Чибурданидзе Майя Григорьевна

Майя Григорьевна Чибурданидзе (17 ғинуар 1961 йыл, Кутаиси, Грузин ССР-ы) — СССР һәм Грузия шахматсыһы, 1978—1991 йылдарҙа шахмат буйынса алтынсы донъя чемпионы. Шахмат олимпиадаларының туғыҙ тапҡыр еңеүсеһе (биш — СССР командаһы составында, дүрт — Грузия командаһы составында). 1978 йылдан — СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры, ә 1984 йылдан — гроссмейстер.

Майя Григорьевна Чибурданидзе
Илдәр:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Грузия Грузия

Тыуыу датаһы:

17 ғинуар 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (63 йәш)

Тыуған урыны:

Кутаиси, Грузин ССР-ы

Дәрәжәһе:

гроссмейстер (1984)

Максималь рейтингы:

2560 (ғинуар1988)

Актуаль рейтингы:

Ҡалып:Рейтинг ЭЛО Ҡалып:Рейтинг ЭЛО

Наградалары һәм премиялары:

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

ФИДЕ сайтында шәхси карточкаһы
Chess DB сайтында шәхси карточкаһы

 Майя Григорьевна Чибурданидзе Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Тбилиси медицина институтын «кардиология» һөнәре буйынса тамамлай.

Григорий Чибурданидзеның ғаиләһендә бөтә балалары ла шахмат уйнай. Өлкәндәре кеселәрен өйрәтә, ә һуңынан кеселәре өлкәндәрен еңә. Мәҫәлән, һигеҙ йәшлек Майя, уны уйнарға өлкән ағаһы Реваз өйрәтә, тиҙҙән политехник институтының икенсе курс студенткаһы булған апаһы Лемараны еңә башлай.

Майяның уңыштары өйҙәгеләрҙе ғәжәпләндермәй, сөнки ул 3 йәштә уҡырға өйрәнә, 5 йәшендә өс урынлы һандар менән еңел эш итә. Мәктәптә иң яҡшы уҡыусыларҙан һанала. Тик ул бигерәк тә шахмат уйнарға ярата һәм бөтөр буш ваҡытын Кутаиси Пионерҙар һарайында үткәрә.

1971 йылдың яҙында 10 йәшлек Майя мәктәп уҡыусылары араһында Грузия чемпионы була.

Спорт ҡаҙаныштары

үҙгәртергә
 
Чибурданидзе 2007 йылда

12 йәшендә Майяны Югославия менән матчта СССР командаһы сооставына индерәләр. Халыҡ-ара мастер В. Калхбреннер менән уйнап, ул дүрт партияның барыһында ла еңеү яулай! Шул уҡ ваҡытта уларҙа һөжүмдә төрлөсә алып бара: тәүге осрашыуҙа тыныс ҡына маневрҙар яһай, икенсеһендә — һөҙөмтәле һөжүм итә, өсөнсөһөндә — нескә итеп эндшпиль үткәрә, дүтенсеһендә, ниһайәт, иҫ киткес комбинациялар яһай. Нәҡ шул ваҡытта гроссмейстер Б. Ивков Майяны «ҡатын-ҡыҙ Фишер» тип атай.

Майя өсөн шахмат уйын түгел, ә тормош рәүеше була. 17 йәшендә ул 500 йыл тирәһе етди партиялар уйнай. Был ваҡытта Майя СССР чемпионы, дәғәүәселәр матчында еңеүсе, донъя чемпионы Н. Гаприндашвилиҙың дәғүәсеһе була.

1978 йылда Пицунда шифаханаһында, Ҡара диңгеҙ яры буйында, Гаприндашвили — Чибурданидзе матчы уҙа. Ул партиянан тора. Майя баштан уҡ лидерлыҡты ҡулына ала һәм уны аҙаҡҡа тиклем һаҡлап, 8,5:6,5 иҫәбе менән еңеү яулай.

Нонаның өлгөһөнә эйәреп, Майя бик йыш ир-ат турнирҙарында ҡатнаша башлай. Барселонаның «Коста Каталан» традицион халыҡ-ара турнирында, 1979 йылдың көҙөндә, Майя гроссмейстер Эдуард Гуфельд һәм халыҡ-ара мастер СтефаноТатаи (Италия) менән 1-3-сө урындарҙы бүлешә.

Майя көслө шахматсы исемен Нано Александрия (1981), Ирина Левитина (1984), Елена Ахмыловская (1986) һәм Нано Иоселиани (1989) менән дүрт матчта яҡлап ҡала. Ошо йылдарҙа ул халыҡ-ара ир-аттар турнирҙарында ла уңыштарға өлгәшә: Нью-Дели (1984) — 1-се урын, Баня-Лука (1985) — 1-се урын, Бильбао (1987) — 3-4-се урын, Брюссель (1987) − 2-се урын. 1986 йылда Майя Югославия гроссмейстеры Петар Попович менән тигеҙ иҫәпкә уйнай — 4:4. 1984 йылда ул гроссмейстер исеменә лайыҡ була.

Был 1991 йылда, яңы дәғүәсеһе — Ҡытай шахматсы Се Цзюнь тарафынан көслө ҡаршылыҡҡа осрап, Майя планетаның беренсе шахматсыһы исемен ҡулынан ысҡындыра.

Чибурданидзе — шахмат олимпиадалары тарихында туғыҙ тапҡыр еңеү яулаусы берҙән-бер шахматсы. Ул был 1978, 1980, 1982, 1984, 1986 йылда — СССР, 1992, 1994, 1996, 2008 йылда Грузия йыйылма командаһы өсөн сығыш яһап лайыҡ була.

Наградалары

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Гуфельд, Э. Семнадцать вёсен Майи : О М.Чибурданидзе .— М. : Физкультура и спорт, 1980 .— 111с. : ил.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Алдан килеүсе:
Гаприндашвили Нона Терентьевна
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса донъя чемпионы
19781991
Һуңынан килеүсе:
Се Цзюнь