Джеффри Чосер
Дже́ффри Чо́сер (ингл. Geoffrey Chaucer; яҡынса 1343, Лондон — 25 октябрь 1400, шунда уҡ) — инглиз шағиры, «инглиз шиғриәте атаһы», беренселәрҙән булып латин телендә түгел, ә туған телендә яҙыусы.[1].
Джеффри Чосер | |
Geoffrey Chaucer | |
Чосер: «Англия тарихынан» иллюстрация, Касселли, 1902 йыл тирәһе | |
Тыуған көнө: |
яҡынса 1343 |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: | |
Эшмәкәрлеге: |
инглиз урта быуаттарында иң танылған шағир, инглиз шиғриәте атаһы, инглиз әҙәби телен төҙөүсе |
Уның ижадын инглиз Яңырыу әҙәбиәтенән алда өлгөргән тип атайҙар. Дж. Чосерҙың төп әҫәре булып реализм менән һуғарылған «Кентербери хикәйәләре» новеллалары шиғри йыйынтығын күрһәтәләр.
Иртә йылдары
үҙгәртергәЧосерҙың атаһы, шарап һатыусы, король һарайын шарап менән тәьмин итә, шул арҡала уның улы Эдуард III улы Лионелдең ҡатыны Елизаветаның пажы сифатында бик иртә (17 йәштә) һарайға эләгә. 1359 йылда ул Францияға ҡаршы походта ҡатнаша, һәм әсирлеккә алына. Король уны 16 фунтҡа һатып ала һәм Англияға ҡайтҡас үҙенең камердинеры итеп, ә һуңынан ҡорал йөрөтөүсе итеп ҡуя. Был ваҡытта ул аңлайышлы яҙыусыларҙы ярайһы уҡ төптән өйрәнә һәм үҙе лә яҙып ҡарай, үҙенең шиғырҙарында билдәһеҙ ҡатынға яуапһыҙ һөйөүен маҡтай.
Һуғыштан һуң (1360—1367 йй.) Чосер, күрәһең, иң яҡшы дөйөм белем биргән Лондондағы юғары юридик мәктәпкә йөрөй. Унда тормошоноң иң мөһим эше — әҙәбиәт мәсьәләләре өҫтөндә эшләргә өйрәнә. Данте һәм Клавдиан данлаған классиктар Вергилий, Стаций, Луканды, Гораций һәм Ювеналды, бигерәк тә Овидийҙы уҡый, «Метаморфозалар» һәм «Героидалар» уның яратҡан китабы була. Шулай уҡ патристик һәм урта быуат латин әҙәбиәтен, корифейҙарҙың схоластик фәнни әҫәрҙәрен өйрәнә, һуңынан улар үҙенең геройҙарын ғилми мәғлүмәттәр менән тәьмин итеү өсөн бик кәрәк була. Схоластиктарҙа популяр булған Боэцийҙың тәржемәһе, астролябия тураһындағы һуңғы трактат һымаҡ, был мәнфәғәттәрҙе сағылдыра. Әммә класситар, сиркәү әһелдәре һәм схоластиктарға ҡарағанда Чосер күберәк француз шиғриәте менән мауыға. Бында аҙлап булһа барыһы ла бар: эпос, лирика, күреүҙәр, бөтә төр аллегориялар. «Роза тураһында романды» тәржемә иткәндә һәм ҙур булмаған лирик шиғырҙар һәм поэмалар яҙғанда, үҙенең иртә осор эшмәкәрлегендә әҙәбиәттең был йоғонтоһона тейешле баһа бирә.
1367 йылда Чосерҙың исеме документтарҙа яңынан күренә; был юлы ул королдең камердинеры булараҡ телгә алына, шулай уҡ таждан пенсион алыуы тураһында әйтелә. Ошонан һуң Чосерҙың исеме йыш осрай башлай: королдең уға һәм уның ҡатынына бүләктәре, сираттағы ярҙамы, яңы тәғәйенләнеше, дипломатик сәфәре. Әҙәбиәт тарихында мөһим булған 1372 йылда Генуяның дожы менән һөйләшеүҙәр алып барыу буйынса Чосерға йомошо теркәлә. Был тәғәйенләнеш менән шағирҙың Италияға беренсе сәфәре даталана, 1377 йылдағы икенсе сәфәре менән бер рәттән Чосерҙың ижадына ҙур йоғонто яһай. Ул шулай уҡ Флоренцияға королдең йәшерен йомошо менән барған илселекте оҙатып бара. Флоренцияла Боккаччо «Илаһи комедия»һы буйынса шәхси курс уҡырға йыйына; Чосер Данте, Петрарка һәм Боккаччоның ҡулъяҙмаларын алып сыға. Сәфәргә тиклем ул, күрәһең, итальян телен белмәй, әммә был уның өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булмай. Эшлекле, сәйәси һәм сауҙа мөнәсәбәттәрендә , латин теле ҡулланыла, ә ул латин телен яҡшы белә. Ярты йыл Италияла булыу уға тоскан теленә эйә булырға һәм бөйөк флоренция шағирҙарын уҡырға мөмкинлек бирә.
Чосер Италияға тағы 1377 йылда килә һәм унда теүәл дүрт ай була. Был юлы миссияһы Ломбардияға ҡағыла. Милан тираны Бернабо Висконти һәм уның кейәүе, Чосерҙың яҡташы кондотьер Джон Хоквуд менән хәрби эштәр буйынса һөйләшеүҙәр алып бара. Шул саҡта, бәлки, Чосер Венецияла ла булалыр. Италияға ике сәйәхәте Чосерға ҡала мәҙәниәтенең һәм Яңырыу осороноң тәүге үҫешен күҙәтергә мөмкинлек бирә. Ул яңы буржуаз мәҙәниәттең тыуыуын күҙәтә, итальян ҡала республикаларын һәм яңы типтағы монрхияны күрә, сауҙаның һәм сәнәғәттең үҫешен күреп ғәжәпләнә, ошо тәьҫораттар арҡаһында Англиялағы хәл-торошто яңыса баһалай башлай.
«Француз осоро»
үҙгәртергәИжадының үҫмерлек осорон (яҡынса 1369 йылдан алып 1379 йылға) ғәҙәттә, француз куртуаз әҙәбиәтенең көслө йоғонтоһо аҫтында «француз осоро» тип атайҙар. Был осорға урта быуаттарҙың «Роза тураһында роман» популяр әҫәренең тәржемәһе ҡарай, ул уға танылыу килтерә. Тәржемә юғала; был романдың инглиз теленә башҡа тәржемәһе Чосерҙыҡы булмай. Чосерҙың тәүге әҫәре — «Герцогиня китабы» поэмаһы (the Book of Duchess) — поэма Ланкастер династияһына нигеҙ һалыусы Джон Гонттың ҡатыны герцогиня Ланкастерская Бланканың үлеменә бәйле 1369 йылда яҙылған. Чосер уның ире, герцогты юғалтыуында йыуата. Өлгө булып Овидийҙың Машо һәм Tristia элегияһы, ҡайһы бер өлөштәрҙә — шул уҡ «Роза романы» була. Бында уҡ Чосер сағыу һүрәтләүҙәрҙә үҙенең ғәжәп һәләттәрен күрһәтә.
Герцог Ланкастерский һуңынан Чосерҙың яҡлаусыһы була, хатта уның менән туғанлаша ла; Джон Гонттың өсөнсө ҡатыны (ә быға тиклем ул — күп йыллыҡ һөйәркәһе була) Катерина Свинфорд Чосерҙың ҡатынының бер туған һеңлеһе була.
Италияға сәфәрҙәре
үҙгәртергә1370 йылдың йәйендә Чосер королдең дипломатик йомошо менән континентҡа юллана. Ул Францияға һәм Фландрияға килә һәм 1372 йылда Генуяға бара, унда дож менән ҡайһы бер эштәрен яйға һала, ә унан Флоренцияға бара, унда ҡыш үткәрә. 1376, 1377 һәм 1378 йылдарҙа тағы хөкүмәт йомошо менән, ҡайһы бер саҡта йәшерен йомош менән дә, бер нисә тапҡыр континентҡа сәйәхәт ҡыла. Италияла булған осоронда ул итальян телен өйрәнә һәм төптән итальян шағирҙары менән таныша, был танышыуы Италиялағы сәфәренән ҡайтҡандан һуң уның әҫәрҙәрендә сағылыш таба, бигерәк тә Данте, Петрарка һәм Боккаччонан үҙләштереүҙәр йыш осрай, уларҙың фекерҙәре, шиғри әйтемдәр, урыны менән оҙон тирадалар, һәм хатта шиғри әҫәрҙәрҙең сюжеттары ла алына. Риүәйәттәр буйынса, Италияла Чосер Петрарка менән таныша, ул уға, йәнәһе, Боккаччоның Гризельда тураһында новеллаһын латин телендәге тәржемәһен уҡый. Һуңынан Чосер был новелланы үҙенең «Кентерберий хикәйәләре» составына индерә. Чосерҙың Италияға сәйәхәте уның латин шағирҙары менән танышыуына булышлыҡ итә, хәйер ул уларҙы сәйәхәтенә тиклем бер аҙ белә һәм хәҙер инде уларға табына башлай.
Итальян һәм латин классиктарын өйрәнеү Чосерҙың шиғриәтенең формаль яғына йоғонто яһай; уның арҡаһында ул быға тиклем инглиз әҙәбиәтендә булмаған нәфислек һәм тулылыҡ ала. Континентҡа барған сәфәрҙәр араһында Чосер Лондонға әйләнеп ҡайта, унда уға төрлө административ вазифалар йөкмәтелә. 1374 йылдан 12 йыл дауамында ул таможня күҙәтеүсеһе һәм контролеры вазифаһын башҡара, өҫтәүенә сағыштырмаса айырым Олдгейт башняһында йәшәй. Хеҙмәт бурыстарын намыҫлы башҡарып, буш ваҡыттарын шиғриәткә бағышлай.
«Италия осоро»
үҙгәртергә«Итальян осоронда» (яҡынса 1380 һәм 1386 йылдар араһында) «Кентерберий хикәйәләренә» тиклем яҙылған төп әҫәрҙәре: («Legenda aurea») изге Цецилия тормошо тәржемәһе, һуңынан «Tales Canterbury» составына инә (1378); «Complainte of Mars» (1378); «Parlement of Foules» («Ҡош парламенты» поэмаһы); «Troylus and Chryseide» («Троил һәм Кресс» поэмаһы; 1382); «The House of Fame» («Дан йорто» поэмаһы; 1383—1384); «Legend of Good Women» («Данлы ҡатын-ҡыҙҙар тураһында легенда»; 1388).
Был поэмаларында итальян шағирҙарының йоғонтоһо айырыуса һиҙелә. «Изге Цецилия тормошонда» туранан-тура Дантеның «Ожмахынан» урындар бар; «Parlement of Foules» — поэмаһында йәш король Ричард Икенсенең никахлашыуы осрағына бәйле «Inferno» әҫәре буйынса III йырының инешен үҙгәртеү өҫтәп ҡуйыла: «Troylus and Chryseide» сюжеты тулыһынса Боккаччоның «Filostrato» әҫәренән үҙләштерелә; зиһенле ҡатын-ҡыҙҙар тураһында легенда Чосерға Боккаччоның «De Claris mulieribus» әҫәренән аңлатыла. Ниһәйәт, Дантеның өс батшалыҡ буйынса сәйәхәте «The House of Fame» поэмаһы өсөн өлгө булып хеҙмәт итә (Данте Вергилий һәм Клодион менән бер рәттән телгә алына).
Был йоғонтоларға ҡарамаҫтан, Чосер һуңғы поэмаһында үҙаллылыҡ күрһәтә, был бигерәк тә картиналарҙы һүрәтләнгәндә һәм йәнле тәбиғи диалогта күренә. Ул шулай уҡ үҙ шәхесенә байтаҡ урын бүлә, был уның поэмаһына беҙгә яҡын характер бирә. Чосер үҙен нисек бөркөт үҙенең алтын ҡанаттарында бөйөк кешеләрҙең исемдәре яҙылған боҙло ҡаялағы дан ғибәҙәтханаһына алып киткәнен һүрәтләй. Ҡояш нурҙары тәьҫирендә ҡая ирей, исемдәрҙең хәрефтәре юҡҡа сыға. Ғибәҙәтханала музыканттарҙың шаулы төркөмдәре, жонглерҙар, пәйғәмбәрҙәр, геройҙарҙы данлаусы кешеләр була, күңелле музыка яңғырай, бөйөк шағирҙарҙың статуялары күренеп тора. Сатирик элементтар насар дан ҡаҙанған әҙәпһеҙ маҡтансыҡтарҙы һүрәтләгәндә сағыла. Артабан шағир уҡыусыны яңылыҡтар йортона алып килә, унда яңылыҡтарға әүәҫ һәм хәбәрҙәрҙең дөрөҫлөгөнә иғтибар итмәгән эшһеҙ асыҡ ауыҙҙар өйкөлөшә.
«Троил һәм Хризеида»
үҙгәртергә«Троил һәм Хризеида» («Chryseide and Troylus») — формаһы буйынса тулыһынса тамамланған ҙур поэма — 5 китаптан тора, Чосерҙың иң яратҡан размеры 7 юллыҡ строфалы ababbcc рифма системаһы менән яҙылған. Сюжеты Боккаччонан үҙләштерелгән, әммә автор әҫәренә үҙенә генә хас индивидуаллек төҫмөрлөгө бирә, хикәйәләүҙең үҙенсәлеген һәм ҡатнашыусыларҙы үҙгәртә, һәм артабан Шекспирҙың «Троил һәм Крессидаһындағы» һымаҡ трагик менән комикты, героик менән ғәҙәтиҙе оҫта берләштерә. Ул шулай уҡ хикәйәләүҙә һәм характерҙарҙы булдырыуҙа оҫта һәм нескә психолог һымаҡ сығыш яһай. Бигерәк тә скептик, оятһыҙ, тел биҫтәһе, хәйләкәр һәм тупаҫ, мәңге мәҡәлдәр менән һөйләүсе, әҙәпһеҙ һәм димсе Пандарҙың характеристикаһы бик яҡшы. Эпизодтар араһынан драматизм менән тулы Хризеиданың Пандар менән ваҡиғаһы айырылып тора, Пандар уның менән Троил араһында аралашсы булараҡ, Хризеидала Троилға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята, һуңынан был ҡыҙыҡһыныу дәртле теләккә әүерелә. Поэма инглиз шағирына хас булған йәш кешеләргә өгөт-нәсихәте менән тамамлана.
«Өлгөлө ҡатын-ҡыҙҙар тураһында легенда»
үҙгәртергә«Өлгөлө ҡатын-ҡыҙҙар тураһында легенда» («Women of Good Legend»; 1388) — Чосерҙың беренсе повестар йыйынтығы һәм ингиз телендәге ун ижекле ҙур поэмаһы. «Өлгөлө ҡатын-ҡыҙ тураһында легенда» боронғо замандан башлап мөхәббәттә ғазап сигеүселәрҙе аңлата, һәм Чосерға уның яҡлаусыһы — королева тарафынан башҡа әҫәрҙәрендә ҡатын-ҡыҙҙарҙан көлгәне өсөн шелтә арҡаһында яҙыла («Roman de la Rose» һәм «Chryseide and Troylus»).
