Чичаррон (исп. chicharrón) ҡыҙҙырылған сусҡа тиреһенән әҙерләнгән ашамлыҡ. Ҡайһы берҙә тауыҡ, һыйыр йәки һарыҡ итенән әҙерләйҙәр.

Чичаррон
исп. chicharrón
Рәсем
Дәүләт  Парагвай
Ил  Испания
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән свиная шкурка[d] һәм пашина[d]
Етештереү урыны Андалусия[d]
Кухня (аш-һыуы) андалусская кухня[d]
 Чичаррон Викимилектә

Чичаррон Андалусия, Испания, һәм Латин Америкаһында популяр һәм Аргентина, Боливия, Бразилия (унда torresmo тип атала), Колумбия, Куба, Доминика Республикаһы, Гватемала, Гондурас, Сальвадор, Мексика, Никарагуа, Панама, Перу, Филиппин, Пуэрто-Рико, Венесуэла, һәм башҡа илдәрҙә традицион аш-һыуының өлөшө булып тора. Чичарронды ғәҙәттә сусҡа итенең төрлө киҫәктәренән, ләкин ҡайһы берҙә һарыҡ итенән, ә Аргентинала һыйыр итенән әҙерләйҙәр. Коста-Рикала чичарронды сусҡа йәки итенең башҡа өлөштәренән эшләйҙәр, тиреһен һирәк ҡулланалар.

Сусҡа тиреһен ҡулланғанда уға тәмләткестәр өҫтәйҙәр һәм ҡыҙҙыралар. Мексикала чичарронды токо йәки salsa verde соусы менән ашайҙар[1]. Латин Америкаһында айырым ҡабымлыҡ итеп ҡулланалар, йәки апера эслегендә һәм төрлө аш һәм аш тәмләткестәр составында ҡулланыла. Флаг Венесуэлы — Үҙәк Венесуэлала чичаррон ғәҙәттә, автомагистраль буйҙарында ҡабымлыҡ сифатында һатыла. Сусҡа тиреһе һәм ит менән ҙур күләмдәге кетерләүек өлөштәрҙән ғибәрәт.

Перу — Перуҙа чичарронды ҡабымлыҡ кеүек ашайҙар, тауыҡ итенән булған варианты тәме менән Ҡушма Штаттарҙа  һатылған ҡыҙҙырылған тауыҡҡа оҡшаған (tastes like chicken lol). Гарниры үҙ эсенә ҡыҙыл һуған, тәмләткес, ҡыҙҙырылған маниоктан торған тәмләткесте ала. Чичарронды шулай уҡ балыҡтан да эшләргә мөмкин.

Сueritos төрө ҡыҙҙырыу урынына һеркәлә маринадланған сусҡа тиреһенән эшләнә. Ҡабымлыҡ кеүек ашайҙар.

Мексика флагы — Ҡабымлыҡтар етештереүгә махсуслашҡан Мексика «Barcel» компанияһы 1980 йылдан чили боросо һәм лайм тәме менән вегетариан версияһын сығара. Chicharrón de Puerco һәм chicharrón de cerdo Мексиканың күп кенә аҙыҡ-түлек компаниялары тарафынан һатыла.

Пуэрто-Рико флагы — Пуэрто-Рикола чичарронды шулай уҡ тауыҡ итенән эшләйҙәр. Әҙерләүҙең ике ысулы бар. Беренсеһе — ром, лимон һуты, тоҙ һәм иҙелгән яңы һарымһаҡ ҡатнашмаһында төнгә ҡалдырып маринадлау. Ҡыҙҙырыр алдынан adobo seco һәм паприка менән ҡатыштырлған онда әүәләйҙәр. Икенсе ысулы — тауыҡты йомортҡа һәм Табаско соусы ҡатнашмаһына манып алалар һәм һуңынан adobo seco, паприка һәм кайен боросо менән онда әүәләйҙәр. Сусҡа чиччаронын ғәҙәттә ваҡлайҙар һәм mofongo өҫтәйҙәр.

Филиппиндар филиппин телендә яҙылыуынса tsitsaron (хәҙер chicharrón варианты ла мөмкин), ғәҙәттә, һеркәлә туралған чили боросо йәки bagoong пастаһы, бауыр соусы lechon, йәки atchara тип аталған маринадланған папайя менән ашайҙар. Шулай уҡ тауыҡ тиреһенән әҙерләнгән Tsitsarong manok популяр булып тора.

Боливия — Боливияла чичарронды һарымһаҡ, орегано һәм лимон менән тәмләндерелгән сусҡа ҡабырғаларынан эшләйҙәр. Уларҙы бешерәләр, һуңынан тәмен яҡшыртыр өсөн һыра йәки chicha өҫтәп, үҙенең һутында әҙерләйҙәр. Сусҡанан эшләнгән чичарронды тик йәкшәмбе көндәрендә генә бирәләр һәм llajwa соусы, томат сальсаһы һәм mote менән ашайҙар. Балыҡ һәм тауыҡ итенән әҙерләнгән чичаррондың төрҙәре бар.

Доминикан Республикаһы флагы — Доминикан Республикаһында чичаррон, бигерәк тә тауыҡтан эшләнгәнде (pica-pollo булараҡ билдәле), ғәҙәттә тостондар менән ашайҙар. Йыуылған һәм бәләкәй киҫәктәргә киҫелгән тауыҡты ҡоротҡансы һөртөп, лимон һуты, тоҙ һәм соя соусы ҡатнашмаһы менән тәмләндерәләр. Он, борос, тоҙ һәм паприка ҡушылған ҡамырҙы пластик пакетҡа һалалар һәм уға ит ҡушып һелкетеп болғаталар. Киҫәктәрҙе һарғылт кетерләүек ҡабыҡҡа тиклем ҡыҙҙыралар

АҠШ флагы — чичарронды ғәҙәттә сусҡа тиреһенән әҙерләйҙәр һәм пластик пакеттарҙа һаталар. Нью-Мексико был исем аҫтында йыш ҡына ҡыҙҙырылған сусҡа майын күҙ уңында тоталар (һыҙлыҡтар, ҡайһы берҙә ит киҫәге менән).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә