Джайни́зм (санскр. जैन, jaina IAST санскр. जिन, jina IAST, «еңәүсе») — Б.Э.Т IX—VI быуаттарҙа Һиндостанда барлыҡҡа килгән дин[2][3]; үҙ тәғлимәте буйынса джайнизм һәр ваҡыт булған[4][5][6]. Нигеҙ һалыусы, ҡайһы бер фараздар буйынса боронғо ғөрөф-ғәҙәтте һаҡлаусы[7][8]) булып кшатрий Вардхамана йәки Джина Махавира иҫәпләнә.

1974 йылда килешеү буйынса ҡабул ителгән джайнизм символы[1]

Джайнизмда донъялағы тере йән эйәләренә заян итмәҫкә тип вәғәз әйтелә. Джайнизм фәлсәфәһе һәм ғәмәле иң беренсе сиратта оло ләззәтлек кисереүгә килтереүсе үҙ-үҙеңде камиллаштырыуға нигеҙләнә. Нирванағы ынтылыусы, кәүҙәне ҡалдырып китеүсе йән джинна тип атала. Боронғо ҡулъяҙмаларҙа джайнизм джайн дхарме һәм шраман дхарме менән бер рәттән ҡулланыла. Хәҙерге ваҡытта джайнзм, Һиндостанда 5-6 миллион кешене берлештергән, иң ҙур һәм йоғонтоло дини община булып һанала[9][10]. Община Төньяҡ Америка, Көнсығыш Европа, Алыҫ Көнсығыш, Австралия илдәренән һәм башҡа тарафтарҙан килгән иммигранттар иҫәбенә тулылана[11]. Джайнист китапханалары Һиндостанда иң боронғо китапханалар[12].

Махавира

Джайнизм теләһә ниндәй йән эйәһе индивидуаль һәм мәңгелек йән булып тора тип иҫәпләй. Йән сансаранан айырылғас мокшаға әүерелә. Тиак бының өсөн аскет булырға кәрәк, шуның өсөн аскетизмға ҙур иғтибар бирелә[13].

Барлыҡҡа килеүе

үҙгәртергә

Джайна дини тармағы (секта, община) буддизм менән бер үк ваҡытта барлыҡҡа килгән.[14] Вардхамана (Бардамана) нигеҙ һалған, ул Нәжә нәҫеленән (Санскрит) дворяндың кесе улы. Иньята йәки Иньяти) хәҙерге Бихарҙа, ул 31 йәшендә (беҙҙең эраға тиклем 568 йыл) донъяһынан баш тарта, үҙенең мөкәтен бүлә һәм 12 йылдан ашыу берәҙәк тормош алып бара. 13 айҙанн һуң ул кейемен ташлар һәм яланғас йөрөй башлай, ә 13 йылдан һуң, үҙен рухтың кимәленә еткән тип иҫәпләй, яңы иманға һәм Ниргрантха общинаһына нигеҙ һала(санскр. Nirgranthâs — «бөтә бығауҙарҙы ташланым»[15]).[14]

Община ведаларҙы, махапураналарҙы (18 Пуранас), Тримуртиҙы (Троица), Вишнуның ун аватарын (инкарнацияһы), Лингамға табыныу, мөғжизәле һыйыр һәм башҡа хайуандарҙы, яжна тип аталған ҡан ҡорбандарын кире ҡаға[16] Джайна өсөн былар файҙаһыҙ тип иҫәпләнә, улар боронғо динде боҙған тип һанайҙар һәм улар үҙ «Джайн»ын (Jeins, Jenins) ҡабул итәләр. Джайн һигеҙ үлемесле гонаһты еңеп сыҡҡан кешенең исеме була:

  • 1) ул төндә ашамаған,
  • 2) йәне булғанды үлтермәгән;
  • 3) һөт биреүсе ағас емешен һәм йәш бамбук үҫентеләрен ашамаған;
  • 4) бал һәм һарыҡ ите ашамаған;
  • 5) башҡаларҙың мөлкәтенә теймәгән;
  • 6) кейәүҙәге ҡатындарҙы көсләмәгән;
  • 7) сәскә, май, сыр ашамаған;
  • 8) башҡа дин илаһтарына табынмаған[16].

Джайн общинаһы браминдарҙан тора, брахмандар «тоғро» булып ҡалған кшатриястар (яугирҙар), Вайшялар (сауҙагәрҙәр) һәм шудралар (игенселәр)[16].

Вардхаманаға ҡаҙаныштары өсөн махавира («бөйөк герой») һәм Джина (еңеүсе — Будданың абруйына өлгәшеү өсөн көрәштә, йәғни «белеүсе») исемдәре бирелә; һуңғы Джина һүҙенән (Йенас)[16]джайнизм дине исеме килеп сыҡҡан. Ҡайһы берҙә изге китаптарҙа нигеҙ һалыусыға хатта Будда исемен дә бирәләр; шулай уҡ Натапутта, Титтакара («кисеү юлын тапҡан») тип атала; буддистар һуңғы титулды ялған тип иҫәпләй. 29 йыл Джина общинаһы уҡытыусыһы һәм башлығы булып эшләгәндән һуң, Павала (беҙҙең эраға тиклем 527 йыл) Шакьямуни Будданан элегерәк вафат була. Көнсығыш Һиндостандың Шакьямуни менән бер райондарында, хәҙерге алты бөйөк будда Шакьямуни уҡытыусыларының береһе, төрлө конфессияларҙың алты сектаһы башлыҡтарының береһе була, әммә буддистар уны тәбиғи рәүештә хәүефле гересиархтар (еретик тәғлимәт йөрөтөүсе) тип һанай. [9]

Джинаның вәғәз эшмәкәрлегенең 14-се йылында уҡ (беҙҙең эраға тиклем яҡынса 554 йыл), уның кейәүе Джамали ыҙғыш сығара, ә Джина үлгәндән һуң (беҙҙең эраға тиклем 527 йыл) общинаның икегә тарҡала. Джайнизмдың ике төрө ағымы асыҡ күренә, улар дошмандарса мөнәсәбәттә булып ҡала, ҡайһы бер догмаларҙа улар төрлөсә һәм бөтөнләй башҡа әҙәбиәткә таяна[9]:

  • Дигамбарас — «һауаны кейем итеүселәр», йәғни бөтөнләй яланғас йөрөүселәр;
  • Шветамбарас — «аҡ халат кейеп йөрөүселәр».

Икенсе ағымға эйәреүселәр араһында ла яланғас йөрөү оло батырлыҡ тип һанала; әммә хәҙерге заманда был күренеш кәмей бара.

Джайнизмдың бай рухи әҙәбиәтеһәм донъяуи йөкмәткеле әҫәрҙәрҙә иҫ киткес ҙур. Пракритала уларҙың иң боронғолары, иң элек «Анга» тип аталған изге китаптар яҙылған, уларҙың 11-е шветамбара яҙмаһында яҙылған һәм һаҡланған; һуңыраҡ Санскрит яҙмаһын ҡулланғандар.

Буддизмдан айырмаһы

үҙгәртергә

Джина тәғлимәте (Махавира) Будда Шакьямуни тәғлимәтенән әллә ни айырылмай; хатта уларҙың терминологияһы ла, ғөмүмән, бер төрлө, ике дингә нигеҙ һалыусыларҙың традицион биографиялары бер ҡалыпта ҡойолған кеүек тойола, ә джайнизмдың изге китаптарын уҡығанда, күрәһең, улар буддистар тураһында һүҙ алып барған кеүек[14].

Ике тәғлимәттең айырмаһы — джайнизмдың ҡотолоу юлы булараҡ үҙ-үҙеңде ғазаплауға бәйле әһәмиәте ҙурыраҡ. Буддистар пали телен, джайнизмды — пракрит телен ҡуллана. Буддистар фекеренсә, уларҙың диненә нигеҙ һалыусыны 25 будда булған, Джинала 24 джин-тиртханкар (ҡотҡарыусы, кисеү юлын эҙләүсе) булған.[14]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Jain Symbol. Jainworld. Дата обращения: 29 март 2012. Архивировано 14 октябрь 2012 года. 2012 йыл 16 октябрь архивланған.
  2. Helmuth von Glasenapp,Shridhar B. Shrotri. 1999. Jainism: an Indian religion of salvation. P.24. «Thus not only nothing, from the philosophical and the historical point of view, comes in the way of the supposition that Jainism was established by Parsva around 800 BCE, but it is rather confirmed in everything that we know of the spiritual life of that period.»
  3. Dundas, Paul. 2002. The Jains. P.17. «Jainism, then, was in origin merely one component of a north Indian ascetic culture that flourished in the Ganges basin from around the eighth or seventh centuries BCE.»
  4. Helmuth von Glasenapp,Shridhar B. Shrotri. 1999. Jainism: an Indian religion of salvation. P.15 «Jainas consider that religion is eternal and imperishable. It is without beginning and it will never cease to exist. The darkness of error enveloping the truth in certain, periodically occurring aeons clears up again and again so that the brightness of the Jaina-faith can sparkle again anew.»
  5. Dundas, Paul. 2002. The Jains. P.12 «Jainism is believed by its followers to be everlasting, without beginning or end…»
  6. Varni, Jinendra; Ed. Prof. Sagarmal Jain, Translated Justice T.K. Tukol and Dr. Narendra Bhandari. Samaṇ Suttaṁ IAST. New Delhi: Bhagwan Mahavir memorial Samiti. «The Historians have so far fully recognized the truth that Tirthankara Mahavira was not the founder of the religion. He was preceded by many tirthankaras. He merely reiterated and rejuvenated that religion. It is correct that history has not been able to trace the origin of the Jaina religion; but historical evidence now available and the result of dispassionate researches in literature have established that Jainism is undoubtedly an ancient religion.» Pp. xii — xiii of introduction by Justice T.K.Tutkol and Dr. K.K. Dixit.
  7. Joel Diederik Beversluis (2000) In: Sourcebook of the World’s Religions: An Interfaith Guide to Religion and Spirituality, New World Library : Novato, CA ISBN 1-57731-121-3 Originating on the Indian sub-continent, Jainism is one of the oldest religion of its homeland and indeed the world, having pre-historic origins before 3000 BCE and the propagation of Indo-Aryan culture…. p. 81
  8. Jainism by Mrs. N.R. Guseva p.44
  9. Wolfram Alpha: Jainism : country, population, types, central figure, ... Wolfram Alpha. Дата обращения: 23 июнь 2012.(недоступная ссылка)
  10. Indian Census. Censusindia.gov.in. Дата обращения: 1 сентябрь 2010.
  11. Estimates for the population of Jains differ from just over four million to twelve million due to difficulties of Jain identity, with Jains in some areas counted as a Hindu sect. Many Jains do not return Jainism as their religion on census forms for various reasons such as certain Jain castes considering themselves both Hindu and Jain. The 1981 Census of India returned 3.19 million Jains. This was estimated at the time to be at least half the true number. There are an estimated 25,000-30,000 Jains in Europe (mostly in Britain), 20,000 in Africa, 45,000 plus in North America (from Dundas Paul. The Jains. — Routledge, 2002. — P. 271. — ISBN 0-415-26606-8, 9780415266062.) and 5,000 in the rest of Asia.
  12. The Jain Knowledge Warehouses: Traditional Libraries in India, John E. Cort, Journal of the American Oriental Society, Vol. 115, No. 1 (January — March, 1995), pp. 77-87
  13. Яблоков И. Н. История религии. В 2 томах. Том 1. 3-е издание.
  14. 14,0 14,1 14,2 14,3 Джайна // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  15. Ниргрантха // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  16. 16,0 16,1 16,2 16,3 Ҡалып:ВТ-ЭЛ