1379 йылдан һуң Чосер Лондонда бер ергә лә китмәйенсә йәшәй; 1386 йылда парламентҡа депутаты итеп һайлана. (Кент графлығынан). Парламенттың был сессияһы осоронда короллектең канцлеры Мишель Поль судлаша. Элекке яҡлаусылары Ричард һәм герцог Ланкастерскийға тоғролоҡ һаҡлап, Чосер Глостерҙың рәхимлегенән мәхрүм була, һәм бөтә вазифаларын юғалта, хәйерселеккә төшә. Өс йыл үткәс, Ричард, парламент тарафынан мәжбүр ителгән советты бөтөргәс, яңынан сикләнмәгән власлы идара итә башлай, шағир король эштәренең клеркы була (1389) һәм ошо вазифала Вестминстерҙа һәм башҡа һарайҙарҙа, биналарҙа ҡоролмалар һәм үҙгәртеүҙәр буйынса идара итә. Был ваҡыт эсендә ул үҙенең үлемһеҙ әҫәрен — «Кентерберий хикәйәләрен» яҙа («Canterbury Tales»).
«Кентербери хикәйәләре»
үҙгәртергәБыл хикәйәләр йыйынтығында Чосер, Боккаччоның бер ни тиклем яһалма «Декамеронынан» айырмалы рәүештә уҡыусыны ысын тормош тулҡынына йүнәлтеп, төрлө ҡатламдарҙан булған, төрлө йәштәрҙәге һәм төрлө темпераментлы 29 пилигримдың йәмғиәтен һүрәтләй. Улар бөтәһе лә Лондон янындағы трактирға йыйылып, Кентербериға изге Томас Бекеттың табутына ғибәҙәт ҡылыр өсөн юллана.
Ваҡытты ҡыҫҡартыр өсөн йәмғиәттең һәр ағзаһы ниндәйҙер әкиәт йәки повесть һөйләй, бының менән бергә Чосер бөтә хикәйәсе труппаны хәрәкәт итергә, трактирҙа туҡталып ҡунырға, үтеп барыусылар менән танышырға, ҡысҡырырға, комплименттар менән алмашырға, ә ҡайһы саҡта дөмбәҫләшеп тә алырға мәжбүр итә. Һәр хикәйәнән һуң йәнле комик күренештәр башлана: сәйәхәтселәр хикәйә тураһында фекер алыша, бәхәсләшә, ҡыҙып китә. Былар бөтәһе лә Чосерға төрлө характерҙар һәм типтар булдырыуға мөмкинлек бирә. Һәр хикәйә хикәйәсенең характерына һәм йәмғиәттәге торошона тап килә, һәм һәр береһенең айырым алымы. Тәүбә иттереүсенең хикәйәһе вәғәзғә оҡшай һәм индульгенция һатып алыуға һәм сиркәүгә иғәнә биреүгә саҡырыу менән тамамлана. Хәйерселектә йәшәгән туған нимәлер һөйләргә теләй, әммә асыуы уға ҡамасаулай, һәм хикәйәһенән бер нәмә лә аңлашылмай. Баттан мещан ҡатын — иң сағыу комик тип — бер нисә ирен һәләк иткән йыуан күңелле тел биҫтәһе, хикәйәһен һөйләрҙән алда үҙенең бер нисә автобиографик нескәлектәрен һөйләргә тотона. Рыцарь, санына ярашлы, Палемона һәм Арсилай тураһындағы һарай яны повесын һөйләй, оксфорд клеркы — Гризельда тураһындағы повесты, монах яҙмыш кирелектәрен төшөндөрөргә маташа, һәм уны кисергән кешеләрҙе миҫалға килтерә, эскесе тирмәнсе фабльо рухында әҙәпһеҙ повесть һөйләй һ.б.
Шулай итеп, «Кентербери хикәйәләре» өгөт-нәсихәтле роман, Чосер осорондағы инглиз йәмғиәтенең холоҡтары һәм типтары туранан-тура натуранан күсереп алына. Чосер шул уҡ ваҡытта түбән ҡатлам кешеләрен дә күрһәтә, әммә уларҙы яратып һүрәтләй. Уларҙы һүрәтләгәндә һис һүҙһеҙ төрлө осрашыуҙарға һәм тормош дауамында үҙгәреүҙәргә бай күҙәтеү материалдары хеҙмәт итә. «Кентербери хикәйәләре», һуңғы йылдарҙа шағирҙың ауыр шарттарҙа йәшәүе арҡаһындамылыр, тамамланмай ҡала, әммә әҫәренең булған тиклеме лә уның талантының төрлөлөгө һәм байлығы тураһында һөйләй.
