Чанакья (санскр. चाणक्य Cāṇakya IAST; 370—283 б.э.т.), шулай уҡ Каутилья, Вишнугупта һәм Ватсьяяна исеме менән билдәле — Һиндостан тарихында билдәле брахман, Чандрагуптаны Магадха батшалығы тәхетенә ултыртыуҙа (беҙҙең эраға тиклем 321 йыл) һәм элекке династия Нанданы (б.э.т. 317 йыл) юҡ итеүҙә ҙур роль уйнай. Ул үҙенең хәйләкәр һәм нескә сәйәси аҡылы менән айырылып торған. Һиндостан тарихсылары уны Макиавелли менән сағыштыра, уның әҫәрҙәре 1800 йылдан һуң ғына донъя күрә. Уның ҡәләме сәйәсәт һәм әхлаҡ тураһында «Чанакья Сутра» тип аталған трактат, шулай уҡ Чанакья Раджанитишастра трактаты менән баһалана. Шулай уҡ Каутилья һәм Вишнугупт исеме аҫтында "Артхашастра"ның сәйәси трактаты авторы булып тора[1], был Санскритта «Файҙа тураһында фән» тигәнде аңлата. Был эш б.э.т. IV быуат дауамында рәсмиләштерелә. Донъяла махсус хеҙмәттәр эшмәкәрлегенең төп принциптары формулировкаланған тәүге китап һанала. Чанакья иҡтисад һәм политология өлкәһендә пионер булып һанала, уның төп хеҙмәте классик иҡтисадтың мөһим башланғысы булып тора[2][3][4][5]. Чанакья Таксиланың боронғо белем биреү үҙәгендә уҡытыусы була, шулай уҡ һинд субконтинентында беренсе булып берҙәм Маурьялар империяһын төҙөү өсөн яуаплы була. Уның әҫәрҙәре Гупта империяһы тамамланыуға барғанда юғала, 1909 йылға тиклем баҫылмай.

Чанакья
Тыуған көнө

370 б.э.т.

Вафат булған көнө

283 б.э.т.

Вафат булған урыны

Патлипутра

Гражданлығы

Ер Һиндостан

 Чанакья Викимилектә

Чанакья — санскрит шағиры һәм драматургы Вишахададатаның «Мудраракшаса» драмаһының төп геройы.

Тарихи сығанаҡтар

үҙгәртергә

Күренекле һинд брахманы Чанакьяның тормош ваҡиғаларын билдәләүҙә һәм төп нөсхә образын тергеҙеүҙә проблема бар. Мәҫәлән, ул ваҡытта уның хужаһы булған маурий батшаһы Чандрагупта Маурья Мегасфендан башлап Марк Юниан, Помпей Трог һәм башҡа бик күп боронғо авторҙар тарафынан телгә алынһа ла, антик әҙәбиәттә Чанакья тураһында яҙылмаған. Шуныһы билдәле: Чандрагупта хакимлығы осоронда әлегә тиклем туранан-тура һинд сығышлы сығанаҡтар табылмаған.

Был йәһәттән ул заманының ҙур сәйәси ваҡиғаларына ҡағылышлы аҡыллы брахман. Был кешенең булыуының тарихи ысынбарлығы билдәле бер шиктәргә дусар ителгән. Ләкин был шиктәр, нигеҙҙә, Чанакьяның барлығы фактына түгел, ә уның менән бәйле деталдәргә ҡағыла. Мәҫәлән, Чанакья менән Каутияның ысынында төрлө кешеләр булыуы тураһында фекерҙәр бар. Чанакья Чандрагуптаның замандашы булмаған һәм уның менән бөйөк батшаның тарихын матурлап төҫмөрләү маҡсатын ҡуйған һуңғы легендалар аша ғына бәйләнгән тигән фекерҙәр бар. Чанакьяның барлығына ышаныу бик киң сығанаҡтар менән раҫлана, унда ул батша менән бер рәттән популяр легендар персонаж булараҡ та бар. Был легендаларҙың даталаныуы уларҙың Чандрагупта хакимлығына ҡарағанда күпкә һуңыраҡ барлыҡҡа килеүен күрһәтә. Һинд традицияларында бар, улар джайнизмға ла, индуизмға ла, буддизмға ла ҡағыла, Һиндостанда ғына түгел, сит илдәрҙә лә таралған.

Батшаның һәм Чанакьяның тормош юлын һүрәтләгән сығанаҡтарға Вишахадаттаның «Мудраракшаса» драмаһы, Цейлон йылъяҙмалары, пуран йыйынтыҡтары, Ачарья Хемачандраның әҫәрҙәре инә. Тикшеренеүселәр һинд легендаларының Чандрагупта тураһындағы хатлашыуын һәм боронғо тарихсылар ишеткән мәғлүмәттәрҙе билдәләй. Ошонда уҡ тарих эпизодтарын телгә алып, уларҙың дөрөҫлөгөн дә, Чанакья тураһында будда һәм джайн легендаларының оҡшашлығын да иҫбатларға мөмкин[6].

Биография

үҙгәртергә

Чанакьяның тыуған урыны аныҡ билдәле түгел, һәм был тема буйынса бер нисә теория бар[7]. Махавамса-Тики тексы буйынса Чанакьяның тыуған ере Таксила була[6][8]. Джайн ҡулъяҙмалары, мәҫәлән, Адбидхана Чинтамани, Көньяҡ Һиндостанда тыуып үҫкән тип, уны «Драмила» тип йөрөтәләр[8][9]. Джайн яҙыусыһы Ачарья Хемачандраның «Паришиштапарва» тексы буйынса Чанакья Голла өлкәһенең Чанака ауылында Шанин исемле брамин һәм уның ҡатыны Чанесвари ғаиләһендә тыуған[10]. Башҡа сығанаҡтарҙа уның атаһының исеме Чанак булған тип иҫәпләйҙәр, шунлыҡтан уның исеме «Чанакья»[11].

Чанакья белемде Һиндостандың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан боронғо уҡыу үҙәге Такшашилала ала (хәҙерге — Пакистан территорияһы)[12]. Һуңыраҡ ошо урында уҡытыусы (ачарья) булып китә. Чанакья тормошо ике ҡала менән бәйле: Таҡшашила һәм Паталипутра. Паталипутра Магадха короллегенең баш ҡалаһы була, ул Паталипутра Уттарапата менән тоташҡан була. Уттарапата — боронғо сауҙа юлы.

Империя Нанда сәскә атҡан осоро.
Империя Маурьев Нанда империяһы баҫып алғандан һуң Чандрагупта тарафынан нигеҙ һалынған ваҡытта.
Чандрагупты империяһының киңәйгәндән һуң сиктәре.

Чанакья һәм Чандрагупта еңелгән Нанда империяһын үҙ биләмәләренә ҡуша, шунан һуң Маурия империяһына нигеҙ һалына.

Маурия империяһы булдырылғандан һуң Чанакья Чандрагуптаға кәңәшсе сифатында хеҙмәт итеүен дауам итә. Был осорҙа тәхет вариҫы — Биндусара тыуа. Халыҡ легендаһы буйынса, Чандрагуптаның улы тыуғанда ҡатынының үлемендә өлөшләтә Чанакья ғәйепле була, ләкин ул сабыйҙың ғүмерен һаҡлап ҡала[13][14]. Биндусараның исеме «бинду» һүҙенән килеп сыҡҡан, тамсы (тыуғанда Биндусараға ағыу йоҡторған ҡан тамсыһы төшкән)[15][16].

Биндусара үҫеп еткәс, Чандрагупта тәхетте ташлап китә һәм изге Ачарья Бхадрабаху артынан хәҙерге Карнатакаға бара, унда ул Шраванабелаголда ҡала. Джайн йолаһы буйынса рөхсәтһеҙ аслыҡтан үлгәнгә тиклем бер нисә йыл шунда йәшәй. Чанакья был ваҡытта батша янында ҡала, йәш Биндусараның кәңәшсеһе һәм остазы булып хеҙмәт итә. Чанакьяның үлеменең ысын сәбәбе билдәһеҙ һәм бәхәс темаһы булып тора. Бер легенда буйынса, ул джунглиға китә һәм аслыҡтан үлә[17].

Ачарья Хемачандра телгә алған тағы бер легенда буйынса, Чанакьяның дошманы — Биндусара министрҙарының береһе Субандху була. Бер көндө Субандху Биндусараға әсәһенһең үлемендә Чанакья ғәйепле булыуы тураһында хәбәр итә. Ул үҙе тыуғанда булған ҡатын-ҡыҙҙарға мөрәжәғәт итә. Улар Субандхуның һүҙҙәрен раҫлай. Биндураса был хәбәрҙе ишетеп ярһый. Ҡарт Чанакья батшаның ярһыуын белеп. үҙ-үҙенә ҡул һалырға ҡарар итә. Джайн йолаһы буйынса, ғүмерен өҙөү өсөн аслыға башлай. Был ваҡытҡа батша ысынында Чангакья әсәһенең үлеме өсөн ғәйепле булмауын, уның үлеме бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә икәнлеген белә. Биндураса Субандхунан Чанакьяға уға асыу тотмауы тураһында хәбәр итеүен һорай. Ләкин Субандху быны эшләмәй, ул, киреһенсә, Чанакьяны тереләй яндырып алдай[18].

Әҙәби хеҙмәттәренең эстәлеге

үҙгәртергә

Чанакьяның «Артхашастра» китабында аҡса-кредит һәм һалым-тәьминәт сәйәсәте, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм хәрби стратегиялар мәсьәләләре ентекле тикшерелә. Тағы бер әҫәре «Нити Шастра» (әхләҡ буйынса нәсихәттәр) — идеаль йәшәү рәүеше тураһындағы трактат, авторҙың һинд йәшәү рәүешен тәрән белеүен күрһәтә. Чанакья тарафынан «Нити сутра» (йәки Чанакья сутраһы) кешеләргә дөрөҫ тәртип тураһында һөйләүсе афоризмлары эшкәртелә. Билдәле 455 сутраның яҡынса 216-һы «Чанакья Раджанитишастра»ға ҡарай (батшалыҡ менән идара иткәндә быны эшләү мөмкин түгел). Күрәһең, Чанакья был сутраларҙы йәш Чандрагуптаға һәм башҡа һайланған шәкерттәргә дәүләт идаралығы сәнғәтенә өйрәтеү өсөн ҡулланғандыр.

Чанакья бик белемле кеше булған. Шулай уҡ астрология буйынса ҙур белемгә эйә. Чанакьяның астрология тураһындағы фекерҙәре менән «Саравали» тигән әҫәрендә танышырға мөмкин.

Чанакья тураһында легендалар

үҙгәртергә
 
Серебряная монета Империи Маурьев, с символами колеса и слона (III столетие до н. э.)

Тарихсы Томас Траутман Чанакья легендаларының төрлө варианттары өсөн уртаҡ булған түбәндәге элементтарҙы һанап үтә:[19]

