Бобров дивизионы — спорт, географик һәм башҡа принциптар нигеҙендә командаларҙы бүлеү маҡсаты менән 2008 йылда нигеҙләнгән Континенталь хоккей лигаһының дүрт дивизионының береһе. Был дивизион Көнбайыш конференцияһы составына инә.

Совет футболы һәм хоккейы легендаһы Всеволод Бобров иҫтәлегенә аталған.

Дивизион составыҮҙгәртергә

2008/2009 йылдар миҙгелеҮҙгәртергә

2009/2010 йылдар миҙгелеҮҙгәртергә

Был миҙгелдә Континенталь хоккей лигаһы командалары географик принцип нигеҙендә икешәр дивизиондан торған Көнсығыш һәм Көнбайыш конференцияларына бүленде. Бобров дивизионы Көнбайыш конференцияһы составына индерелде. Уның командалары:

2010/2011 йылдар миҙгелеҮҙгәртергә

«Динамо» Минск Тарасов дивизионына күсә.

2011/2012 йылдар миҙгелеҮҙгәртергә

Дивизионға словакияның «Лев» командаһы керә.

2012/2013 йылдар миҙгелеҮҙгәртергә

Дивизионға «Витязь», «Донбасс» һәм «Слован» керә, ә Тарасов дивизионына «Спартак» һәм ЦСКА командалары күсте.

2013/2014 йылдар миҙгелеҮҙгәртергә

«Медвешчак» һәм ЦСКА дивизион составына инәләр, ә «Витязь» кире Тарасов дивизионына ҡайта.

2014/2015 йылдар миҙгелендәҮҙгәртергә

Финанс мәсьәләләр арҡаһында «Лев» дивизиондан сыға һәм ЦСКА тағы ла Тарасов дивизионына ҡайта. Уларҙың урындарын «Атлант» һәм «Йокерит» ала.

2015/2016 йылдар миҙгеленән башлапҮҙгәртергә

Финанс мәсьәләләр арҡаһында «Атлант» дивизион составынан сыға. Уның урынына үткән миҙгелдә ҡатнашмаған «Спартак» командаһы килә.

КХЛ 2017/2018 йылдар миҙгеленән башлапҮҙгәртергә

Дивизион һәм Лига составынан «Медвешчак» командаһы сығарыла.

2018/2019 йылдар миҙгеленән алыпҮҙгәртергә

Тарасов дивизионына күскән Минскиҙан «Динамо» һәм Братиславанан «Слован» урынына шул уҡ дивизиондан Мәскәүҙең «Динамо» һәм Череповецтан «Северсталь» күсә.

Бобров дивизионы
Команда Ҡала Арена Нигеҙләнгән КХЛ Дивизионды еңеү Конференцияны еңеү Гагарин кубогы Баш тренер Капитан
Динамо   Мәскәү ВТБ Арена 1946 2008 2011, 2014* 2012, 2013 2012, 2013   Владимир Крикунов   Вадим Шипачёв
Динамо   Рига Арена Рига 1946 2008   Гиртс Анкипанс   Лаурис Дарзиньш
Йокерит   Хельсинки Хартвалл Арена 1967 2014 2016   Лаури Марьямяки   Петер Регин
Северсталь   Череповец Боҙ һарайы 1956 2008   Андрей Разин   Юрий Трубачёв
СКА   С.-Петербург Боҙ һарайы 1946 2008 2010, 2012—2015, 2017—2019 2015, 2017 2015, 2017   Алексей Кудашов   Сергей Плотников
Спартак   Мәскәү ЦСКА Арена 1946 2008 һәм 2015   Олег Знарок   Андрей Кутейкин
* Мәскәүҙән «Динамо» 2014 йылда Бобров дивизонын түгел, ә Тарасов дивизионын еңә

Дивизион еңеүселәреҮҙгәртергә

Гагарин кубогын яулаусыларҮҙгәртергә

КХЛ йондоҙҙар уйыныҮҙгәртергә

2017 йылдан башлап КХЛ йондоҙҙар уйынының форматы үҙгәре, хәҙер ул дүрт команда ҡатнашлығында үткән мини-турнир була. Көнбайыш конференцияһына ингән дивизиондар үҙ-ара ярымфиналда, кем финалға сыға икәнен, билдәләй.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә