып «Ромео һәм Джульетта» тора. 1590 йылдар уртаһында, «Ромео һәм Джульетта»[74], «Ричард II» һәм «Йәйге төндәге төш» әҫәрҙәрен ижад иткән ваҡытта, Шекспир стиле тәбиғи була. Метафоралар һәм образлы әйтемдәр драманың ихтыяждары менән ярашып килә.

Шекспир ҡулланған стандарт шиғри формаһы — биш стопа менән яҙылған аҡ шиғыр. Тәүге һәм һуңғы пьесаларының аҡ шиғыры күпкә айырыла. Тәүгеһе йыш ҡына матур, әммә, ҡағиҙә булараҡ, йә шиғри юл аҙағында һөйләм, йә мәғәнәүи өлөшө тулыһынса тамамлана, һәм был бер төрлөлөктө тыуҙыра[75]. Шекспир традицион аҡ шиғырҙы үҙләштергәндән һуң, уны үҙгәртә башлай, ул шиғри юл аҙағында һөйләмде бүлә. Бындай алымды ҡулланыу шиғриәткә ҡеүәт, һәм «Юлий Цезарь» һәм «Гамлет» кеүек пьесаларына һығылмалылыҡ бирә, . Мәҫәлән, Шекспир уны Гамлеттың тетрәндергес хистәрен тапшырыу өсөн ҡуллана[76] («Гамлет», 5-се акт, 2-се күренеш, 4-8.).

«Гамлеттан» һуң артабанғы пьесаларында шиғри стиленең, бигерәк тә уның һуңғы трагедияларында хисле пассаждарының үҙгәртелеүе дауам итә. Әҙәби тәнҡитсе Брэдли был стилде «тулыраҡ, төрлөлөрәк һәм әҙ ҡабатлауҙар менән» тип һүрәтләй[77]. Үҙенең карьераһының аҙағында Шекспир бындай эффектҡа өлгәшер өсөн күп алымдар ҡуллана. Ул анжамбеман, структуралы булмаған паузалар һәм туҡталыштар, төрлө ғәҙәти булмаған конструкцияларҙың төрҙәрен һәм һөйләмдәрҙең оҙонлоғон ҡуллана[78]. Күп осраҡта һөйләмдең мәғәнәһен тыңлаусы үҙе уйлап бөтөрөргә тейеш. Һуңғы романтик пьесаларында оҙон һәм ҡыҫҡа һөйләмдәр бер-береһенә ҡаршы ҡуйыла, ваҡиғаның объекты һәм субъекты урындар менән алмашына, һүҙҙәр төшөп ҡала, был үҙенән үҙе килеп сығыу тойғоһон тыуҙыра[79].

Шекспир шиғри сәнғәтте театр постановкаларының практик деталдәрен аңлау менән берләштерә[80]. Шул ваҡыттың бөтә драматургтары кеүек, Плутарх һәм Холинсхед кеүек сығанаҡтарҙан тарихтарҙы театрлаштыра[81]. Әммә сығанаҡ үҙгәрешһеҙ ҡалмай; Шекспир аудитория алдында хикәйәләүҙең күп яҡлылығы асылһын өсөн иҫке сюжет линияларын үҙгәртә, яңыларын индерә. Шекспирҙың оҫталығы үҫеү менән, уның персонаждары асығыраҡ булып күренә һәм уларҙың телмәре мөһим үҙенсәлеккә эйә була. Әммә һуңғы пьесалары тәүге осор ижадын хәтерләтә. Һуңғы осор романтик әҫәрҙәрендә ул театрҙың тормошҡа ашырлыҡ түгеллеген һыҙыҡ өҫтөнә алыр өсөн яһалма стилгә кире ҡайта[82].

Абруйы һәм тәнҡит

үҙгәртергә

Шекспир үҙ ваҡытында бөйөк драматург тип һаналмаһа ла, үҙенең әҫәрҙәре тураһында маҡтау баһаламалары ала[83][84]. 1598 йылда яҙыусы-рухани Френсис Мерис уны инглиз яҙыусыларынан комедияла ла, трагедияла ла «иң шәбе» тип атай[85][86]. «Parnassus» пьесалар йыйынтығы авторҙары Шекспирҙы Джеффри Чосер, Гауэр һәм Спенсер менән тиңләйҙәр. Беренсе фолиола Бен Джонсон Шекспирҙы: «Алҡыштарға лайыҡлы быуат йәне, беҙҙең сәхнәнең шатлығы һәм мөғжизәһе» тип атай[87]".

 
XIX һәм XX быуат өсөн типик булған Уильям Шекспирҙың һыны, Линкольн-парк (Чикаго)
 
Россияның почта конверты, 2014 йыл

1660 йылда һәм XVII быуат араһында монархия реставрацияһының осоро араһында классицизм идеялары өҫтөнлөк итә. Шуға күрә ул ваҡыттың тәнҡитселәре Шекспирҙы Джон Флетчерҙан һәм Бен Джонсондан түбән ҡуялар. Томас Ример, мәҫәлән, Шекспирҙы трагик һәм комикты ҡушҡаны өсөн ғәйепләй. Шуға ҡарамаҫтан, шағир һәм тәнҡитсе Джон Драйден Шекспирҙы юғары баһалап: «Мин Джонсон менән һоҡланам, әммә Шекспирҙы яратам» тип әйтә[88]. Шулай ҙа бер нисә тиҫтә йыл дауамында Ример ҡараштары хакимлыҡ итә, ләкин XVIII быуатта тәнҡитселәр Шекспир менән һоҡлана һәм уны гений тип атай башлайҙар. Шекспир ижадына бағышланған 1765 йылда Сэмюэл Джонсондың һәм 1790 йылда Эдмонд Малоундың ғилми эштәренең баҫылып сығыуы был абруйҙы нығыта ғына[89][90]. 1800 йылға инде Шекспир Англияның милли шағиры исеме ала. XVIII һәм XIX быуаттарҙа Британия утрауҙарынан ситтә лә исеме киң билдәле була. Уны Вольтер, Гёте, Стендаль һәм Виктор Гюго кеүек яҙыусылар хуплай[91].

Романтизм дәүерендә Шекспир шағир һәм әҙәби философ Сэмюэл Тейлор Кольридждың юғары баһаһын ала; тәнҡитсе Август Вильгельм Шлегель уның пьесаларын немец романтизм рухында немец теленә тәржемә итә[92]. XIX быуатта Шекспир менән һоҡланыу йыш ҡына табыныу һәм ярамһаҡланыу менән сикәтш була. «Был Король Шекспир», — тип яҙа эссе яҙыусы Томас Карлейль 1840 йылда — «бөтәбеҙҙән дә юғары, иң изге, яғымлы, әммә көслө; ҡаҡшамаҫ»[93]"[94]. Ләкин Бернард Шоу «бардҡа табыныусанлыҡ» (ингл. bardolatry) һүҙен ҡулланып, Шекспирҙың романтик культын тәнҡитләй. Уның раҫлауынса, Ибсендың натуралистик драмаһы Шекспирҙы ғәмәлдән сығара[95].

Рус яҙыусыһы Лев Николаевич Толстой үҙенең «Шекспир һәм драма тураһында»[96] тәнҡит очеркында Шекспирҙың иң популяр әҫәрҙәрен, башлыса «Король Лир», «Отелло», «Фальстаф», «Гамлет» һ. б ентекле тикшереү нигеҙендә Шекспирҙы драматург булараҡ һәләтен ҡырҡа тәнҡиткә дусар итә.

XX быуат башында сәнғәттең модернистик революцияһынан һуң Шекспир авангардистик рәттәренә ҡуйыла. Немец экспрессионистары һәм мәскәү футуристары уның пьесаларын ҡуя. Марксист, режиссёр һәм драматург Бертольд Брехт Шекспир йоғонтоһо аҫтында эпик театр әҙерләй. Шағир һәм тәнҡитсе Т. С. Элиот Шоу ҡаршы сығыш яһап, Шекспирҙың «примитивлығы» уның әҫәрҙәрен заманса итә, тип әйтә[97]. Элиот шекспир образдарын ентекле өйрәнеү буйынса тикшереүселәр хәрәкәтен етәкләй. 1950 йылдар башында яңы көрәш модернизмды алыштыра һәм Шекспирҙы постмодернистик" өйрәнеүгә башланғыс һала[98]. 1980 йылдарҙа Шекспир ижадын структурализм, феминизм, яңы тарихилыҡ вәкилдәре тарафынан өйрәнелә башлай[99][100].

