Чупакабра
Чупакабра (исп. chupҙан chupacabras «һурыу» + кабра «кәзә»: һүҙмә-һүҙ «һурыусы кәзә, вампир») — фәнгә билдәһеҙ йән эйәһе, ҡала легендаһы персонажы. Легенда буйынса, чупакабра хайуандарҙы (башлыса кәзәләрҙе) үлтерә һәм уларҙың ҡанын һура. Чупакабра йыш ҡына нәфис фильмдар, сериалдар, китаптар[1] һәм йәнһүрәттәр геройы булып тора. Чупакабраның барлығы тураһында ышаныслы мәғлүмәт юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, киң мәғлүмәт саралары төрлө төбәктәрҙән килгән шаһиттарҙың хәбәрҙәрен ваҡыты-ваҡыты менән таратып тора. Йыш ҡына ауырыуҙар йәки мутациялар һөҙөмтәһендә үҙгәргән хайуандарҙы (эт, койот, төлкө, шакалдар) чупакабра тип ҡабул ителә[2][3].
Чупакабра | |
Мифология |
имеш-мимеш мистификациялар |
---|---|
Тип |
аждаһа, криптид |
Урыны |
барып етеүе ауыр урындар (джунгли һәм һаҙлыҡ) |
Шөғөлө |
малға һөжүм |
Билдәләре |
тиреһе йөн йәки тәңкә менән ҡапланған, арҡаһында йәки ян-яғында сәнскеләр урынлашҡан |
Атрибут |
ҡан |
Эллинизмда |
тевмес төлкөһө |
Чупакабра Викимилектә | |
Тарихы
үҙгәртергәЧупакабра тураһындағы ҡала риүәйәте башланыуы 1950-се йылдарға ҡарай. Пуэрто-Рикола ҡаны һурып алынған бер нисә үле кәзә табыла[4]. 1990 йылдар уртаһында легенда башлыса телевидение һәм интернет арҡаһында киң таралыу ала[5]. 1995 йылда, күрәһең, «Особь» фильмы[6] тәьҫораттары аҫтында чупакабра бейеклеге бер метр самаһы булған ике аяҡлы, аҡһыл йөнлө, ҡабырғаларында тырпайып торған сәнскеләре булған йән эйәһе булараҡ һүрәтләнә башлай[7]. 2000-се йылдар башында уны сусҡа моронло эткә йәки койотҡа дүрт аяҡлы йән эйәһе булараҡ һүрәтләйҙәр[7].
Табылыуы тураһында хәбәрҙәр
үҙгәртергәЧупакабра тураһында тәүге хәбәрҙәр Пуэрто-Риконан, һуңынан 1990-сы йылдар уртаһында була. Уның тураһында легенданың таралыуына һәм популярлығы артыуына ҡарап, Доминикан Республикаһында, Аргентинала, Боливияла, Чилиҙа, Колумбияла, Бразилияла, Гондураста, Мексикала һәм Латин Америкаһының башҡа илдәрендә, шулай уҡ АҠШ-та чупакабралар табылыуы тураһында хәбәрҙәр тарала.
2005 йылда фермер Реджи Лагов малына һөжүм иткән йөнһөҙ, эткә оҡшаш йән эйәһен ҡапҡанға эләктерә[8]. ДНК тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһендә йән эйәһенең бик ҡарт койот булыуы асыҡлана[9].
Чупакабраның барлығын раҫлаған ышаныслы фәнни мәғлүмәттәр юҡ. Ҡайһы бер илдәрҙең ғилми учреждениелары был йән эйәһе ҡалдырған эҙҙәр нигеҙендә тикшеренеүҙәр алып бара[9][10].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Увечье скота
- Чупакабра Башҡортостанда[11][12][13].
- Таң гәзите. 11 март 2023 Ғәлиәкбәр ауылына урмандан ғәҙәти булмаған ҡунаҡ килгән
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Тимошенко Н., Обухова Л. Сотканная из тумана. — М.: «Эксмо», 2019. — 352 с. — ISBN 978-5-04-108338-0
- ↑ Денис Мишин. Чупакабра . world.лib.ru (11 февраль 2004). — «Чупакабра охотится ночью и многие её видели...» Дата обращения: 18 июль 2009.(недоступная ссылка)
- ↑ Игорь Серов. На Черниговщине мама чупакабры теперь воет по ночам . Сегодня.ua (6 август 2010). Дата обращения: 19 август 2010. Архивировано из оригинала 22 октябрь 2010 года.
- ↑ How Chupacabras Work
- ↑ Cordelia Candelaria,Peter J. García,Arturo J. Aldama. Encyclopedia of Latino popular culture
- ↑ Сhupacabra. Skeptic’s Dictionary
- ↑ 7,0 7,1 Chupacabra Science: How Evolution Made a Mythical Monster
- ↑ Эльвира Кошкина. В США поймали чупакабру — убийцу домашних животных (29 август 2005). Дата обращения: 18 июль 2009. Архивировано из оригинала 8 июль 2009 года. 2009 йыл 8 июль архивланған.
- ↑ 9,0 9,1 В США раскрыта тайна «чупакабры», терроризировавшей мексиканских и американских фермеров . NEWSru.com (2 ноябрь 2007). Дата обращения: 18 июль 2009. Архивировано из оригинала 29 май 2009 года.
- ↑ В сентябре 2009 года мифическая Чупакабра была поймана в Америке.
- ↑ 14 декабрь, 2020, Башҡортостанда ике «чупакабра» фототоҙаҡҡа эләккән
- ↑ 30 июль, 2020, Чупакабра һөжүм итһә…
- ↑ 17 ноябрь, 2022, …Һәм тағы ла чупакабра?