Шатунов Юрий Васильевич

йырсы

Шатунов Юрий Васильевич (6 сентябрь 1973 йыл — 23 июнь 2022 йыл) — СССР һәм Рәсәй йырсыһы, «Ласковый май» төркөмөнөң элекке солисы.

Шатунов Юрий Васильевич
рус. Юрий Васильевич Шатунов
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
 Германия
Патронимы йәки матронимы Васильевич[d]
Псевдоним Шатун[1]
Ҡушамат Шатун
Тыуған көнө 6 сентябрь 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Күмертау, Көйөргәҙе районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 23 июнь 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[2] (48 йәш)
Вафат булған урыны Домодедово, Мәскәү өлкәһе, Рәсәй[3]
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө йырсы, йырҙар авторы, поэт-песенник, звукорежиссёр, композитор
Эш урыны Ласковый май[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 2022
Йырсы тауышы контратенор[d]
Музыка ҡоралы вокал[d], аккордеон[d], гитара, синтезатор[d], Гармун, пианино[d] һәм ударная установка[d]
Ойошма ағзаһы Ласковый май[d]
Жанр диско[d], поп-музыка[d], шансон[d] һәм Электрон музыка
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Электрон почта shatunov.life@gmail.com
Рәсми сайт shatunov.com
Болеет за команду Ростов футбол клубы[4]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 6093 һәм 2 550 000 ± 9999[5]
 Шатунов Юрий Васильевич Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Юрий Васильевич Шатунов 1973 йылдың 6 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Күмертау ҡалаһында Клименко Василий Владимирович (1.01.1950) һәм Шатунова Вера Гавриловна (27.01.1955 — 07.11.1984) ғаиләһендә тыуған. Атаһы менән әсәһе береһенә 23 йәш, икенсеһенә 18 йәш булғанда өйләнешә.. Атаһы улына ҡарата ҡырыҫыраҡ була, шуға күрә Юрий әсәһенең фамилияһында йөрөй, ә бәләкәйерәк сағында (дүрт йәшкә тиклем) Пятка ҡасабаһында (Күмертау ҡалаһы янында)[6][7] әсәһе яғынан өләсәһе менән олатаһы — Шатунова Екатерина Ивановна (05.12.1924 — 26.11.2002) һәм Шатунов Гаврила Егорович (04.06.1923 — 20.01.1976) ғаиләһендә йәшәй.

Малайға өс йәш булғанда, уның атаһы менән әсәһе айырылыша, олатаһы вафат була, 1977 йылда Юрий әсәһе менән Савельевка ауылына күсеп китә. Күпмелер ваҡыттан һуң, әсәһе икенсе тапҡыр кейәүгә сыға. Әммә үгәй атаһы хәмер менән дуҫ була, шуға ла Юрий йыш ҡына өйҙән ҡаса, күбеһенсә өләсәһенә барырға тырыша.

1980 йылда Шатунов Көйөргәҙе районының Иҫке Отрада ауылы мәктәбенә уҡырға төшә, ләкин 1984 йылдың сентябрендә (был ваҡытта Юрийға 11 йәш тулған була) әсәһе ныҡлап ауырып китә һәм шул сәбәпле улын Күмертау ҡалаһының 2-се интернат-мәктәбенә күсерә, ә ике ай үткәс, 1984 йылдың 7 ноябрендә, Вера Шатунова йөрәк өйәнәгенән вафат була. Атаһы улының яҙмышына битараф ҡала, һәм Юрийҙы Төйлөгән ҡасабаһында йәшәгән инәһе Нина Гавриловна тәрбиәгә ала. Әммә Юрий унда ла өйҙән ҡаса башлай һәм 1984 йылдың ноябренән алып 1985 йылдың октябренә тиклемге осорҙа Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһе буйлап берәҙәк булып йөрөй.

1985 йылдың ноябрендә Ырымбурҙа Шатуновтың артабанғы яҙмышын хәл иткән комиссия ултырышы үтә. Унда Юрийҙы Аҡбулаҡ ҡасабаһы балалар йорто директоры Валентина Николаевна Тазекенова күреп ҡала. Ул үҫмер яҙмышына битараф ҡала алмай һәм, комиссия ҡарарына йоғонто яһап, малайҙы үҙе етәкләгән балалар йортона ебәреүҙәрен өлгәшә. 1986 йылдың октябрендә Тазекенованы Ырымбур ҡалаһының 2-се интернат-мәктәбенә директор итеп ҡуялар, һәм Юрий ҙа уның артынан был ҡалаға күсә. Ырымбур интернатында үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәге етәксеһе Сергей Борисович Кузнецов менән таныша, һәм ошо ваҡыттан «Ласковый май» төркөмөнөң тарихы башлана.

«Ласковый май»

үҙгәртергә

1986 йылдың октябрендә Юрий музыка түңәрәге етәксеһе Сергей Кузнецов менән таныша, ул тап ошо ваҡытта үҙенең йырҙарын башҡарырҙай кеше эҙләгән була. Ә октябрь айында Сергей Кузнецов Юрий өсөн «Һалҡын ҡыштың кисе» тигән тәүге йырын ижад итә һәм тиҙҙән «Сит ҡалалағы һепертмә буран» тип аталған икенсе йырын яҙа, репетициялар башланып китә. «Ласковый май» төркөмөнөң беренсе составы шулай ойоша, бында Кузнецов һәм Шатуновтан тыш Вячеслав Пономарёв (бас-гитарала уйнай) һәм Сергей Серков (төҫлө музыка менән идара итә).

1986 һәм 1988 йылдарҙа төркөм интернаттағы дискотекаларҙа һәм урындағы «Орбита» мәҙәниәт һарайында ҙур уңыш менән сығыш яһай.

Тап ошо ваҡытта «Ласковый май» төркөмөнөң төп хиттары: «Аҡ раузалар», «Йәй», «Төн булһын», «Сал төн», «Йә, ниңә һуң», «Иреүсе ҡар» ижад ителә.

1988 йылда Кузнецов Балалар ижады йортонда «Ласковый май» төркөмөнөң тәүге альбомын яҙҙырта, бында уларҙың рәсми булмаған репетиция базаһы була, һәм шул көндө үк йырҙар яҙылған кассетаны тимер юл вокзалындағы киоскыға ҡалдырып китә[8].

1988 йылда СССР Мәҙәниәт министрлығының Мәскәү «Рекорд» популяр музыка студияһының «Мираж» төркөмө менеджеры булып эшләгән Андрей Разин поезда осраҡлы ғына «Ласковый май» төркөмө башҡарған йырҙы ишетеп ҡала. Ул шунда уҡ был йырҙы йырлаған малайҙы эҙләп табырға ҡарар итә. Разин беренсе станцияла уҡ поездан төшөп ҡала һәм кире яҡҡа табан юл тота[9]. Бер нисә көндән Разин Ырымбурға килә, әммә Шатуновты тура килтерә алмай, сөнки ул тағы ла интернаттан ҡасҡан була. Шуға ла Мәскәүгә Константин Кузнецов менән Сергей Пахомов ҡына килә. Кузнецов Юрий Шатуновты Мәскәүгә сентябрь айында алып килә, һәм Бөтә союз берекмәһе «Рекорд» популяр музыка студияһында «Ласковый май» төркөмөнөң өр-яңы тормошо башлана. Юрийҙы һәм төркөмдөң ҡалған башҡарыусыларын Ырымбур интернатынан Мәскәүҙең 24-се һанлы интернатына күсерәләр, был интернат уларҙың йәшәү урыны һәм тәүге осорҙа студия булып та хеҙмәт итә.

1989 йылда Константин Кузнецов менән Сергей Пахомов төркөмдән китәләр, ә Андрей Разин төркөмдөң етәксеһе булып китә.

