Чернышёв дивизионы

Чернышёв дивизионы — спорт, географик һәм башҡа принциптар нигеҙендә командаларҙы бүлеү маҡсаты менән 2008 йылда нигеҙләнгән Континенталь хоккей лигаһының дүрт дивизионының береһе. Был дивизион Көнсығыш конференцияһы составына инә.

Совет хоккей мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, «Динамо» командаһы составында СССР-ҙың беренсе чемпионы титулын яулаған билдәле уйынсы Аркадий Чернышёв иҫтәлегенә дивизионға уның исеме бирелгән.

Дивизион составы үҙгәртергә

2008/2009 йылдар миҙгеле үҙгәртергә

2009/2010 йылдар миҙгеленән һуң үҙгәртергә

Был миҙгелдә Континенталь хоккей лигаһы командалары географик принцип нигеҙендә икешәр дивизиондан торған Көнсығыш һәм Көнбайыш конференцияларына бүленде. Чернышёв дивизионы Көнсығыш конференцияһы составына индерелде. Уның командалары:

2013/2014 йылдар миҙгеленән башлап үҙгәртергә

Был миҙгелдә дивизион эсенә яңы төҙөлгән «Адмирал» хоккей клубы инә.

2016/2017 йылдар миҙгелендә үҙгәртергә

Был миҙгелдә дивизион составына Ҡытайҙан «Куньлунь Ред Стар» командаһы керә.

2017/2018 йылдар миҙгеле үҙгәртергә

Был миҙгелдә дивизион составынан Новокузнецкиҙан «Металлург» командаһы сығарыла.

2019/2020 йылдар миҙгеленән алып үҙгәртергә

Был миҙгел алдынан Новосибирскиҙан «Себер» командаһы Харламов дивизионына күсерелә.

Чернышёв дивизионы
Команда Ҡала Арена Нигеҙләнгән КХЛ Дивизионды еңеү Конференцияны еңеү Гагарин Кубогы Баш тренер Капитан
Авангард   Омск Балашиха Арена 1950 2008 2011-2013, 2016—2017 2012, 2019   Боб Хартли   Алексей Емелин
Адмирал   Владивосток Фетисов-Арена 2013   Сергей Светлов   Константин Глазачев
Амур   Хабаровск Платинум Арена 1957 2008   Александр Гулявцев   Максим Кондратьев
Барыҫ   Астана Барыҫ-Арена 1999 2008 2014, 2019   Андрей Скабелка   Даррен Диц
Куньлунь Ред Стар   Пекин Шоуган Арена 2016   Курт Фрэйзер   Брэндон Ип
Салауат Юлаев   Өфө Өфө-Арена 1961 2008 2009*, 2010, 2018 2011 2011   Николай Цулыгин   Григорий Панин
* «Салауат Юлаев» 2009 йылда Чернышёв дивизионын түгел, ә Бобров дивизионын еңә

Дивизион еңеүселәре үҙгәртергә

Гагарин кубогын яулаусылар үҙгәртергә

КХЛ йондоҙҙар уйыны үҙгәртергә

2017 йылдан башлап КХЛ йондоҙҙар уйынының форматы үҙгәре, хәҙер ул дүрт команда ҡатнашлығында үткән мини-турнир була. Көнсығыш конференцияһына ингән дивизиондар үҙ-ара ярымфиналда, кем финалға сыға икәнен, билдәләй. Чернышёв дивизионы тәүге шундай турнирҙы еңә. Әле был дивизион иҫәбендә КХЛ йондоҙҙар уйынында ике еңеү бар.

Һылтанмалар үҙгәртергә