Йоғонтоһо

үҙгәртергә
 
«Макбет», Генри Фюзели (1793—1794), Фолджерҙың Шекспир китапханаһы, Вашингтон

Шекспирҙың эштәре киләһе йылдарҙағы театр һәм әҙәбиәткә етди йоғонто яһай. Атап әйткәндә, ул персонаждарын характерлаштырыу, сюжет, тел һәм жанр өлкәһендә драматургтың эште киңәйтә[101]. Мәҫәлән, «Ромео һәм Джульетта» трагедияһына тиклем романтика трагедия өсөн лайыҡлы тема булып ҡаралмай. Солилоквиялар күбеһенсә тамашасыларға ваҡиғалар тураһында хәбәрҙәрҙе еткереү өсөн ҡулланыла, Шекспир уларҙы персонаждың характерын һәм уның фекерҙәрен асыҡлау өсөн ҡуллана башлай[102]. Уның эштәре артабанғы шағирҙарға ныҡ йоғонто яһай. Романтика дәүере шағирҙары шекспир шиғри драмаһын тергеҙергә маташалар, әммә ҙур уңышҡа өлгәшмәйҙәр. Тәнҡитсе Джордж Стайнер Кольридждан алып Теннисонға тиклемге бөтә инглиз драмаһын «шекспир темаһына йомшаҡ вариациялар» тип атай[103].

Шекспир Томас Харди, Уильям Фолкнер һәм Чарльз Диккенс кеүек яҙыусыларға ҙур йоғонто яһай. Ғалимдар 20 000 музыкаль әҫәрҙең Шекспир эштәре менән бәйле булыуын иҫәпләйҙәр. Улар араһында Джузеппе Вердиның ике операһы бар, «Отелло» һәм «Фальстаф», тәүге сығанаҡта бер ук исемле пьесалары ята[104]. Шекспир шулай уҡ күп рәссамдарҙы, шул иҫәптән романтиктарҙы һәм прерафаэлиттарҙы илһамландырған. Швейцария рәссамы Генри Фюзели, Уильям Блейктың дуҫы, немец теленә хатта «Макбет» пьесаһын тәржемә иткән[105]. Психоанализ теорияһын булдырған Зигмунд Фрейд үҙенең кеше тәғлимәте тураһында теорияларында Шекспир психологияһына, башлыса, Гамлет образына таяна[106].

Шекспир ваҡытында инглиз грамматикаһы, яҙылышы һәм һәм әйтелеше беҙҙең көндәрҙекенә ҡарағанда әҙ стандартлаштырылған була, һәм ул теле хәҙерге заман инглиз теленең формалашыуына булышлыҡ итә[107]. Ул — Джонсон Сэмюэл тарафынан «A Dictionary of the English Language» тәүге әҫәрендә иң күп цитаталар килтерелгән автор[108]. «With bated breath» (тын да алмай тороу) («Венеция сауҙагәре») һәм «a foregone conclusion» (Алдан хәл ителгән сара) («Отелло») хәҙерге заман көндәлекке инглиз телмәренә инә[109][110].

Шекспир шәхесе тирәләй шикләнеүҙәр

үҙгәртергә

«Шекспир мәсьәләләре»

үҙгәртергә
 
Елизавета дәүере кешеһенең ғаилә коллекцияһында яңыраҡ табылған портрет (1610). Ҡайһы бер сәнғәт белгестәре был Уильям Шекспирҙың берҙән-бер портреты тип раҫлай.[111][112].

Шекспирҙың үлеменән һуң яҡынса 230 йыл үткәс уныҡы тип иҫәпләнгән эштәрҙең авторлығы тураһында шикләнеүҙәр барлыҡҡа килә башлай[113]. Күбеһенсә затлы нәҫелдән яҡшы белем алған Роджер Меннерс, 5-се граф Ратленд, Фрэнсис Бэкон, Кристофер Марло һәм Оксфордтың 17-се графы Эдуард де Вер кеүек альтернатив кандидаттар тәҡдим ителә[114]. Шулай уҡ «Шекспир» псевдонимы аҫтында яҙыусылар төркөмө йәшеренгән тигән теория ла тәҡдим ителә[115]. Әммә академик йәмғиәттә традицион теория дөйөм ҡабул ителгән[116], нестрафордиан юнәлешенә, бигерәк тә оксфордиан теорияһына ҡыҙыҡһыныу XXI быуатта ла һаҡлана[117][118][119].

Нестрафордиансылар үҙенең теорияһын иҫбатлауының береһе тип Шекспирҙың белем алыуы тураһында тураһында бер ниндәй ҙә таныҡлығы һаҡланмаған, шул уҡ ваҡытта уның әҫәрҙәрендә төрлө иҫәпләүҙәр буйынса һүҙ байлығы 17 500 алып 29 000 тиклем тәшкил итә[120], шулай уҡ уларҙа тарихты һәм әҙәбиәтте белеү тәрән күренә тип иҫәпләй. Шекспир тарафынан бер генә ҡулъяҙма ла һаҡламағанлыҡтан, традицион версияға ҡаршы кешеләр уның әҙәби карьераһы фальсификацияланған тигән һығымта яһай.

Ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә, Шекспирҙың ғаилә ағзалары католик була, шул ваҡытта католик дине тыйыу аҫтында булған[121]. Шекспирҙың әсәһе, Мэри Арден, католик ғаиләһенән сыҡҡан. Шекспирҙың католик ғаиләһенән сығышы тураһында дәлилдәр Джон Шекспирҙың 1757 йылда йортоноң сарҙағында табылған васыятында әйтелә. Документтың төп нөсхәһе юғала, һәм ғалимдарҙың уның дөрөҫлөгө буйынса ҡараштары төрлөсә була[122][123]. 1606 йылда Шекспирҙың ҡыҙы Сьюзендың Стратфордттағы пасхала булмауы исемлеккә эләгә[124][125][126]. Ғалимдар Шекспирҙың пьесаларында католицизм ҡаршы булыуы һәм булмауы тураһында иҫбатлауҙар таба, әммә абсолют хәҡиҡәт аныҡ билдәләнмәгән[127][128].

Шекспирҙың ҡиәфәте тураһында уның тормошо ваҡытында эшләнгән һүрәтләү яҙмаһы һаҡланмаған, һәм уның ысын йөҙө тураһында бәхәстәр алып барыла. Йыш ҡына ысын Шекспир портреты тип Друшаут портретын әйтәләр, уның тураһында Бен Джонсон Шекспир яҡшы ҡиәфәттә күрһәтелгән тип яҙа[129], бигерәк тә ҡәберендәге бюст был портрет менән оҡшаш. XVII быуат башындағы «Бен Джонсон Уильям һәм Шекспир» картинаһында ул үлгәндән һуң яҙылған бөйөк драматургтың портреттарына оҡшаған кеше шахмат уйнап ултыра. Был картина хәҙерге ваҡытта голланд рәссамы Карел ван Мандерға ҡарай. XVIII быуатта Шекспирҙың ысын ҡиәфәтен асыҡлау буйынса маташыуҙар үткәрелә, был күп төрлө фальсификацияларға һәм төрлө версияларға килтерә[130].

Әҫәрҙәре исемлеге

үҙгәртергә

Пьесалары классификацияһы

үҙгәртергә
 
«Уильям Шекспирҙың пьесалары». Джон Гилберт, 1849 год.

Шекспирҙың әҫәрҙәре 1623 йылда Беренсе фолиола нәшер ителгән 36 пьесаны индерә, бында улар баҫмаһына ярашлы комедиялар, хроникалар һәм трагедияларға бүленә[131]. Беренсе фолиоға ике пьесаһы Ике абруйлы туған һәм Перикл инмәгән, хәҙер улар ҡанундарҙың өлөшө һанала, ғалимдар уларҙы яҙыуҙа Шекспир ҙур өлөш индергән тип һанай[132][133]. Беренсе фолиола Шекспирҙың поэмалары баҫылып сыҡмай.

XIX быуат аҙағында Эдуард Доуден Шекспирҙың 4 һуңғы пьесаһын романтик пьеса тип классификациялай, һәм уларҙы күп тикшереүселәр трагикомедия тип атаһалар ҙа, был вариант киң ҡулланыла[134][135]. 1896 йылда Фредерик Боас Шекспирҙың пьесаларын һүрәтләп, «проблемалы пьесалар» тигән термин индерә, сөнки уларҙы жанр билдәләре буйынса билдәләүе ҡатмарлы була, уларға «Яҡшы бөтһә, бөтәһе лә яҡшы», «Үлсәм өсөн үлсәм», «Троил һәм Крессида» һәм «Гамлет» пьесалары инә. Был термин күп тикшерелә һәм ҡайһы саҡта башҡа пьесаларға ҡарата ла, һәм хәҙерге ваҡытта ла ҡулланыла, әммә «Гамлетты» йыш ҡына трагедия тип иҫәпләйҙәр[136][137][138]. Проблемалы пьесалар (‡) тамғаһы менән билдәләнә.

Әгәр пьеса Шекспир тарафынан өлөшләтә яҙылһа, ул (†) тамғаһы менән билдәләнә. Шекспирҙыҡы тип иҫәпләнгән эштәр апокриф кеүек классификациялана.

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
Комедиялары
Хроникалары

|style="width:33%; "|

Трагедиялары


|}

Поэмалары
Юғалған эштәре
Апокрифтар

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Biography: or, Third division of… — Google Книги
  2. 2,0 2,1 См. раздел «Биография»
  3. Shapiro, 2005, pp. xvii–xviii
  4. Schoenbaum, 1991, pp. 41, 66, 397–98, 402, 409
  5. А.Аникст. Шекспир
  6. С. Шенбаум. Шекспир. Краткая документальная биография
  7. Germaine Greer «Past Masters: Shakespeare» (Oxford University Press 1986, ISBN 0-19-287538-8) pp1-2
  8. Ҡалып:Книга:William Shakespeare: A Compact Documentary Life.
  9. Ҡалып:Книга:William Shakespeare: A Compact Documentary Life
  10. Ҡалып:Книга:William Shakespeare: A Compact Documentary Life.
  11. Ҡалып:Книга:Shakespeare: The Lost Years.
  12. Театр эпохи Шекспира: уч. пособие для вузов / А. А. Аникст. — 2-е изд., испр. — М.: Дрофа, 2006. — С. 82. ISBN 5-358-01292-3
  13. Ҡалып:Книга:William Shakespeare: A Compact Documentary Life.
  14. Ҡалып:Книга:William Shakespeare: A Compact Documentary Life.
  15. Ҡалып:Книга:William Shakespeare: A Compact Documentary Life.
  16. Ҡалып:Книга:William Shakespeare: A Compact Documentary Life
  17. Ҡалып:Книга:William Shakespeare: A Compact Documentary Life
  18. И. Гилилов. Игра об Уильяме Шекспире, или Тайна Великого Феникса. М., 1977, с. 122—124. ISBN 5-87334-021-8
  19. Ackroyd, 2006, p. 483
  20. Frye, 2005, p. 16
  21. Greenblatt, 2005
  22. В. Г. Белинский Гамлет, драма Шекспира. Мочалов в роли Гамлета // Собрание сочинений в трёх томах. — М., 1948. — Т. 1. — С. 302—303.
  23. У. Шекспир. Комедии. Вступительная статья О. Постнова. — М. Эксмо, 2008. с. 10. ISBN 978-5-699-28192-3
  24. Луков Вл. А. Жанр // Электронная энциклопедия «Мир Шекспира».
  25. Dutton, 2003, p. 147
  26. Ribner, 2005, pp. 154–155
  27. 27,0 27,1 Frye, 2005, p. 105
  28. Ribner, 2005, p. 67
  29. Cheney, 2004, p. 100
  30. У. Шекспир. Комедии. Вступительная статья О. Постнова. — М. Эксмо, 2008. с. 18. ISBN 978-5-699-28192-3
  31. Shapiro, 2005, p. 150
  32. Gibbons, 1993, p. 1
  33. Ackroyd, 2006, p. 356
  34. Wood, 2003, 161
  35. Honan, 1998, p. 206
  36. Ackroyd, 2006, p. 353, 358
  37. Shapiro, 2005, pp. 151–153
  38. Bradley, 1991, p. 85
  39. Muir, 2005, pp. 12–16
  40. Bradley, 1991, p. 94
  41. Bradley, 1991, p. 86
  42. Bradley, 1991, p. 40
  43. Bradley, 1991, p. 42
  44. Greenblatt, 2005, p. 304
  45. McDonald, 2006, pp. 43–46
  46. Bradley, 1991, p. 306
  47. Ackroyd, 2006, p. 444
  48. McDonald, 2006, pp. 69–70
  49. Dowden, 1881, p. 60
  50. Frye, 2005, p. 123
  51. McDonald, 2006, pp. 15
  52. Wells, Taylor, p. xx
  53. Wells, Taylor, p. xxi
  54. 54,0 54,1 Foakes, 1990, p. 6
  55. Shapiro, 2005, pp. 125–31
  56. Nagler, 1958, p. 7
  57. Shapiro, 2005, pp. 131–2
  58. Wells, Taylor, p. xxii
  59. Foakes, 1990, p. 33
  60. Ackroyd, 2006, p. 454
  61. Ringler, 1997, p. 127
  62. Schoenbaum, 1987, p. 210
  63. 63,0 63,1 Wells, Taylor, p. 1247
  64. Rowe, 2006, p. 3
  65. Rowe, 2006, p. 1
  66. Honan, 1998, p. 289
  67. Schoenbaum, 1987, p. 327
  68. Аникст А. А. Поэмы, сонеты и стихотворения Шекспира // Шекспир У. Полное собрание сочинений в 8 томах. М.: Искусство, 1960. Т. 8. С. 594.
  69. Западноевропейский сонет XIII—XVII веков. Поэтическая антология.: — Л. ЛГУ. 1988. — 496 С. ISBN 5-288-00129-4 с.455
  70. Clemen, 2005a, p. 150
  71. Clemen, 2005b, p. 29
  72. Brooke, 2004, p. 69
  73. Bradbrook, 2004, p. 195
  74. Clemen, 2005b, p. 263
  75. Frye, 2005, p. 185
  76. Wright, 2004, p. 868
  77. Bradley, 1991, p. 91
  78. McDonald, 2006, pp. 42–6
  79. McDonald, 2006, p. 36, 39, 75
  80. Gibbons, 1993, p. 4
  81. Gibbons, 1993, pp. 1—4
  82. McDonald, 2006, p. 13
  83. Dominik, 1988, p. 9
  84. Grady, 2001b, p. 267
  85. Grady, 2001b, p. 265
  86. Greer, 1986, p. 9
  87. Soul of the age, the applause, delight, the wonder of our stage
  88. Dryden, 1889, p. 71
  89. Grady, 2001b, p. 270
  90. Levin, 1986, p. 217
  91. Grady, 2001b, p. 272—274
  92. Levin, 1986, p. 223
  93. That King Shakespeare … over us all, as the noblest, gentlest, yet strongest of rallying signs; indestructible
  94. Carlyle, 1907, p. 161
  95. Grady, 2001b, p. 276
  96. Толстой Л. Н. «О Шекспире и о драме» 2017 йыл 18 май архивланған.
  97. Grady, 2001a, pp. 22–6
  98. Grady, 2001a, pp. 24
  99. Grady, 2001a, pp. 29
  100. Drakakis, 1985, pp. 16–17, 23–25
  101. Chambers, 1944, p. 35
  102. Clemen, 1987, p. 179
  103. Steiner, 1996, p. 145
  104. Wells, Orlin, pp. 641–2.
  105. Paraisz, 2006, p. 130
  106. Bloom, Harold. The Western Canon. — New York. — Riverhead Books. — P. 346.
  107. Crystal, 2001, pp. 55–65
  108. Wain, 1975, p. 194
  109. Johnson, 2002, p. 12
  110. Crystal, 2001, pp. 63
  111. Смирнов П. Шекспир обзавелся домом и портретом // Газета.ру
  112. Найден «настоящий» портрет Шекспира 2012 йыл 5 февраль архивланған. // RB.ru
  113. Shapiro, 2010, pp. 77—78
  114. Gibson, 2005, pp. 48, 72, 124
  115. McMichael, Glenn, p. 56
  116. Did He or Didn’t He? That Is the Question. The New York Times (22 апрель 2007). Дата обращения: 26 апрель 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  117. Kathman, 2003, pp. 620, 625–626
  118. Love, 2002, pp. 194–209
  119. Schoenbaum, 1991, pp. 430–40
  120. Nevalainen, Terttu. Early Modern English Lexis and Semantics. — Cambridge University Press, 1999. — С. 332—458. — ISBN 978-0-521-26476-1.
  121. Pritchard, 1979, p. 3
  122. Wood, 2003, pp. 75–8
  123. Ackroyd, 2006, pp. 22–3
  124. Wood, 2003, p. 78
  125. Ackroyd, 2006, pp. 416
  126. Schoenbaum, 1987, pp. 41–2, 286
  127. Wilson, 2004, p. 34
  128. Shapiro, 2005, p. 167
  129. Cooper, 2006, pp. 48, 57
  130. Schoenbaum, 1981, p. 190
  131. Boyce, 1996, pp. 91, 193, 513.
  132. Kathman, 2003, p. 629
  133. Boyce, 1996, p. 91
  134. Edwards, 1958, pp. 1–10
  135. Snyder, 2007
  136. Schanzer, 1963, p. 1
  137. Bloom, 1999, pp. 325–380
  138. Berry, 2005, p. 37

Библиография

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

   Места, упомянутые в произведениях Шекспира Google Maps  KMZ (файл меток KMZ для Google Earth)



  Был яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.