«Ласковый май» ғәйәт ҙур популярлыҡ яулай. Улар көнөнә һигеҙ, айына 40-тан ашыу концерт ҡуялар. Төркөмдөң эшмәкәрлек йылдарында 10-лап солист ҡатнаша. 1992 йылда Юрий Шатунов китеү менән, төркөм тарҡала.

«Ласковый май»ҙан һуң, 1992—2010 йылдар

үҙгәртергә

«Ласковый май»ҙан киткәндән һуң, Юрий Шатунов Германияға сығып китә һәм шунда тауыш режиссёрына уҡый. Был ваҡытта ул, айырым концерттар бирмәйенсә, студияла эшләү менән сикләнә[10]. Күптәнге танышы Аркадий Кудряшов уның продюссоры вазифаһын башҡара.

1992 йылда Шатунов тәүге варианты «Бына май ҙа тамам» тип аталған соло альбомын яҙҙырта, һуңынан был альбомдың исеме «Беләһеңме» тип үҙгәртелә. Шулай уҡ «Утыҙынсыны юҡ итергә» фильмында йырсы эпизодик роль башҡара.

 
«Ласковый май» фильмы тамашаһында, ХХ Кинотавр, 11 июнь 2009 йыл.

1992 йылда Юрий Шатунов А. Пугачёванан "Раштыуа осрашыуҙары"на ҡатнашыуға саҡырыу ала. Ул саҡырыуҙы ҡабул итә һәм беренсе тапҡыр сәхнәгә соло йырсыһы булараҡ аяҡ баҫа, был сығышында Юрий «Йондоҙло төн» йырын башҡара.

1993 йылдың 29 сентябрендә Шатуновтың йорт подъезында, йырсының күҙ алдында, уның иң яҡын дуҫы Михаил Сухомлиновты атып үлтерәләр.

1994 йылдың яҙында Рәсәйҙәге иң эре фирмаларҙың береһе булған «Russia PolyGram» тауыш яҙыу студияһы Юрий Шатуновҡа хеҙмәттәшлек тәҡдим итә. Һөйләшеүҙәр әллә ни күп ваҡытты алмай: артист бер нисә көндән Борис Зосимов менән контракт төҙөй. Башта «Йондоҙло төн», һуңынан «Теҙләнеү» йырҙарынына клиптар төшөрөлә, икенсе клибының премьераһы 1994 йылдың йәй аҙағында — көҙ башында үтә. Өсөнсө йыры — «Яттарҙың әрнеүе» буйынса ла клип төшөрөлә, ләкин плёнка боҙолғанлыҡтан, ул эфирға сыға алмай. 1994 йылдың сентябрендә Шатуновтың «Онотма» тип аталған яңы альбомының презентацияһы үтә. Ул башҡарған йырҙарҙың яртыһынан күберәге «Ласковый май»ҙың шағиры һәм композиторы Сергей Кузнецов тарафынан яҙылған.

1996 йылда Шатунов «Яһалма һулыш» исемле ремикстар альбомын сығара.

1999 йылда Иркутскиҙа Борис Рожанский студияһында Юрий Шатунов бер нисә өр-яңы йырын (демо версия) («Илама», «Һуңғы ҡар», «Төнгө вокзал», «Осраҡлы осрашыу», «Йәй үтте», «Ә төндәр ҡараңғы», «Һинең күҙ йәштәрең», «Хыял ғына ине», «Июль ямғыры») яҙҙыра, уларҙың барлығы тураһында йырсының фанаттары хатта белмәгән була. Был йырҙар Германияла, пират дискыһында ғына сығарылып, «Ласковый май 2000. Быны һин ишетмәнең әле!» тип исемләнә. Бында тупланған йырҙарҙың авторы — Константин Губин. Шатунов үҙе билдәләүенсә, был музыкаль материалдар, командала эшләү өсөн яңы аранжировщиктар эҙләгәндә урланған. Яңы йырҙарынан тыш, «пират» альбомына «Ласковый май» хиттарынан бер нисә ремикс та ингән.

2001 йылда «Май айын хәтерлә» тигән альбомы донъя күрә, унда төп хит булып «Онота» йыры тора.

 
Юрий Шатунов 2009 йылдың ноябрендә «1980 йылдар дискотекаһы» VIII фестивалендә .

2002 йылда «Сал төн» тип исемләнгән альбомы сыға, унда «Сал төн» һәм «Бала саҡ» йырҙарының яңы версияһы индерелгән. Был альбомға ҙур коммерция уңышы насип була. Бында элекке композицияларға ремейктарҙан тыш, хитҡа әйләнгән «Япраҡтар ҡойола» тигән йыры ла индерелә. Шул уҡ йылда Шатунов «Сал төн» йыры өсөн «Йыл йыры — 2002 йыл» бүләген ала.

2009 йылдың 18 сентябрендә Юрий Шатунов «Ласковый май» нәфис фильмы менән Рәсәй ҡалалары буйлап үткән турҙа ҡатнаша.

2010 йыл — хәҙерге ваҡыт

үҙгәртергә

Юрий Шатунов «Бергә бәхетлеләр» сериалын төшөрөүҙә ҡатнаша[11].

2010 йылдың 1 мартында «Монолит» компанияһы «Ретро ФМ» радиостанцияһының мәғлүмәти ярҙамы менән Юрий Шатуновтың 19881989 йылдарҙағы үҙенсәлекле яҙмалары һәм уның шул ваҡыттағы иң матур фотосессияһы менән CD баҫтырып сығара. Бөтә яҙмалар ҙа тәүге тапҡыр цифрлана һәм цифр сифаты менән рәсми рәүештә донъя күрә[12]. «Бала саҡ» хиты өсөн «Йыл йыры — 2009» маҡтау ҡағыҙы менән бүләклнә. [[Файл:Ш_и_К.JPG|мини|250x250пкс| Юрий Шатунов һәм Омск ҡалаһынан автор-башҡарыусы Андрей Картавцев — Юрий Шатунов башҡарған йырҙар авторы («Йәй төҫө», «Тет а тет», «Теләмәйем», «Йәйге ҡойма ямғыр», «Һинһеҙ», «Поездар», «Минең тормошом (Сәс)», «Класташтар») 2011 йыл 2011 йыл көҙөндә йырсының рәсми сайтында бер нисә яңы трек барлыҡҡа килә, улар араһында «Аҡ раузалар», «Тет-а-тет» һәм "Иҫәр ҡар бөртөктәре"нең яңынан яҙылған версияһы ла була. Сайтта «Аҡ раузалар» йырына видеоклип та ҡуйыла, унда йырсыны үҙ иткәндәрҙең фотоһүрәттәре, видеоклиптарҙан һәм уның сығыштарынан өҙөктәр ҙә урын ала. Шул уҡ йылда «Сал төн» супер-хиты өсөн тағы бер тапҡыр «Йыл йыры −2012» маҡтау ҡағыҙына лайыҡ була.

2012 йылда «Ышанам» альбомы донъя күрә, шулай уҡ shatunov.com рәсми сайты һәм социаль селтәрҙәрҙә рәсми сәхифәһе булдырыла, ошо уҡ йылда «Ышанам» тигән яңы альбомы менән ҙур гастроль туры башлана.

2013 йылда «Йәй төҫтәре» һәм «Тет-а-тет» клиптары сыға, «Ышанам» альбомы менән гастроль турҙары дауам итә, һәм Шатунов «Йәй төҫтәре» йыры өсөн «Йыл йыры — 2013» бүләгенә эйә була.

2014 йылда Юрий Шатунов үҙенең яңы альбомын яҙҙырыу өҫтөндә эшләй. Интернетта «Татлы хыял», «Уның янында», «Поездар», «Сәс» исемле йырҙары тарала. 2015 йылдың авгусында йырсының рәсми сайтында артистың «Йондоҙ» йыры барлыҡҡа килә. Уның авторы — Сергей Кузнецов.

