Чехов Александр Павлович
Чехов Александр Павлович (3 сентябрь (15 сентябрь) 1855 йыл, Таганрогҡа яҡын Большая Крепкая ст.— 30 май 1913 йыл, Санкт-Петербург) — прозаик, публицист, мемуарист. Антон Павлович Чехов һәм Михаил Павлович Чеховтың өлкән ағаһы, актер һәм режиссер Михаил Александровичтың атаһы.
Чехов Александр Павлович | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Псевдоним | Агафопод, Агафопод Единицин, Алоэ һәм А. Седой |
Тыуған көнө | 3 (15) сентябрь 1855 |
Тыуған урыны | Таганрог, Дон Ғәскәре өлкәһе[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 30 май (12 июнь) 1913 (57 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | рак гортани[d] |
Ерләнгән урыны | Литераторские мостки Волковского кладбища[d] |
Атаһы | Павел Егорович Чехов[d] |
Әсәһе | Евгения Чехова[d] |
Бер туғандары | Мария Павловна Чехова[d], Чехов Антон Павлович, Николай Павлович Чехов[d] һәм Михаил Павлович Чехов[d] |
Балалары | Михаил Александрович Чехов[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | яҙыусы, журналист |
Эшмәкәрлек төрө | творческое и профессиональное письмо[d][2] һәм журналистика[2] |
Уҡыу йорто |
Мәскәү университетының физика-математика факультеты Гимназия № 2 имени А. П. Чехова[d] |
Чехов Александр Павлович Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергә1855 йылдың 10 авгусында мещан-сауҙагәр ғаиләһендә тыуған. Атаһы — Павел Егорович Чехов (1825—1898), әсәһе — Евгения Яковлевна Чехова, ҡыҙ фамилияһы Морозова (1835—1919).
Таганрог ирҙәр гимназияһында уҡый, уны 1875 йылда көмөш миҙал менән тамамлай.
Мәскәү университетының физика-математика факультетының тәбиғи бүлегендә юғары белем ала, алты тел белә. Студент йылдарында «Зритель», «Москва», «Будильник» юмористик журналдарында баҫтырыла, шуның менән йәш Антон Чеховтың баш ҡала журналистикаһы донъяһына ылығыуына булышлыҡ итә.
1881 йылдан Анна Ивановна Хрущева-Сокольникова менән граждандар никахында йәшәй (1847—1888). Уның ике улы Николай һәм Антон «законһыҙ» тип иҫәпләнәләр. Анна Ивановна менән Александр Павловичтың 1883 йылда ҡыҙҙары Мария тыуа, уны Александр Павлович иркәләп Мося тип атай, тик бер нисә йыл үткәс ул үлә.
1882 йылда университетты тамамлағандан һуң сиратлап Таганрог (1882—1886), Петербург (1885) һәм Новороссийск (1885—1886) таможняларында хеҙмәт итә. Таганрогта Одесса гәзитендә баҫтырып сығарған урындағы таможняла енәйәттәр тураһында донъя шаулатҡан повесы өсөн эштән бушатыла.
Ағаһы Антондың яҡлауы буйынса 1886 йылда «Новое время» гәзитенә эшкә урынлаша. Агафопод, Агафопод Единицин, Алоэ, аҙаҡ — А Седой псевдонимдары аҫтында яҙа.
1888 йылда Александр Павлович тол ҡала, ә киләһе йылда үҙенең балаларының гувернанткаһы Наталья Александровна Гольден (1855—1918) менән никахлаша, уларҙың улы Михаил (1891—1955) һуңынан билдәле артист булып китә.
1892—1894 йылдарҙа «Слепец» журналының баш мөхәррире булып эшләй.
1913 йылдың 17 майында Санкт-Петербургта тамаҡ «яман шешенән» вафат була. Петербургта Волково зыяратында ерләнгән.
Айырым баҫылып сыҡҡан китаптары
үҙгәртергә- А. П. Седой. В погоне за теплом и солнцем. — СПб., 1913;
- А. Седой (Чехов). Из детства А. П. Чехова. — СПб., 1912;
- А. Седой. В гостях у дедушки и бабушки. — СПб., 1912;
- А. Седой (Ал. Чехов). Хорошо жить на свете! Повесть. — СПб., 1904;
- А. Седой. Княжеские бриллианты [и др. рассказы]. — СПб., 1904;
- А. Седой. Святочные рассказы. — СПб., 1895;
- А. Седой. Птицы бездомные [и др. рассказы]. — СПб., 1895;
- Александр Чехов. Исторический очерк пожарного дела в России. — СПб., 1892.
Мәҡәләләре
үҙгәртергә- Чехов А. Исторический момент в области современной геологии // «Исторический Вестник». — 1901. — Февраль. — Т. LXXXIII.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башлыҡ Е. А. Александр Павлович Чехов // Таганрог Энциклопедия. — Ростов-на-дону: Ростиздат, 2003. — С. 424 — ISBN 5-7509-0662-0.
- Александр һәм Антон Чехов. Иҫтәлектәр, хаттар / Сост., подг. текст һәм коммент. Гушанский Е, И. Кузьмичев. — М.: Зажаров, 2012. — 960 б.. — (Биографияһы һәм мемуар). — 3000 экз. — ISBN 978-5-8159-1136-9.
- Э Нехамкин Суперактер: Чехов Михаил Тураһында. — (Рус американдар)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сочинения Чехова на сайте Lib.ru: Классика
- «В гостях у дедушки и бабушки» — история путешествия Саши и Антоши Чеховых в дальнюю деревню
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #1030274711 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 Чешская национальная авторитетная база данных