Һуңғы йылдары
үҙгәртергәҒүмеренең һуңғы йылдарында Чосер моңһоу кәйеф менән һуғарылған бер нисә шиғыр яҙа: ул халыҡтан һәм төркөмдәрҙән ҡасыу теләген белдерә, королдән уға хәйерселектән ярҙам итеүен һорай, үҙ-үҙенә бикләнә һәм үҙ уйҙарына бирелә. Быға: «Truth» йәки «Ballade de bon conseil», «Lak of Stedfastness», «L’envoy de Chaucer à Seogen», «L’envoy de Ch. à Bukton», «The complaint of Venus», «The complaint. of Ch. to his empty purse». Ғүмеренең иң аҙағында Чосерға бәхет йылмая: король уға шул ваҡыт өсөн байтаҡ булған пенсия тәғәйенләй, һәм Чосерға Вестминстер аббатлығы янында һәйбәт өй алыу мөмкинлеге тыуа.
1400 йылда Чосер вафат була һәм Вестминстер аббатлығында хөрмәт менән ерләнә (Шағирҙар мөйөшө, ул шунда беренсе булып ерләнә).
Әһәмиәте
үҙгәртергәЧосерҙың йәшәгән осоронда файҙаланған киң даны ваҡыт үтеү менән онотолмай, хатта арта ла башлай. 1478 һәм 1484 йылдарҙа Яңырыу дәүерендә Кэкстон уның әҫәрҙәренең тексын баҫтырып сығара; Спенсер Чосерҙың әҫәрҙәрендә инглиз теленең таҙа сығанағын күрә; Сидней уны күккә күтәреп маҡтай. XVII быуатта Джон Драйден уның әкиәттәрен яңырта бирә; XVIII быуатта уның әҫәрҙәренә Поул иғтибар итә. Ниһайәт, XIX быуатта Фурниваль инициативаһы буйынса (нигеҙ һалыусы 1867) Чосер йәмғиәте «Society Chaucer» барлыҡҡа килә. Уның маҡсаты — Чосерҙың тәнҡитле тикшерелгән әҫәрҙәрен баҫтырып сығарыу һәм шағирҙың биографияһын өйрәнеү.
Чосерҙың инглиз әҙәбиәте тарихында һәм телендә ҡаҙаныштары бик ҙур. Ул инглиздәр араһында беренсе булып матур шиғриәттең өлгөләрен бирә. Чосерҙың әҫәрҙәрендә инглиз милли шиғриәтенең төп һыҙаттары бар: төплө мәғәнә менән тоташҡан фантазия байлығы, юмор, күҙәтеүсәнлек, сағыу характеристикаларға һәләт, ентекле һүрәтләүҙәргә әүәҫлек, контрастарға әһәмиәт биреү, бер һүҙ менән әйткәндә, һуңыраҡ Шекспир, Филдинг, Диккенс һәм Бөйөк Британияның башҡа яҙыусыларының әҫәрҙәрендә осраған бөтә күренештәр бар. Ул инглиз шиғырына тулылыҡ бирә һәм әҙәби телде нәфислектең юғары кимәленә еткерә. Телмәрҙең таҙалығына ҡарата ул һәр ваҡыт айырым хәстәрлек күрһәтә һәм күсереп яҙыусыларға ышанмай, шәхсән үҙе һәр ваҡыт әҫәрҙәренең күсермәһен ҡарап сыға. Әҙәби тел булдырыуҙа ул уртасалыҡ һәм төплө фекер күрһәтә, неологизмдарҙы һирәк ҡуллана, һәм иҫкергән әйтемдәрҙе терелтергә тырышмай, тик дөйөм ҡулланышта булған һүҙҙәрҙе генә ҡуллана. Инглиз теленә ул биргән матурлыҡ һәм күркәмлек арҡаһында инглиз теле Европаның башҡа телдәре араһында хөрмәтле урын биләй. Чосер беренсе булып латин телендә түгел, ә туған телдә проза әҫәрҙәре яҙа башлай. (мәҫәлән, «The astrolab» — улы өсөн яҙған, 1391 й.). Үҙенең фекерҙәрен яҡшы һәм аныҡ белдереү өсөн, шулай уҡ патриотик тойғоларҙан сығып, ул аңлы рәүештә милли тел ҡуллана. Чосерҙың донъяға ҡарашы мәжүсилек рухы һәм Яңырыу дәүеренең күңел көрлөгө менән һуғарылған, тик иртә әҫәрҙәрендә осраған ҡайһы бер урта быуат һыҙаттары һәм әйтемдәре уның урта быуат ҡараштарынан һәм төшөнсәләрҙе бутауҙан азат булмауын раҫлай. Икенсе яҡтан, уның юғары выжданлылыҡ, бала тәрбиәләү, һуғыш тураһында, уның патриотизм характеры һ.б. тураһында ҡайһы бер фекерҙәре хатта XIX быуат кешеһен дә хөрмәтле итер ине.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә1532 йылға ҡараған Чосерҙың иң тәүге әҫәрен Thynne баҫтыра. Артабан Stowe (1561), Speght (1598, ҡайтанан 1602 йылда), Tyrwhitt (1775), баҫмалары килә. Tyrwhitt үҙенең баҫмаһын Чосерҙың тормошо тураһында тикшеренеүҙәре менән тулыландыра. XIX быуатта Чосер әҫәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу уяна. Моррис «С.'s Poetical works» баҫтырып сығара, 1866 йылда Чосер йәмғиәте Чосерҙың бер нисә әҫәрен һәм монографияһын баҫтырып сығара. Быға ҡарай:
- Furnivall, «The six text edition of Canterbury Tales» (Оксфорд, 1868) и «Life records of Chaucer» (1875);
- Koch, «Chronology of С.'s writings» (1890);
- Skeat, «Legend of good women» (1889);
- Skeat, «С.'s minor poems» (1888);
- его же, «The complete works of G. Chaucer» (1894);
- «Troylus and Chryseide, compared with Boccaccio' s Filostrato» (M. Rosetti);
- «Originals and analogues of Canterbury Tales»;
- «A treatise on the Astrolab, addressed to his son Lewis» (1872).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Godwin, «History of the life and age of G. Chaucer» (Л., 1804);
- Todd, «Illustrations of the lives and writings of Gower and Ch.» (1810);
- Nicolas, «Life of C.» (Л., 1844);
- Kissner, «C. in seinen Beziehungen zur Italien. Litteratur» (Бонн, 1867);
- Ten Brink, «Chaucer Studien zur Geschichte seiner Entwickelung und zur Chronologie seiner Schriften» (Мюнстер, 1870);
- Mamroth, «G. Ch., seine Zeit und seine Abhängigkeit von Boccaccio» (Б., 1872);
- M. Browne, «C.'s England» (1879);
- Ward, биография Ч. в «English men of Letters» (Л., 1879);
- Ten Brink, «Geschichte der engl. Litteratur» (Страсбург, 1889); его же, «C.'s Sprache und Verskunst» (Страсбург, 1884);
- E. Sandras, «Etude sur J. Chaucer, considéré comme imitateur des trouvères» (П., 1859);
- J. Fleury, «Guide to Chaucer» (1877);
- A. Baret, «Etude sur la langue anglaise au XIV s.» (П., 1882).
Чосерҙың немец теленән тәржемә ителгән әҫәрҙәре:
- John Koch, «Ausgewählte kleinere Dichtungen Chaucers» (Лейпциг, 1880);
- Schipper, в «Oesterreichische Rundschau» (1883, № 10-12 — «Троил и Крессида»);
- During, «C.'s Werke» (Страсбург, 1883-86; знаменитейшие поэмы Чосера, в том числе «C-y Tales»).
Chatelain’ тарафынан француз телендә башҡарылған тәржемә бик уңышһыҙ тип таныла.
Чосер әҫәрҙәренең рус теленә тулы тәржемәһе юҡ; «Кентерберий хикәйәләренән» өҙөктәрҙе Шау тәржемә итә («Библиотека для чтения», 1859, № 1, 4 һәм 7) һәм Д. Минаев . («Английские поэты в биографиях и образцах», СПб., 1875 Н.В. Гербель баҫмаһында). «Кентерберий хикәйәләренең» иң тулы тәржемәһе И. А. Кашкин тарафынан башҡарыла ( О.Б. Румер менән бергә, 1946; Мәскәү, 1973). Был тәржемә Т. Попова тарафынан 90-сы йылдарҙа тулыландырыла, 2007 йылда баҫыла.
Чосерҙың «Троил һәм Крессида» поэмаһы Марина Бородицкая тәржемәһендә ике тапҡыр рус телендә баҫылып сыға (1997 , 2001).
Александровский Сергей тәржемәһендә өс тапҡыр бәләкәй поэмалары баҫылып сыға, «Книга о королеве» (The Boke of the Duchesse) һәм «Птичий парламент» (Джеффри Чосер. Книга о королеве. Птичий парламент. Перевод с английского, предисловие и комментарии Сергея Александровского. — М.: Время, 2004. — 224 с.: с илл. — Серия «Триумфы». ISBN 5-94117-146-3. Шедевры зарубежной любовной лирики. — Харьков: Фолио, 2005. — 319 с. ISBN 966-03-3032-4. Шедевры любовной лирики: зарубежная поэзия — М.: АСТ; Харьков: Фолио, 2005. — 318 с. — Серия «Мировая классика». ISBN 5-17-029978-8 для ООО «Издательство АСТ», ISBN 966-03-3091-X для изд. «Фолио»).
С. Александровский тәржемәләгән «Птичий парламент» шулай уҡ өс томлы антологияла «Семь веков английской поэзии» баҫылып сыға. Кн. 1. Сост. Е. В. Витковский. — М.: Водолей Publishers, 2007. — 1032 с. ISBN 978-5-902312-33-8.
Чосер ижадын өйрәнеүселәр араһында билдәләргә мөмкин:
- Кашкин И. А. Джефри Чосер // Джефри Чосер. Кентерберийские рассказы. М., 2007.
- Попова М. К. Литературные и философские истоки «Кентерберийских рассказов» Дж. Чосера. Воронеж, 2003.
- Горбунов А. Н. Джеффри Чосер // Энциклопедия для детей: Всемирная литература. — М.: Аванта+, 1999. — Ч. 1. ISBN 5-94623-106-5
- Горбунов А. Н. Чосер средневековый. — Лабиринт, 2010. — 336 с. — (Разыскания в области филологии, истории и традиционной культуры). — 1000 экз. — ISBN 978-5-87604-209-5.
Джеффри Чосер әҫәрҙәре
үҙгәртергә- Сканированный подлинник «Кентерберийских рассказов» на портале Британской библиотеки 2009 йыл 3 июль архивланған.
- Кентерберийские рассказы в Библиотеке проекта «Гутенберг»
- Кентерберийские рассказы в Электронной библиотеке по философии — http://filosof.historic.ru
- «Кентерберийские рассказы» (перевод на современный английский язык)
- Кентерберийские рассказы (Пролог) (Canterbury Tales:General Prologue) (рус.) (инг.)
- «Кентерберийские рассказы» в кратком пересказе 2008 йыл 30 май архивланған.
- Книга о королеве (The Boke of the Duchesse). Перевод Сергея Александровского
- Птичий парламент. Перевод Сергея Александровского
- Птичий парламент (с параллельным английским текстом). Перевод Сергея Александровского
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Грушке Н. Ф. Чосер // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Джефри Чосерға арналған сайт 2008 йыл 19 февраль архивланған. (рус.)
- Чосер и язык его эпохи (рус.)
- Статья «Пушкин и Чосер» (рус.)
Был яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.