2015 йылдың 23 февралендә «Моң юлы» юбилей тантанаһында Юрий Шатунов Рәсәй шоу-бизнесын үҫтереүгә өлөш индергәне өсөн премияға лайыҡ була.

Йырсы 2022 йылдың 23 июнендә Мәскәүҙә көтмәгәндә вафат булды[13].

Шәхси тормошо һәм ғаиләһе

үҙгәртергә

Германияның Бад-Хомбург ҡалаһында йәшәй.

  • Ҡатыны — Шатунова Светлана Георгиевна (23.10.1986 йылда тыуған)[14], һөнәре буйынса юрист. 2000 йылдың декабрендә танышалар, туй тантанаһы 2007 йылдың 12 ғинуарында Германияла үтә.[15]
  • Улы — Дэннис Юрьевич Шатунов (2006 йылдың 5 сентябрендә тыуған)[16]. 2007 йылдың 8 сентябрендә Сочи ҡалаһы үҙәгендәге Андрей Первозванный ғибәҙәтханаһында суҡындырыла, исем атаһы — Андрей Разин, ә Светлана Шатунованың апайы Галина исем әсәһе була[17][18][19].
  • Ҡыҙы — Шатунова Эстелла Юрьевна (2013 йылдың 13 мартында Германияның Бад-Хомбург ҡалаһында тыуған)[20].

Туғандары

үҙгәртергә
  • Әсәһе — Шатунова Вера Гавриловна (27.01.1955 — 07.11.1984)[21].
  • Биологик атаһы — Клименко Василий Дмитриевич, 1950 йылда тыуған.
  • Өләсәһе — Шатунова Екатерина Ивановна (05.12.1924 — 26.11.2002).
  • Олатаһы — Шатунов Гаврила Егорович (04.06.1923 — 20.01.1976).
  • Инәһе — Долгушин Нина Гавриловна (Шатунова) (03.02.1948 — 04.02.2014), Башҡортостандың Көйөргәҙе районы Иҫке Отрада ауылында йәшәгән. Балалар йортона һәм интернатҡа киткәнгә тиклем Юра ошо ауылда йәшәй.

Дискография

үҙгәртергә
  • 1994 — «Иҫләйһеңме…» Һ"Ты помнишь…")
  • 2001 — «Май айын хәтерлә» («Вспомни май»)
  • 2002 — «Сал төн» («Седая ночь»)
  • 2004 — "Теләһәң… Ҡурҡма… « („Если хочешь… Не бойся“)
  • 2006 — „Минең тауышты яҙҙыр“ („Запиши мой голос“)
  • 2012 — „Мин ышанам…“ („Я верю…“)
  • 2018 — „Өндәшмәйсә ҡалма“ (23 февраль сығарылған) („Не молчи…“)

Иң билдәле йырҙары

үҙгәртергә
  • „Аҡ розалар“ („Белые розы“)
  • „Сал төн“ („Седая ночь“)
  • „Бала саҡ“ („Детство“)
  • „Ҡурҡма“ („Не бойся“)
  • „Онот“ („Забудь“)
  • „Ал кис“ („Розовый вечер“)
  • „Йәй“ („Лето“)
  • „Иреүсе ҡар“ („Тающий снег“)
  • „Тет-а-тет“
  • „Йәй төҫтәре…“ („А лето цвета…“)
  • „Минең тауышты кассетаға яҙҙырт“ (Запиши мой голос на кассету»)
  • «Сығарылыш кисәһенән һуң» («После выпускного»)
  • «Класташтар» («Одноклассники»)
  • «Поездар» («Поезда»)
  • ""«Ты просто был»
  • «Йондоҙ» («Звезда»)
  • «Уның янында» («Рядом с ней»)
  • «Йондоҙло төн» («Звездная ночь»)
  • «Теҙләнеү» («И упав на колени»)
  • «Май кисе» («Майский вечер»)
  • «Һин бар инең» («Ты просто был»)
  • «Әсәй» («Мама»)
  • «Ышанам» («Я верю»)
  • «Аҡ розаларҙан» («От белых роз»)
  • «Татлы хыял» («Грёзы»)
  • «Раштыуала» («В Рождество»)
  • «Мин гитараға ҡушылам» («И я под гитару»)
  • «Сәс» («Волосы»)
  • «Иҫләйһеңме» («А помнишь…»)
  • «Тыуған көнөң менән» («С Днём Рождения»)