  • Чанакья тулы тештәр тупланмаһы менән тыуа, был уның юғары хаким буласағына ишара була, ләкин брамин кастаһында тыуған брамин өсөн был урынлы булмай. Шуның өсөн уның тештәрен һуыралар, шунан һуң Чанакьяның икенсе кеше аша хакимлыҡ итәсәге тураһында иғлан ителә.
  • Һуңыраҡ ҡыуылған Нанда династияһы батшаһы Чанакьяны үҙенең арҡаҙаштары араһынан ситләштерә, был Чанакьяны үс алырға ант итергә этәрә.
  • Чанакья үҙ сәйәсәтен алып барыу өсөн лайыҡлы кандидат эҙләй. Ул бала сағында уҡ тыумыштан юлбашсы сифаттарын күрһәтеүсе йәш Чандрагупта Маурьяны осрата.
  • Чанакьиҙың Нанда династияһын ҡолатырға тырышыуы уңышһыҙлыҡҡа осрай, шунан һуң ул балаһын мыҫҡыллаған әсәне осрата. Чанакья үҙенең башланғыс стратегик хатаһы нимәлә икәнен аңлай һәм Нанда династияһы контролдә тотҡан территорияның үҙәк өлөштәренә һөжүм итеү урынына яйлап унан ситтәрен ебәрә башлай.
  • Чанакья ныҡышмалылығы һәм ике союздаш яҡтың берлектәге ғәмәлдәре тураһындағы килешеүҙе үтәмәүе арҡаһында Парват тау батшаһы менән союзды өҙә.
  • Чанакья баш күтәреүселәрҙән ҡотолоу өсөн фанатик туҡыусы хеҙмәтен башҡара.
  • Чанакья, ағыулаусыларға бирешмәһен өсөн, хакимлыҡ иткән Чандрагуптаның ризығына ағыу өҫтәй[14]. Чандрагупта ағыуланған ризыҡтың бер өлөшөн туғыҙ айлыҡ йөклө батшабикәгә бирә. Тәхет вариҫын ҡотҡарыу маҡсатында Чанакья батшабикәнең эсен ярып, баланы ала. Ошо рәүешле тыуған кенәзде Биндусар тип атайҙар[16].
  • Чанакьяның Субандху менән сәйәси көндәшлеге уның үлеменә килтерә.

Чанакья тәбиғәтте һиҙгер күҙәтеүсе була. Бер көндө Маурия яугирҙарына бер ниндәй ҙә ризыҡ булмаған мәмерйәлә йәшенергә тура килә. Мәмерйәнән сығырға ярамаған, сөнки был уларҙың ғүмеренә хәүеф янаған. Шунан Чанакья, эргәлә дөгө булмаһа ла, ҡырмыҫҡаның дөгө бөртөгөн һөйрәп йөрөгәнен күрә. Етмәһә, дөгө бөртөгө бешерелгән була. Чанакья разведка ебәрә, һәм дошмандарының төшкө ашҡа мәмерйә аҫтында берләшеүен асыҡлай. Был турала хәбәр алғас, яугирҙар мәмерйәнән сығып ҡасалар. Шулай итеп, улар дошмандан ҡотолалар.

Чанакья образы сәнғәттә

үҙгәртергә

Чанакья сәнғәттә,башлыса, уның ҡатнашлығындағы тарихи легендаларҙан тыш, Вишахадаттаның «Мудраракшаса» драмаһындағы образ. Спектаклдә Чанакья оҫта һәм мәкерле сәйәсмән булып күренә. Беренсенән, Гималай хакимы Парватешвар менән Нанда династияһына ҡаршы килешеү төҙөй, уны юҡ итергә уйлай. Нанда батшаһы Малаякету Нанда министры Ракшаса менән коалицияла, Чандрагуптаның баш ҡалаһы Паталипутраны армия менән ҡамауға ала. Чанакья Ракшасаны Маурялар яғына хәйлә менән әүрәй, шуның менән уларға еңеү яуларға ярҙам итә.

Был драма мотивтары буйынса 47 эпизодтан торған «Чанакья» (телесериал) төшөрөлә. Эпик тарихи драма булараҡ төшөрөлгән сериал 1991 йылдың 8 сентябренән 1992 йылдың 9 авгусына тиклем эфирға сыға. Сериалды Чандрапракаш Двиведи яҙған һәм төшөргән. Төп ролде лә режиссёр Чандрапракаш Двиведи үҙе уйнай. Шул замандағы оҡшаш әйберҙәр һәм костюмдар ярҙамында реалистик декорацияларҙа эшләнгән сериал Чанакьяның бала саҡтан алып король Чандрагупта тәхеткә ултырғанға тиклемге тормошон күрһәтә.

  • Бонгард-Левин Г. М. Индийский брахман Чанакья в античной традиции // Вестник древней истории. 1982. № 1. С. 13-26.
  • Вигасин А. А. «Устав о рабах» в «Артхашастре» Каутильи // Вестник древней истории. 1976. № 4. С. 3-19.
  • Лелюхин Д. Н. Государство, администрация, политика в Артхашастре Каутильи // Вестник древней истории.1993. № 2. С. 4-25.
  • Burrow T. Canakya and Kautalya // Annals Bhandarkar Oriental Research Institute, Poona. 1968. 48-49. P. 17-31.
  • Goyal S. R. Kautiliya and Megasthenes. Meerut, 1985.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Mabbett, I. W. The Date of the Arthaśāstra (инг.) // Journal of the American Oriental Society (инг.)баш. : journal. — American Oriental Society, 1964. — Т. 84. — № 2. — С. 162—169. — DOI:10.2307/597102
  2. L. K. Jha, K. N. Jha (1998). «Chanakya: the pioneer economist of the world», International Journal of Social Economics 25 (2-4), p. 267—282.
  3. Waldauer, C., Zahka, W.J. and Pal, S. 1996. Kauṭilya’s Arthashastra: A neglected precursor to classical economics 2012 йыл 19 февраль архивланған. (недоступная ссылка с 14-05-2013 (4186  дня) — история). Indian Economic Review, Vol. XXXI, No. 1, pp. 101—108.
  4. Tisdell, C. 2003. A Western perspective of Kauṭilya’s Arthasastra: does it provide a basis for economic science? Economic Theory, Applications and Issues Working Paper No. 18. Brisbane: School of Economics, The University of Queensland.
  5. Sihag, B.S. 2007. Kauṭilya on institutions, governance, knowledge, ethics and prosperity. Humanomics 23 (1): 5-28.
  6. 6,0 6,1 Бонгард-Левин Г. М. Индийский брахман Чанакья в античной традиции // Вестник древней истории. 1982. № 1. С. 13-26.
  7. V. K. Subramanian. Maxims of Chanakya: Kautilya (билдәһеҙ). — Abhinav Publications, 1980. — С. 1—. — ISBN 978-0-8364-0616-0.
  8. 8,0 8,1 The Indian Encyclopaedia by Subodh Kapoor (2002). Cosmo Publications. Page 1372. ISBN 978-81-7755-257-7. Retrieved 14 April 2012.
  9. Iyengar, P. T. Srinivasa (инг.)баш. History of the Tamils from the Earliest Times to the Present Day (инг.). — 1929.
  10. P. E. Granoff. The Clever Adulteress and Other Stories: A Treasury of Jaina Literature (инг.). — Motilal Banarsidass Publ., 1993. — P. 189—190. — ISBN 978-81-208-1150-8.
  11. Trautmann, Thomas R. (инг.)баш. Kautilya and the Arthaśhāstra: A Statistical Investigation of the Authorship and Evolution of the Text (инг.). — Leiden: E.J. Brill, 1971. — P. 10.
  12. Chanakya-Niti 2014 йыл 16 июль архивланған.
  13. Wilhelm Geiger. The Dīpavaṃsa and Mahāvaṃsa and their historical development in Ceylon (инг.). — H. C. Cottle, Government Printer, Ceylon, 1908. — P. 40.
  14. 14,0 14,1 Bibliotheca Indica, Volume 96, Issue 5. Asiatic Society (Calcutta, India). Baptist Mission Press, 1891.
  15. M. Srinivasachariar. History of classical Sanskrit literature (билдәһеҙ). — 3. — Motilal Banarsidass, 1989. — С. 550. — ISBN 978-81-208-0284-1.
  16. 16,0 16,1 Jainism in South India by P. M. Joseph. International School of Dravidian Linguistics, 1997. ISBN 978-81-85692-23-4.
  17. Journal of Indian History (билдәһеҙ). — University of Kerala, 1949. — С. 211.
  18. Nury Vittachi. The Kama Sutra of Business: Management Principles From Indian Classics (инг.). — Wiley India Pvt. Limited, 2007. — P. 87. — ISBN 978-81-265-1454-0.
  19. Trautmann: «The Chāṇakya-Chandragupt-Kathā», 1971

Һылтанмалар

үҙгәртергә