Видеоклиптары

үҙгәртергә
  • 1988 —"Иреүсе ҡар" («Тающий снег»)
  • 1989 — «Аҡ розалар» («Белые розы»)
  • 1989 — «Ал кис» («Розовый вечер»)
  • 1989 — «Йәй» («Лето»)
  • 1990 — «Һин бар инең» («Ты просто был»)
  • 1991 — «Минән һуң ишек яп» («Закрой за мною дверь»)
  • 1991 — «Барыһы ла бушҡа» («Все напрасно»)
  • 1994 — «Йондоҙло төн» («Звездная ночь»)
  • 1994 — «Тубыҡланыу» («И упав на колени»)
  • 2001 — «Онот» («Забудь»)
  • 2002 — «Сал төн» («Седая ночь»)
  • 2002 — «Онот» (2002 remix) («Забудь»)
  • 2002 — «Япраҡтар ҡойола» («Падают листья»)
  • 2002 — «Бала саҡ» («Детство»)
  • 2004 — «Ҡурҡма» («Не бойся»)
  • 2006 — «Минең тауышты кассетаға яҙҙырт» (Запиши мой голос на кассету")
  • 2008 — «Май кисе» («Майский вечер»)
  • 2011 — «Аҡ розаларҙан» («От белых роз»)
  • 2012 — «Йәй төҫтәре…» («А лето цвета…»)
  • 2013 — «Тет-а-тет»
  • 2015 — «Мин гитараға ҡушылам» («И я под гитару»)
  • 2017 — «Тыуған көнөң менән» («С Днём Рождения»)
  • 2018 — «Раштыуала» («В Рождество»)

Фильмографияһы

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Пел «Белые розы» и отзывался на кличку Шатун: учителя и журналисты вспоминают Юрия Шатунова — 2022.
  2. Russian singer Yuri Shatunov dies aged 48 — 2022.
  3. https://www.5-tv.ru/news/391427/nesvezij-infarkt-vraci-crb-domodedovo-15-casa-borolis-zazizn-uria-satunova/
  4. https://www.sovsport.ru/football/articles/2:1033200
  5. Интерфейс программирования приложения YouTube
  6. Официальная биография Юрия Шатунова на сайте shatunov.com
  7. Юра Шатунов стал сиротой при живых родителях // KP.RU — Уфа
  8. С. Кузнецов. Моя история
  9. Почём нынче ласковые? : док. фильм
  10. Юрий Шатунов: «В фильме „Ласковый май“ про меня правды нет» | Персона | Культура | Аргументы и Факты
  11. Юрий Шатунов снялся в сериале «Счастливы вместе»(недоступная ссылка)
  12. Выход диска
  13. В Москве скончался солист группы «Ласковый май» Юрий Шатунов. ИА «Башинформ», 23 июня 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 июнь 2022)
  14. http://terracloud.ru/?p=3068
  15. Официальная биография
  16. Юрий Шатунов — О семье
  17. Юрий Шатунов — биография, фото, видео, творчество 2011 йыл 26 ноябрь архивланған.
  18. Андрей Разин стал крёстным — Издательский Дом «Вечерний Челябинск» 2012 йыл 7 ғинуар архивланған.
  19. Крёстным отцом у сына Шатунова стал Андрей Разин — Новости шоу-бизнеса
  20. Новость - У Юрия Шатунова родилась дочь. Дата обращения: 14 март 2013. Архивировано 16 март 2013 года. 2013 йыл 16 март архивланған.
  21. Фан-клуб группы «Ласковый май»

Матбуғатта

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә